Оҫталыҡ етмәне04.09.2018
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Өфө” футбол клубы Европа лигаһынан төшөп ҡалды. Яҡташтарыбыҙ квалификация уйындарының һуңғы барьерында абынды.

Ә бит ошо һынауҙы уҙһалар, лиганың төркөм турнирына көс һынашырға сығалар ине. Әммә Шотландияның Глазго ҡалаһынан “Рейнджерс” командаһына “тештәре үтмәне”. Уның ҡарауы, тәжрибә тупланылар.

Тәүге осрашыуҙа 0:1 иҫәбенә еңелгәс, Өфөләге яуап матчында еңеү мотлаҡ ине. Бының өсөн бик уңайлы шарттар ҙа тыуғайны.

...Иҫәпте ҡунаҡтар асты. Хәҙер беҙҙекеләргә өс гол индерергә кәрәк. Футболсыларыбыҙ йоҡонан уянып киткәндәй булды – бер-бер артлы һөжүмгә күсеп кенә торҙолар. Һөҙөмтәлә Дмитрий Сысуевтың типкән тубы ҡапҡаға инде! Етмәһә, ҡунаҡтарҙың бер уйынсыһы уйындан ситләтелде. Ә икенсе таймда – тағы берәүһе! Ярты сәғәт беҙҙең 11 футболсыға туғыҙ кеше ҡаршы торҙо. Өфөләрҙең әллә нисә гол индереү мөмкинлеге тыуҙы. Тик бөтә тырышлыҡ файҙаһыҙға булды, оҫталыҡ етмәне.

1:1 – артабан ике уйын һөҙөмтәһе буйынса төркөм турнирына шотландтар үтә. Хуш, Европа лигаһы!


Вернуться назад