Балашихала... хоккей?02.10.2018
“Салауат Юлаев” хоккей командаһы быйылғы миҙгелдә яҡшы ғына старт алды. Ул турнир таблицаһында Көнсығыш конференцияла бишенсе урында бара. Лидерҙар – Екатеринбургтың “Автомобилист”ы менән Омскиҙың “Авангард”ы.

Континенталь хоккей лигаһы календарынан юлаевсыларҙың матч­тарын барлайым. Ҡасан кем менән уйнайҙар, йәнәһе. Бына уларҙың сираттағы сәфәре: Новосибирск – Балашиха – Астана – Пекин – Хабаровск... Бәй, ниндәй Балашиха? Унда бит бер ниндәй ҙә КХЛ клубы юҡ!

Баҡтиһәң, “Авангард” был миҙ­гелдә Мәскәү өлкәһенең Балашиха ҡалаһы боҙонда уйнаясаҡ икән. Ни өсөнмө? Был клубтың етәкселеге алмашынды. Яңы кешеләр аренаны тикшереп сыҡмаҡсы була. Һөҙөмтәлә унда хоккей матчтарын үткәреү бөтөнләй хәүефле булып сыға. Бина бына-бына емерелеп төшөрлөк хәлгә еткән, сөнки эргәлә Иртыш йылғаһы, һаҙлыҡ. Быйылғы миҙгел башланырға бер ай ҡалғанда бына шулай Омск өлкәһе аренаһыҙ ҡалды. Ә ул ҡоролма ун йыл элек кенә төҙөлгән ине...

Кемдер “Авангард”ты быйыл лига уйындарынан ситләтергә тәҡдим итте. Әммә хоккейсылар ҙа, көйәрмәндәр ҙә килеп тыуған хәлдә ғәйепле түгел бит. Һөҙөмтәлә бер нисә аҙна буйы ваҡытлыса яңы боҙ һарайы эҙләү барҙы. Финалға өсәү сыҡты: Красноярск, Мытищи, Балашиха ареналары. Тик Красно­ярскиҙа төҙөлөш яңы ғына сафҡа ингән һәм 2 марттан унда Универсиада башлана. Ә Мытищиҙа “Химки” баскетбол клубы үҙенең Евролига матчтарын уҙғара. Тимәк, Балашиха варианты ҡала.

Хәҙер 10318 тамашасыны һыйҙырған “Омск-арена” урынына – алты меңлек “Балашиха-Арена”. Үҙ боҙоңдан алыҫта сығыш яһау, етмәһә тоғро көйәрмәндәреңде юғалтыу, күсенеү сәбәпле күп кенә ҡыйынлыҡтар, мәшәҡәттәр кисереү... Был шарттарҙа күптәр ҡаушап ҡалыр ине. Әммә көслө характерлы “Авангард” түгел. Әле ул ун уйындың туғыҙында еңде. Ә теүәл бер аҙнанан ул беҙгә ҡунаҡҡа киләсәк. Ҡарарбыҙ: көтөлмәгән хәл уны сыныҡтырҙымы-юҡмы?..


Вернуться назад