Юлаевсылар йәнә еңеү яулай05.09.2018
“Салауат Юлаев” хоккейсылары кисә быйылғы миҙгелдә икенсе матчын уҙғарҙы. Улар Череповецта “Северсталь” командаһы вәкилдәре менән көс һынашты. Хужалар иҫәпте беренсе булып асты. Артабан өфөләр уйынды үҙ ҡулына алды, әммә артабан ошо өлгәшкән һөҙөмтәне юҡҡа сығарҙы. Хужалар алға сыҡты. Ярай әле осрашыу аҙағына бер нисә секунд ҡалғас, юлаевсы Антон Бурдасов иҫәпте тигеҙләй алды. 4:4 – рәттән икенсе матчта овертайм була. Өҫтәмә ваҡытта йәнә яҡташтарыбыҙ еңеү голын индерҙе. 4:5 – беҙҙең хоккейсылар әлегә чемпионатта юғалтыуһыҙ бара.

Иртәгә уларҙы Ярославлдә “Локомотив” командаһы көтә.


Вернуться назад