“Толпар” алға елә11.09.2018
Республиканың “Толпар” йәштәр хоккей клубы миҙгелде уңышлы башланы. Тренер Алик Гәрәевтең тәрбиәләнеүселәре дүрт уйында дүрт еңеү яулап, лидерҙар рәтендә бара.

Атап әйткәндә, Төмәндә лә (7:0, 5:2), Ханты-Манси ҡалаһында ла (2:1, 2:1) матчтар уларҙың өҫтөнлөгө менән уҙҙы. Һөҙөмтәлә “Толпар”ҙан ҡапҡасы Дмитрий Брагинский менән һөжүм итеүсе Алексей Пустозеров аҙна уйынсылары тип табылды.


Вернуться назад