Яңы стадион ҡайҙа булыр?01.10.2018

Баш ҡалала яңы футбол аренаһы 2020 йылда төҙөлә башлаясаҡ. Был хаҡта төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.

– Беҙгә 15-20 мең урынлыҡ ҙур булмаған, әммә заманса стадион кәрәк. Бер нисә проект өлгөһөн ҡараныҡ. Белоруссиялағы “БАТЭ” клубы базаһы күңелгә ятты, – тине Рөстәм Зәки улы.

Төҙөлөштө 2022 – 2023 йылдарға тамамлау күҙаллана. Хаҡы өс-биш миллиард һум тирәһе буласаҡ. Ул аэропорт яғындамы, Затон биҫтәһендәме, әллә ҡала үҙәгенә яҡыныраҡ ерҙә урынлашырмы – урыны әлегә билдәһеҙ.


Вернуться назад