Буласаҡ чемпиондың теләге үтәләсәк11.10.2018
Владимир Путин ете йәшлек Даша Куртьконың үтенесе буйынса Өфөлә гимнастика менән шөғөлләнеү өсөн спорт залын йыһазландырырға ҡушты.

Ульяновскиҙа үткән “Рәсәй – спорт державаһы” форумында Владимир Путин спортсылар һәм ГТО билдәләренә эйә булғандар менән аралашҡайны.

Дәүләт башлығы кескәй ҡыҙсыҡтан: “Һин дә буласаҡ донъя чемпионымы?” тип һораны. Даша ышаныслы итеп баш ҡаҡты һәм бының өсөн уға спорт залында гимнастика менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булмауын белдерҙе. Ҡыҙҙың әсәһе әйтеүенсә, балалар ҡорамалдар етешмәгән иҫке спорт залында шөғөлләнә.

Владимир Путин спорт министрына ошо мәсьәлә менән шөғөлләнергә ҡушты, спортсылар менән фотоға төштө.


Вернуться назад