“Хоккейсылар аллеяһы” һалынасаҡ11.10.2018
Саҡмағоштар районда хоккейҙың барлыҡҡа килеүенә 50 йыл тулыуҙы билдәләргә йыйына.

Тантаналы сара 13 октябрҙә район мәҙәниәт йортонда башлана. Аҙаҡ “Хоккейсылар аллеяһы”на нигеҙ һалынасаҡ. Ойоштороусылар спорт һөйөүселәрҙе хоккей уйындары менән дә һөйөндөрөргә уйлай. Мауыҡтырғыс саранан ситтә ҡалмағыҙ, саҡмағоштар!


Вернуться назад