Һәр кемгә аралашыу мөһим18.09.2018
Туймазы районының Серафимовка ауылындағы аҡыл йәһәтенән кәмселектәре булған балалар өсөн йорт-интернатта “Беҙ чемпиондар” фестивале уҙғарылды. Бында теләге булған һәр кем күңеленә ятҡан шөғөл тапты.

Ҡыҙыҡлы һәм бай программаға оҙонлоҡҡа һикереү, еңел атлетика һәм ҡаршылыҡтар эстафетаһы, бәләкәй футбол һәм дартс инде. Йорт-интернаттың спорт майҙансығында ошо учреждениела тәрбиәләнгәндәр менән Серафимовканың 1-се һәм 3-сө мәктәптәрендәге тиҫтерҙәре осрашты. Балалар ҡатнаш командаларға бүленеп, спорттағы оҫталыҡтарын, рух ныҡлығын күрһәтте. 13 тапҡыр Параолимпия чемионы, Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталованың “Милләт йәштәре” фонды һәм Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан ойошторолған инклюзив фестивалдең төп идеяһы ошоға ҡоролғайны.

– Төрлө мөмкинлектәргә, һәләткә, мәнфәғәттәргә эйә булған кешеләрҙең бер-береһе менән ҡурҡмайынса иркен аралашыуы бик мөһим, – тине Рима Баталова. – Инклюзив фестиваль сәләмәт балалар өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә. Улар үҙҙәренең эргәһендә йәлләүгә түгел, ә иғтибарға, ярҙамға һәм хәстәрлеккә мохтаж булған үҙенсәлекле тиҫтерҙәре йәшәүе хаҡында белергә, уларҙың да уйнарға, аралашырға теләүен, тормошҡа ҡыуаныуын, тоғро дуҫ, ҡыҙыҡлы әңгәмәсе була алыуын аңларға тейеш.


Вернуться назад