Күл тирәләй йүгереп...17.09.2018
Шәмбе көндө Рәсәй юлдарынан йүгеректәр төркөмө ағылды. Улар “Милләттәр кросы”нда ҡатнашыусылар ине.

Башҡортостан да был сараға әүҙем ҡушылды. Өфөлә 4,5 мең кеше стартҡа сыҡты. Йүгерергә яратыусылар Ҡашҡаҙан күле тирәләй ике километрлыҡ арауыҡты ярышып уҙҙы. Еңеүселәр Мәскәүҙә үтәсәк финал этабына барасаҡ.


Вернуться назад