Ҡыуып етеп, уҙып китербеҙме?30.09.2016
Ҡыуып етеп, уҙып китербеҙме? Ай күрҙе, ҡояш алды. Был әйтем юлаевсы Кирилл Капризов тураһында булыр. Кисә герой ине, бөгөн һуғыш суҡмарына әйләнде.

Бынан алдағы уйында беҙҙең Кирилл, хорват командаһының ҡапҡа­һына өс шайба индереп, көн геройы­на әйләнгәйне. Ә Новокузнец­киҙың “Металлург”ы менән осра­шыу­ҙа матч-штраф алды. Ысынлап та, донъя бер алдын, бер артын күрһәтә шул...
Ярай ҙа йәш хоккейсыбыҙҙың артабан уйнамауы ауыр эҙемтәләргә килтермәне. Киреһенсә, команда­быҙ­ҙан Әнүәр Лисин иҫәпте асып ебәрҙе. Һуңғы осорҙа Максим Ма­йоров уңышты нығытып ҡуйҙы, ә иң аҙаҡтан Дмитрий Воробьев миҙгел­дәге тәүге голын керетте. Әйткәндәй, беренсегә тотош матч буйы ҡапҡала Андрей Гаврилов торҙо.
3:0 – еңеү беҙҙең яҡта, әммә ҡы­уа­нырға иртәрәк. Клуб етәкселеге команда алдына 1 октябргә көнсы­ғыш конференцияла иң көслө тәүге һигеҙ коллектив рәтенә инеү бурысын ҡуйғайны. Бының өсөн әлегә 10-сы урында барған юлаевсылар кисә лидер “Авангард”ты оторға тейеш ине...




Вернуться назад