Еңелмәҫ "Сыңғыҙхан" — башҡорт батыры29.02.2012
Еңелмәҫ "Сыңғыҙхан" — башҡорт батырыДенис Шафиҡов сираттағы мәртәбә Европа чемпионы булып танылды
Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһында йәшәүсе 26 йәшлек боксёр, IBO версияһы буйынса донъя чемпионы Денис Шафиҡов 25 февралдә Абердин ҡалаһында (Шотландия, Бөйөк Британия) сираттағы еңеүен яулап, Европа чемпионы титулын һаҡлап ҡалды. Дәғүәсеһе лә ниндәй ине бит әле — "Абердин үлтереүсеһе" тигән ҡушаматлы Британия Берҙәмлеге чемпионы Ли Макаллистер!
Ринг батырының ҡайтыуын ишеткәс, шылтыратып хәлен белеү, тәьҫораттарын уртаҡлашыу теләге тыуҙы. Телефонды әсәһе Бүләкәй Ғәли ҡыҙы алды.
— Денис иртәнсәк кенә ҡайтып етте. Әле йоҡлай, һуңғараҡ шылтыратырһығыҙ инде, — тине ул беҙгә.
Улының татлы йоҡоһон һаҡлаусы, шатлыҡ һәм ғорурлыҡ кисереп, шул уҡ мәлдә бихисап шылтыратыуға яуап биреп өтәләнеп йөрөүсе әсәнең үҙен дә ҡотларға, Фуат Исрафил улы менән икеһенә милли рухлы баһадир үҫтергәндәре өсөн рәхмәт еткерергә ашыҡтыҡ. Денистың һәр алышҡа башҡорт милли кейемендә — елән менән ҡамсат бүректә — сығыуы, ҙур маҡсаттарға ынтылып йәшәүе тап уларҙың тәрбиәһенән килә.
Буласаҡ чемпионды атаһы бәләкәйҙән бокс түңәрәгенә ылыҡтырһа, тормошта дөрөҫ юл күрһәтһә, әсәһе уның рухи бөтөнлөгөн хәстәрләгән, халҡына һөйөү тәрбиәләгән. Ошо урында Бүләкәй Шафиҡованың Силәбе өлкәһендәге милләттәштәребеҙ араһындағы абруйын билдәләп үтке килә. Ул Мейәс ҡалаһында уҙған милли сараларҙан бер ҡасан да ситтә ҡалмай. Мәғрифәтсе, шағир Мифтахетдин Аҡмулланың ҡәберен тәрбиәләү бурысын да үҙ өҫтөнә алған.
Икенсе шылтыратыуыбыҙға чемпион үҙе яуап бирҙе. Тауышы көр.
— Денис, хәҙер һинең менән алышҡа сығырға теләүсе ҡыйыу боксёрҙар ҙа ҡалмағандыр инде, — тибеҙ уйынлы-ысынлы, сөнки уның профессиональ рингтағы утыҙға яҡын алыштың береһендә лә еңелгәне юҡ.
— Был алыштан һуң тәҡдимдәр, киреһенсә, арта башланы. Иртәгәнән киләһе ярышҡа әҙерләнә башлаясаҡмын. Хәҙер донъя чемпионы титулы өсөн көрәшергә әҙер икәнлегемде тоям, — тине башҡорт батыры.
Шотланд боксёрынан өҫтөнлөк алыу Денистың спорт даирәһендәге абруйын бермә-бер арттырҙы. Ул көсөргәнешле алышты һуш китерлек тамашаға әүерелдерә белеүе менән дә спорт һөйөүселәрҙең ихтирамын яуланы.
— Ли Макаллистерҙы үҙ илендә бик яраталар, ҙурлайҙар. Барыһы ла уға ставка яһаны, уның өсөн янып-көйҙө. Шулай ҙа үҙ-үҙемә ышанысым көслө булды. Беренсе раундта "Абердин үлтереүсеһе"нең көсөн самалап ҡараным. Мине тиҙ бирешер тип уйланылар. Икенсе раундтан һөжүм итергә тотондом. Һигеҙенсе раунд башланғас, ул артабан көс һынашыуҙан баш тартты. Тамашасыға алыш оҡшаны шикелле, һуңынан килеп автограф алдылар, бергә фотоға төштөк, — тип хәтергә төшөрҙө "Сыңғыҙхан" (Д. Шафиҡовтың рингтағы ҡушаматы) йондоҙло минуттарын.
Чемпионыбыҙ хәстәрлекле атай ҙа булып сыҡты — улы Артёмды йәһәтерәк балалар баҡсаһынан барып алырға ашыҡты. Өйҙә уны һөйөклө ҡатыны Эльмира менән кескәй ҡыҙы Юлиә көтә ине.
Нурзиә ХӘСӘНОВА.


Вернуться назад