Келәм көрәшселәрҙе көтә08.12.2017
15 – 18 декабрҙә Өфөлә XIV Һуғыш сәнғәте халыҡ-ара форумы үтәсәк. Ошо уңайҙан Рәсәй һуғыш сәнғәте союзының республика филиалы, ҡала идаралығы вәкилдәре, журналистар менән берлектә матбуғат конференцияһы үтте.

Өфө ҡала Советы депутаты, “Берҙәм Рәсәй” партия­һының төбәк сәйәси советы ҡарамағындағы физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса комиссия рәйесе, һуғыш сәнғәте союзының республика филиалы вице-президенты Александр Соснин уҙасаҡ форумдың программаһы менән таныштырҙы. Шулай уҡ Башҡорт­остан йыйылма командаһының ноябрь айында Сочи ҡалаһында уҙған ярыштарҙағы һәм Рәсәй уҡыусы­ла­рының VIII йәйге спартакиадаһындағы сығыштарына йомғаҡ яһаны. Александр Аркадьевич билдәләүенсә, республика спортсылары ил һәм халыҡ-ара кимәлдә үткәрелгән ярыштарҙа лайыҡлы сығыш яһай, үҙебеҙҙә үткәрелгән ҙур спорт сараларын да тейешле кимәлдә ойоштора.
Мәртәбәле сараны асыу тантанаһы баш ҡаланың “Динамо” спорт комплексында буласаҡ. Республиканың “Динамо” физкультура-спорт йәмғиәте төбәк ойошмаһы рәйесе урынбаҫары, Башҡортостандың Ҡул һуғышы федерацияһы вице-президенты Сергей Курбатов әйтеүенсә, спорт комплексы йыйында ҡатнашыусы­лар­ҙы һәм саҡырылған ҡунаҡтарҙы ҡабул итергә әҙер, сараны ойоштороу мәсьәләләре ыңғай хәл ителә.
Билдәле булыуынса, быйылғы халыҡ-ара форумда Рәсәйҙең 40 төбәгенән, БДБ һәм ШОС илдәренән 1500 спортсы ҡатнашасаҡ. Уларҙы һәм ҡунаҡтарҙы ҙур программа көтә: каратэ буйынса Бөтә Рәсәй оҫталар турниры, һуғыш сәнғәте төрҙәре буйынса асыҡ милли чемпионат, ушу буйынса асыҡ төбәк-ара һәм республика турниры, билбаулы көрәш, тай боксы, ҡул көрәше, шулай уҡ айкидо буйынса халыҡ-ара семинар һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса күрһәтмә сығыштар ҡаралған. Форумдың һуңғы көнөндә Халыҡ-ара профессиональ көрәш шоуы – “Combat Ring XXIV” уҙғарыласаҡ. Ҡатнашыусылар араһында Ҡытай, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстан, Азербайжан, Үзбәкстан, Беларусь, Украинанан һәм АҠШ илдәренән вәкилдәр буласаҡ.
Баш ҡалала үтәсәк оло сара тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте www.sbirb.ru сайтынан алырға мөмкин.



Вернуться назад