Эмиль “элита”ла нығынды08.10.2018
Салауат ҡалаһынан Эмиль Сәйфетдинов киләһе йылда спидвей буйынса донъя чемпионатында ҡатнашыу хоҡуғын һаҡлап ҡалды.

Яҡташыбыҙ быйылғы миҙгел беренселегенең һуңғы этабында – Польшала уҙған турнирҙа өсөнсө урынды алды. Һөҙөмтәлә дөйөм исемлектә һигеҙенсе урында нығынды.

Спорт карьераһында алты ҙур еңеү яулаған Эмилдең артабанғы яҙмышы ҡыл өҫтөндә ине. Дөйөм беренселектә даими рәүештә өсөнсө урында килгән мотоуҙышсы Германиялағы этапта уңышһыҙ сығыш яһап, туғыҙынсы урынға ҡалғайны. Ә киләһе чемпионатҡа тәүге һигеҙ спортсыға ғына саҡырыу ҡағыҙы гарантиялана.

Эмиль хәлде төҙәтте. Афарин!



Вернуться назад