Оҫталыҡ та, йылғырлыҡ та ярҙам итте26.09.2018
Дүртөйлө районында өҫтәл теннисы һәм йөҙөү буйынса 51-се спартакиада ярыштары үтте.

Йылғырлыҡ, оҫталыҡ һәм спорттағы мул тәжрибә көслөләргә, дәғүәселәрҙе артта ҡалдырып, юғары күрһәткестәргә өлгәшергә ярҙам итте. Өҫтәл теннисына ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта, ярыштарҙа 23 команданың ҡатнашыуы ошо хаҡта асыҡ һөйләй.

Спорттың был төрө буйынса ҡала ойошмалары араһында беренсе урынды – Саҡмағош нефть һәм газ сығарыу идаралығы, ауыл биләмәләре араһында Мәскәү ауыл Советы спортсылары яуланы.


Вернуться назад