БСТ Сочиға осто!29.01.2014
БСТ Сочиға осто!
Башҡортостандың “Юлдаш” телевидениеһы 30-ҙан ашыу хеҙмәткәрен Сочиға оҙатты. Улар ҡышҡы Олимпия уйындарын төшөрәсәк.


Бынан ике йыл элек Рәсәйҙең “Панорама” телевидение компанияһы режиссер, телеоператор һәм башҡа белгестәрҙе яңы, юғары сифатлы техникала эшләү оҫталығына өйрәтә башлағайны. Бының өсөн бөтә Рәсәй телерадиокомпаниялары араһынан 1200 белгес һайланды. Улар төрлө сарала ҡатнашып, оҫталыҡ дәрестәре алды. Араларынан иң-иңдәре Сочи Олимпиадаһын төшөрөү хоҡуғына эйә булды. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: Рәсәй буйынса ун телеканалдың ғына хеҙмәткәрҙәре бындай бәхеткә лайыҡ, ә “Юлдаш” — һан буйынса иң күп хеҙмәткәрен ебәргән компания.
Тарих биттәренә күҙ һалһаҡ, 80-се йылдарҙа Мәскәүҙә үткән Олимпиаданы төшөрөргә Башҡортостан телевидениеһынан бер төркөм белгестәр барған. Уларҙың араһында Анатолий Семенов та булған. Хәҙер иһә уның ейәне Вадим Сочиға бара.
– Бала саҡтан телевидениела эшләргә хыялландым. Спорт менән ҡыҙыҡһынам, шөғөлләнәм, шуға ла Олимпиаданы төшөрөү тормошҡа ашмаҫ хыял кеүек ине. Олатайым кеүек ил өсөн әһәмиәтле сарала ҡатнашыуым менән ғорурланам, – ти йәш оператор.
Телевизор ҡараусылар иһә саңғы, биатлон, хоккей, фигуралы шыуыу, трамплиндан һикереү ярыштарын ҡарағанда, спортсылар өсөн генә түгел, бәйгене төшөргән операторҙар, режиссерҙар өсөн дә “ауырыһын”, сөнки тап ошо сараларҙы яҡташтарыбыҙ яҡтырта.


Вернуться назад