Туризм ҡеүәте менән таныштырабыҙ10.08.2018
31 августан 5 сентябргә тиклем Башҡортостанда Япония киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн матбуғат туры ойошторола. Журналистарҙы Өфөнөң туристик инфраструктураһы, шулай уҡ республика райондарындағы ҙур туризм объекттары менән таныштырмаҡсылар.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, сара Рәсәйҙәге шифахана-курорт объекттарына, медицина туризмына Азиялағы туризм баҙарының ҡыҙыҡһыныуы артыуға бәйле уҙғарыла. Башҡортостан шифалы ресурстарға бай төбәктәрҙең береһе булараҡ халыҡ-ара туризм баҙарында ошо йүнәлеште үҫтерергә ниәтләй.
Июнь, июль айҙарында Башҡортостанға Көньяҡ Кореянан, Ҡытайҙан һәм Эквадорҙан киң мәғлүмәт саралары делегацияһы килгәйне. Журналистар республикалағы шифахана-курорт үҙәктәрендә хеҙмәтләндереүҙең һәм медицинаның юғары кимәлдә булыуын, шифалы тәбиғи ресурстарҙың төрлөлөгөн билдәләне.
Япониянан журналистар өсөн матбуғат туры программаһы Өфөләге ҡунаҡханалар менән таныштырыуҙы, заманса фитнес индустрияһын сағылдырған Zorge Fitness һауыҡтырыу комплексына барыуҙы үҙ эсенә ала. Улар шулай уҡ Белорет районына юлланасаҡ, Көньяҡ Уралдағы үҙенсәлекле тәбиғәт ҡосағына сығасаҡ, ысын башҡорт тирмәһендә милли аш-һыуҙы тәмләйәсәк, урындағы йолаларҙа ҡатнашасаҡ.


Вернуться назад