Көтмәгәндә...10.09.2018
“Салауат Юлаев” хоккей командаһы Санкт-Петербургта СКА менән осрашты. Уйын көтөлмәгәнсә тамамланды.

Өфөләрҙең еңеренә бик аҙҙар ышанды, сөнки төп ҡапҡасы ла, капитан да, ышаныслы һаҡсыларҙың береһе лә йәрәхәтләнгәйне. Шуға ҡарамаҫтан, тәүге осорҙа отолоп барып, икенсеһендә иҫәпте тигеҙләп, өсөнсөһөндә өс яуапһыҙ гол индереп, юлаевсылар еңеүгә өлгәште – 4:1.

Шаршамбыла улар үҙ боҙонда уйындарын башлай. Ҡунаҡҡа Түбәнге Новгородтың “Торпедо”һы килә.


Вернуться назад