“Себер” йәл, әммә...19.09.2018
“Салауат Юлаев” хоккей командаһы үҙ боҙонда сираттағы матчын уҙғарҙы. Был юлы ҡунаҡҡа Новосибирскиҙан спортсылары килде.

Быйыл “Себер”ҙең уйыны ҡыуандырмай, турнир таблицаһында иң аҙаҡта һөйрәлә. Бер тапҡыр ҙа еңмәне әле ул. Әммә юлаевсылар ҙа рәттән һуңғы ике осрашыуҙа отолдо. Уларға ла үҙ көстәренә ышанысты кире ҡайтарырға кәрәк.

Һөҙөмтәлә өфөләр бер аҙ ҡыйынлыҡ менән булһа ла 3:1 иҫәбенә еңеү яуланы. Беҙҙекеләрҙән голдарҙы Йонас Кемппайнен, Антон Бурдасов, Линус Умарк индерҙе. Әйткәндәй, йәрәхәт алған ҡапҡасыбыҙ Юха Метсола йәнә сафта.




Вернуться назад