Сочиҙа — Олимпиада, Силәбелә — Ауылпиада08.02.2014
Сочиҙа Олимпия уйындары башланыр алдынан Силәбеләге башҡорт йәштәре, ошо ваҡиғаны үҙҙәренсә билдәләп, ҡышҡы уйындар үткәрергә ҡарар итте.

“Ауылпиада-2014” – Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре союзы төбәк йәмәғәт ойошмаһы уҙғарған сара тап ошолай атала. Ул Пушкин исемендәге ҡала баҡсаһында үтте.
Әлеге “Ауылпиада”ны Олимпиада менән ҡыш, боҙ, һырғалаҡ, йәшлек берләштерә. Бындай сара өлкәлә тәүгә генә уҙғарылмай. Ғәҙәттә, ул Каток-Party тип исемләнә ине.
— Әлеге байрам башҡорт йәштәрен туплауҙы, бер-береһе менән таныштырыу, аралаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя, — ти Йәштәр союзы идараһы рәйесе Әлфир Илбаҡтин. – Беҙ айыҡ тормош яҡлыбыҙ. Шуға күрә әлеге сара ла эскеһеҙ үтте.
Мөхәмәт ХӘБИРОВ,
Башҡортостандың Силәбеләге
даими вәкиллегенең матбуғат секретары.


Вернуться назад