Төрлөһөнән24.07.2018
Рәсәй-Ҡытай уйындары

Өфөлә декабрҙә II Рәсәй-Ҡытай йәштәр уйындары уҙасаҡ. Ойоштороу комитеты етәксеһе итеп Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев тәғәйенләнде.


Ярыштар баш ҡаланың дүрт эре спорт объектында үтәсәк. Ҡатнашыусылар хоккей, шорт-трек, фигуралы шыуыу, саңғы уҙышы, сноуборд буйынса көс һынаша. Спортсылар 13 – 21 йәш төркөмөндә сығыш яһай.

Беҙ чемпиондарҙы күрҙек

Хәтерегеҙҙәлер, 8 – 10 июндә Өфөлә волейбол буйынса халыҡ-ара Милләттәр лигаһының бер этабы уҙғайны. Унда Рәсәй, Бразилия, Ҡытай һәм Иран йыйылма командалары көс һынашты. Ватандаштарыбыҙ икенсе урынды алды.


Теүәл бер айҙан Францияла иң шәп алты команда үҙ-ара еңеүсене асыҡланы. Финалға хужалар менән Рәсәй волейболсылары сыҡты. Беҙҙең спортсылар француздарҙы өс партияла ҡыйратты (25:22, 25:20, 25:23). Тимәк, июндә беҙ буласаҡ чемпиондарҙы күргәнбеҙ булып сыҡты.
Матчтың иң һөҙөмтәле уйынсыһы булып Максим Михайлов танылды. Уның иҫәбендә 19 мәрәй. Ә өфөләрҙең күңеленә ятҡан Дмитрий Мусэрский командаға 12 балл килтерҙе. Шуныһы ҡыуаныслы: ил йыйылма командаһы составында Өфөнөң “Урал” клубынан да өс волейболсы сығыш яһаны. Улар – Алексей Кабешев, Дмитрий Ковалев һәм Игорь Филиппов.

Мөмкинлектәр сикләнмәгән

Польшалағы коляскаларҙа фехтование буйынса Донъя кубогы этабында һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән Рәсәй спортсылары араһында Башҡортостандан да дүрт вәкил булды.


Ике йөҙ ҡатнашыусы араһында яҡташтарыбыҙ Тимур Хәмәтшин шәхсән беренселектә – көмөш (ҡылыс төрөндә), ә Альберт Камалов менән Никита Нагаев команда составында бронза миҙал (рапира төрөндә) яуланы.

Ял тамамланды

“Салауат Юлаев” хоккей командаһы йәйге ялдан сыҡты. Уйынсылар ике көн буйы медицина тикшереүе үткәндән һуң күнекмәләргә тотондо. Улар, ике төркөмгә бүленеп, залда һәм боҙҙа шөғөлләнде.


Коллектив бер аҙ үҙгәреш кисергән. Миҙгел тамамланғас та, баш тренер алмашынғайны. Фин белгесе хеҙмәтенән баш тартып, был вазифаға үҙебеҙҙең республика тәрбиәләнеүсеһе Николай Цулыгинды тәғәйенләнеләр. Команданан ҡапҡасы Бен Скривенс, һаҡсылар Оскарс Бартулис, Максим Гончаров, һөжүм итеүселәр Михаил Юньков, Евгений Коротков, Илья Зубов китте. Киреһенсә, “Амур” клубынан ҡапҡасы Юха Метсола, һаҡсылар “Металлург”тан Сергей Терещенко, ЦСКА-нан Артем Сергеев, океан аръяғынан Марк Рубинчик, һөжүм итеүселәр “Авангард”тан Дмитрий Кугрышев менән Петр Хохряков, ЦСКА-нан Владимир Жарков менән Вячеслав Основин, “Югра”нан Павел Шэн, “Спартак”тан Никита Ли, Юғары хоккей лигаһынан Николай Чебыкин килде.
“Салауат Юлаев” 1 сентябрҙә миҙгелде бына ошо хоккейсылар менән башлаясаҡ. Әлеге ваҡытта 34 хоккейсы Финляндиялағы уҡыу-күнекмә йыйындарында. Ошо арала Силәбе ҡалаһының “Трактор” командаһы менән иптәштәрсә осрашыу үткәрәсәктәр.

***
Быйыл ил чемпионы булған “Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар командаһы ла күнекмәләрен башланы. Әле улар Павловка һыу һаҡлағысында урынлашҡан “Йондоҙло” физкультура-һауыҡтырыу комплексында йыйында.


28 июлдән 10 авгусҡаса гүзәл зат вәкилдәре Өфөлә күнекмәләрен дауам итәсәк. Артабан улар бер аҙна буйы төрлө командалар менән иптәштәрсә осрашыуҙар үткәрәсәк, ә 9 сентябрҙә яңы миҙгелгә аяҡ баҫасаҡ.

Полина Глазгоға бара

Обнинск ҡалаһында йөҙөү буйынса Рәсәй кубогы турниры тамамланды. Унда илдең 51 төбәгенән 600-гә яҡын спортсы ҡатнашты.


Финал ярыштары август башында Бөйөк Британияның Глазго ҡалаһында уҙасаҡ Европа чемпионатына һынау булды. Унда барыуға дәғүә итеүселәр араһында Башҡортостан тәрбиәләнеүсеһе Полина Егорова ла бар ине. Яҡташыбыҙ йөҙҙө ҡыҙартманы, 200 метр арауыҡта көмөш миҙал яуланы.

Ивандың алтыны

Мәскәү өлкәһенең Раменское ҡалаһында IV Рәсәй йәштәре спартакиадаһының бокс буйынса финал алыштары уҙҙы. Ярыштарҙа ил төбәктәренән 130 спортсы көс һынашты.


Башҡортостан данын дүрт кеше – Иван Абрамов, Данис Ғабдрафиҡов, Максим Зайцев, Ирина Моторина – яҡланы. Силәбе һәм Мәскәү өлкәһенән дәғүәселәрен артта ҡалдырып, Иван Абрамов 52 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә алтын миҙал яуланы.


Вернуться назад