“Өфө” ҡыуандыра. Ә көйәрмәндәр?14.08.2018
Баш ҡалабыҙҙың футбол клубы быйыл Европа лигаһында уйнай. Әлегә квалификация раундтарында, ләкин уңышлы ғына сығыш яһай. Бына Өфөлә сираттағы матч уҙҙы.

Тәүге раундта ике осрашыу һөҙөмтәһендә Словения командаһын еңеп, сираттағы әйләнешкә сыҡҡан яҡташтарыбыҙ был юлы Люксембургтың “Прогресс Нидеркорн”ы менән сәкәләште. Беренсе таймда ҡунаҡтар тик һаҡланды: беҙҙекеләр уларҙың ҡапҡаһына туғыҙ тапҡыр туп типһә, алыҫ илдән килгән егеттәр Александр Беленовты өс тапҡыр ғына маҙаһыҙланы. Ахырҙа өфөләрҙән Сильвестр Игбун иҫәпте асты. Икенсе таймда Иван Обляков иһә уны арттырҙы. Осрашыу шулай тамамланыр кеүек тә ине, әммә матч аҙағына ун минут ҡалғас, “Прогресс” яуап голын индереп ҡуйҙы. Иҫәп беҙҙең файҙаға 2:1 булды. Хәҙер яуап уйыны 16 августа Люксембургта уҙа.
Шуныһы ғына кәйефте ҡырҙы: баш ҡалабыҙҙың 15 мең тамашасы һыйҙырышлы “Нефтсе” стадионы яртылаш та тулмағайны. Көйәрмәндәр әлегә футболға күпләп йөрөмәй. Ә бына футболсыларыбыҙ Башҡортостанды лайыҡлы данлай. Уйыны менән дә, спорт формаһында “Терра Башкирия” туристик бренды яҙыуын урынлаштырыу юлы менән дә. Әйткәндәй, “Өфө” клубы республикала был эшкә тәүгеләрҙән булып тотондо. Афарин!


Вернуться назад