Барыһы ла шөғөлләнә аласаҡ07.09.2018
Спорт менән дуҫлығы ныҡ булғандар һәр ваҡыт сәләмәт тормош алып бара, бер ҡасан да һаулығына зарланмай.

Йәрмәкәй – һәр йәһәттән дә йылдам үҫешкән район. Мәҫәлән, бында ат спорты алдынғылыҡты бирмәй, туризмға ылығыусылар бихисап, бынан тыш полиатлон, хоккей, милли көрәш, ҡыҫҡаһы, спорттың 18 төрө алға киткән. Төбәктә бөтәһе ғәҙәти 23 спорт залы һәм 48 спорт ҡоролмалары иҫәпләнә. Район үҙәге Йәрмәкәй ауылында Башҡорт­остандың 100 йыллығы уңайынан төҙөлөп ятҡан бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплексын ошо кимәлде тотоу, хатта тармаҡтың үҫешенә тағы ла нығыраҡ йоғонто яһау тип аңларға кәрәк.

Район хакимиәте башлығы Илшат Раймановтың һүҙҙәренә ҡарағанда, спорт менән дуҫлығы ныҡ булғандар сәләмәт тормош алып бара, бер ҡасан да һаулығына зарланмай.

Комплекс өсөн нигеҙ ҡаҙығанда уҡ ҡартының да, йәшенең дә шатлығы ҙур ине, хәйер, хатта ҡайһы берәүҙәр бер ни тиклем ваҡыт ышанмайыраҡ та йөрөгән, шикелле. Ә инде бынамын тигән бина ҡалҡытылғас, шик белдереүселәрҙең дә ҡыуанысы эсенә һыймай – ул хәҙер тирә-яҡҡа йәм өҫтәп ултыра.

– Бинаның эсендәге эштәр тулыһынса тамамланды, – тип һөйләй район хакимиәте башлығының иҡтисад, төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юл төҙөлөшө, транспорт һәм элемтә буйынса урынбаҫары Рауил Арыҫланов. – Әле эшселәр уның майҙанын төҙөкләндереүгә тотондо. Уларҙың бурысына яуаплы ҡарауы пландан ситләшмәү тураһында һөйләй. Бынан тыш, спорт инвен­тарҙары һәм ҡоролмалар һатып алыу дауам итә. Бассейнға һыу ағыҙып тикшереп ҡараныҡ, бер ниндәй ҙә тайпылыш тапманыҡ.

Физкультура-һауыҡтырыу комплексында күнекмә, бокс, волейбол һәм баскетбол залдары бар. Ул 3000 квадрат метрҙы биләй, тәүлегенә 100 кешене ҡабул итеү һәләтенә эйә. Әйткәндәй, бында мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дә уңайлыҡтар тыуҙырылған.

Ҡеүәтле төҙөлөштө Өфөләге “СБС-Строй” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алып бара. Комплексты асыу быйыл октябрҙә көтөлә.

Рә, Стевензә һәм Тарҡазы кеүек бәләкәй йылғалар районды һуғарып ята, ә Ыҡ Башҡортостан менән Ырымбур өлкәһе өсөн сик ролен үтәй. Халыҡ башлыса һыу инергә һуңғыһына йөрөһә лә, бассейндың булыуын көтмәне түгел, көттө. Ә инде Йәрмәкәйҙә бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплексының асылыуы күптәрҙең хыялын тормошҡа ашырҙы.


Вернуться назад