Батыр егет Баязит23.02.2018
Батыр егет БаязитҺуңғы ваҡытта йәштәр араһында сәләмәт йәшәүгә ынтылған егет һәм ҡыҙҙарҙың күп булыуы ҡыуаныслы. Ҡасандыр бер ҡулына тәмәке, икенсеһенә һыра тотҡан үҫмерҙәр “текә” күренһә, әле спорт яратҡан йәш кеше өлгөлө һанала. Бөгөнгө заман геройҙарының береһе – Сибай педагогия колледжы студенты Баязит Исхаҡов.

Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында тыуып үҫкән Баязит бала сағынан шуҡ, теремек, хәрәкәтсән була. Мәктәп йылдарында физкультура дәресен көтөп ала: йүгерергә, туп менән уйнарға ярата. Етеҙ, сәмле һәм зирәк малайҙы уҡытыусыһы шунда уҡ күреп, спортҡа ылыҡтыра. Баязит милли көрәште һайлай һәм яңылышмай. Өсөнсө класта тәүге тапҡыр келәмгә сыға һәм икенсе урынды яулай. Үҙендә көс-дәрт тойған йәш көрәшсе тренеры Рәмил Бай­егетов күрһәткән һәр алымды, кәңәште үҙенә һеңдерә бара. Артабан мәктәп, район, төбәк һәм республика кимәлендә төрлө ярыштарҙа ҡатнаша. “Көрәш менән шөғөлләнеп, әлегә тиклем һабантуйҙа һарыҡ алғаным да юҡ, төп маҡсат – уны яулау”, – ти әңгәмәсем.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, ти халыҡ әйтеме. Баязит Исхаҡов шулай уҡ саңғыла йөрөй, шашка буйынса турнирҙарҙа һәр саҡ призлы урындар яулай. Спортты үҙ итеүе, сәләмәт тормош алып барыуы егетте Сибай педагогия колледжының физкультура бүлегенә алып килә. Бында ла ул һынатмай: тәүге көндәрҙән төрлө ярыштарҙа ҡатнаша. Шулай ҙа уның иң ҙур еңеүе – “Ирәндек батыры-2016” республика спорт фестивалендә еңеүсе титулына лайыҡ булыуы. Иң батыр, иң мәргән егет булараҡ, уға арғымаҡ бүләк итәләр. Әле Баязит ярышта еңеп алған атын “ҡорос ат”ҡа алмаштырған.
– Спорт – ул һәр кем өсөн кәрәкле иң ҙур байлыҡ. Спорт менән бала саҡтан шөғөлләнергә кәрәк, тип уйлайым, – ти әңгәмәсем. – Быйыл ҡулыма диплом аласаҡмын, артабан әрмегә барып, хәрби бурысымды үтәргә уйлайым. Аҙаҡ юғары белем алыу тураһында уйлармын, әлегә “Рәсәй саңғы юлы”нда ҡатнашырға, шашка турнирҙарында еңеү яуларға һәм һабантуйҙа бил һынарға әҙерләнәм.
Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух, тигәндәй, Баязит Исхаҡов менән аралашҡан саҡта уның күҙҙәрендә осҡондар балҡыуын күрергә мөмкин. Дәртле, көслө рухлы, ҡыйыу, батыр Баязиттан йәштәребеҙ өлгө алыр.


Вернуться назад