Байрас туғандарын ҡыуандырҙы20.09.2018
Кисә Йәштәр хоккей лигаһында бығаса еңелеү белмәгән Өфөнөң “Толпар”ы үҙ боҙонда отолдо. Ҡунаҡҡа Магнитогорскиҙың “Ҡорос төлкөләр” командаһы килгәйне.

Әлбиттә, өҫтәмә ваҡытта ғына – овертаймда – бер мәрәй юғалттылар. Беҙҙекеләрҙән берҙән-бер голды Семен Чистяков индерҙе. Иҫәп 1:2 булды.

Шулай ҙа Өфө тамашасылары араһында ҡунаҡтарҙың еңеүенә артыҡ көйәләнмәгәндәр ҙә булғандыр. Магнитогорск клубында Өфө хоккейы тәрбиәләнеүселәре лә уйнай бит. Араларында башҡорт егете Байрас Абдуллин да бар!

Бөгөн лига лидерҙары икенсе осрашыуын үткәрә.


Вернуться назад