Өмөт өҙөлдө тигәндә...30.10.2015
Өмөт өҙөлдө тигәндә... Ҡапҡан һайын ҡалъя булмай тиеүҙәре дөрөҫтөр. Хоккейҙа ла гел бәхет йылмаймай. “Адмирал”дан отолғас, юлаевсылар ҙа “ҡара һыҙат”ҡа аяҡ баҫты, буғай, тигән уй тыуҙы. Их, аҙ ғына түҙһәләр, чемпионатта тәнәфес башланыр, ял итеп тә алырҙар ине.

Түбәнге Новгородҡа барып, матчҡа әҙерләнергә ике тәүлек кенә ваҡыт бирелде. Күңелде шом биләй. Ысынлап та, уйындың тәүге осоронда уҡ “Торпедо” уңышҡа өлгәште – 1:0. Ә беҙҙекеләрҙең һөжүме улар­ҙың ҡапҡасыһы Михаил Бирюковтың “стена”һына ҡаҡлығып торҙо. Биш минут үтте, һөҙөмтә юҡ... 20 минут... 30 минут... Хәйерсегә ел ҡаршы – беҙгә тағы бер гол инде (2:0).
Ниһайәт, Хоҙай юлаевсыларҙы йәлләне шикелле: хужалар үҙҙәре яңылышты. Ә Николай Прохоркин бынан оҫта файҙаланды – 2:1. Инде еңелеребеҙгә күнгәс (матч бөтөргә бер минут ҡына ҡалған!), Александр Логинов йөрәктәрҙе елкетеп ебәрҙе – 2:2! Овертайм! Юҡҡа булмаған был һынылыш. Өҫтәмә ваҡытта өс минут үтеүгә Сами Леписты “йәшел” көйәр­мәндәрҙе шатлыҡҡа ҡойондорҙо – 2:3!
Күтәренке кәйефтә Минскиға сәфәр ҡылырға ғына ҡалды. Иғтибар, “Динамо” менән сәкәләшеү бөгөн киске 21 сәғәт 30 минутта башлана. Унан боҙ батырҙары ун көнгә ялға китәсәк.




Вернуться назад