Бәхет ҡошо ҡунды иңенә21.02.2017
Бәхет ҡошо ҡунды иңенә – Анто-о-он! Бабиков! – Стадионда ла, телевизор алдында ла көйәрмәндәр бер юлы ҡысҡырып ебәрҙе. Әле генә биатлонсы яҡташыбыҙ Австрияның Хохфильцен ҡалаһындағы донъя чемпионатында ирҙәр командалары араһындағы эстафетала Рәсәй егеттәрен тәүге урынға сығарҙы. Йәғни үҙенең өсөнсө этабында атыу һыҙығынан беренсе булып ҡуҙғалып китте...
Антон тураһында декабрь башында ғына яҙып сыҡҡайныҡ. Былтыр мартта Европа чемпионы булған Өфө егете быйылғы миҙгелдә Донъя кубогы этаптарында сығыш яһаған иң көслө биатлонсылар араһында ла юғалып ҡалманы – эҙәрлекләү уҙышында еңеү яуланы.
Әлеге чемпионатта иһә тәүҙә уңышһыҙ сығыш яһаны. Спринтта 49-сы ғына булды, иртәгәһенә 39-сы урын менән хушһынды. Һөҙөмтәлә өсөнсө шәхси уҙышҡа икенсе спортсылар һайлап алынды.
Шулай ҙа эстафетала тренерҙар йәнә уға өмөт бағланы. Һәм яңылышманылар! Яҡташыбыҙ үҙ этабында бөтә мишендәргә лә төҙ атып, финишҡа иң алда килде һәм эстафетаны командалаш иптәшенә беренсе булып тапшырҙы. Уныһы ҡулға эләккән “бәхет ҡошон” ысҡындырманы. Алексей Волков, Максим Цветков, Антон Бабиков һәм Антон Шипулин тәүгә донъя чемпионы исемен яуланы.
Рәсәй спортсылары һуңғы тапҡыр бындай уңышҡа 2008 йылда өлгәшкәйне. Ул ваҡытта “алтын” биатлонсыларыбыҙ сафында тағы бер яҡташыбыҙ – Максим Чудов бар ине. Хәҙер уның эстафетаһын Антон Бабиков лайыҡлы ҡабул итеп алды.
Чемпионды республика Башлығы Рөстәм Хәмитов телефон аша ҡотланы, ҡайтҡас, уның менән осрашасағын белдерҙе.


Вернуться назад