Учалыла - һаулыҡ көнө17.09.2018
15 сентябрь Учалыла Һаулыҡ көнө тип иғлан ителде, уның сиктәрендә “Милләттәр кросы-2018” уҙғарылды.

Ҡаланың саңғы-роллер трассаһында ойошторолған сарала иң тәүҙә уҡыусы балалар етеҙлектә, сослоҡта көс һынашты. Ә төштән һуң урындағы предприятие, учреждение, ойошма хеҙмәткәрҙәре стартҡа баҫты.

Быйылғы “Милләттәр кросы” һигеҙ меңдән ашыу кешене берләштерҙе. Финиш һыҙығына иң алда килеп етеүселәр иҫтәлекле бүләктәр, дипломдар менән бүләкләнде. Ғөмүмән, еңелеүселәр булманы: ҡояш нурҙары, саф һауа, күтәренке кәйеф үҙе үк ҙур бүләк бит!


Вернуться назад