Ялда йөрәккә ял булманы17.09.2018
Көйәрмәндәр уҙған ял көндәрен көтөп алды. Шулай булмай, “Салауат Юлаев” йомала – Татарстандың “Аҡ Барыҫ”, йәкшәмбелә “Нефтехимик” командалары менән осраша ине.

Әммә был уйындар күңелгә рәхәтлек килтермәне. Ҡазан хоккейсыларын 3:0, артабан 4:1 отоп барып та, ахырҙа еңелеп ҡуйҙылар – 4:5. Был юлы яңылыштылар, дүрт аяҡлы ат та абына, тип үҙебеҙҙе тынысландырҙыҡ. Тик икенсе команда менән үткән матч хаталар өҫтөндә эшләмәгәнлекте күрһәтте.

“Нефтехимик” төп ваҡытта ун йыл эсендә беренсегә Өфөлә еңеү яуланы. Уның фин легионерҙары “бишле”гә уйнаны. Ә беҙҙекеләр күпселекте тейешенсә файҙалана алманы, ҡунаҡтар ҡапҡасыһын да етерлек мәшәҡәтләмәне, үҙ ҡапҡасыбыҙ кәрәккәндә ҡотҡарманы. Һөҙөмтәлә юлаевсылар Өфө боҙонда рәттән икенсегә еңелде – 1:3.


Вернуться назад