Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Акробат, меценат һәм… “үҙебеҙҙең егет”

Октябрьский ҡалаһында спорт акробатикаһы үҫешә.

Кем һуң ул Александр Дергунов? Уның исеме менән ҡаланың спорт тормошо тығыҙ бәйләнгән. СССР-ҙың спорт мастерлығына кандидат, спорт акробатикаһы буйынса ҡала федерацияһы етәксеһе хаҡындағы яҡты иҫтәлек был төбәктә һаман да тере, оло йөрәкле спортсыны һағыныу тойғоһо көслө яҡташтарында.

“Ни өсөн Дергунов кубогы һеҙҙең өсөн мөһим?” тигән һорауға тренер Олеся Муллағәлиеваның яуабы ҡыҫҡа:
– Беҙҙә йылына ике тапҡыр спорт акробатикаһы буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары үтә. Спортсыларыбыҙҙың ҡаҙаныштары менән ғорурланырлыҡ, сөнки Александр Дергунов ҡалала акробатика үҫеше өсөн бик күп эште башҡарҙы, ул спортсы ла, етәксе лә, меценат та булды.

Меценат кешеләргә бушлай ярҙам күрһәтеүсе генә түгел. Кем үҙ алдына алған ҙур бурысын үтәү менән бергә йәмғиәттең рухын күтәреүгә, бөтәйтеүгә көс һала, һайлаған йүнәлешен ҡанат аҫтына алып ҡурсаларға тырыша – бына шул инде ысын меценат.

Ҡалала тәүге тапҡыр федерация етәксеһе иҫтәлегенә турнир 2015 йылда үткәрелә, Рәсәйҙең 14 төбәгенән 440 спортсы үҙ көсөн һынай. Ә 2017 йылда ярыш географияһы тағы ла киңәйә төшә – Ҡырым Республикаһы һәм Әрмәнстандан да командалар ҡатнаша.

Александр Михайлович спортта ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшмәһә лә, ҡаланың акробатика менән шөғөлләнгән йәштәре өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләй: рухландырыусыһы ла, алға әйҙәүсеһе лә, финанс ярҙамы күрһәтеүсеһе лә була. А. Дергунов етәкселек иткән осорҙа егерменән ашыу спорт мастеры, 100 спорт мастерлығына кандидат әҙерләнә.

Ринат Хафизов иҫтәлегенә Бөтә Рәсәй турнирҙарын үткәреү, Владислав Волков иҫтәлегенә халыҡ-ара ярыштарҙы юғары кимәлдә ойоштороу ҙа уның иңенә төшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Александр Михайловичтың ғүмере лә иртә фажиғәле өҙөлә.

Ҡала хакимиәтенең спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Илдар Рама­ҙанов әйтеүенсә, остаз ҡал­дыр­ған нигеҙ ышаныслы, Октябрьский – республикабыҙҙа ғына түгел, ил киңлегендә лә ҡаҙаныштарға бай, спорттың 64 төрө киң йәйелдерелгән, чемпиондар тәрбиәләнгән төбәк.

– Ҡалала өс спорт мәктәбе эшләүе, республика бюджетынан аҡса бүленеүе, ҡала хакимиәте тарафынан даими иғтибар булыуы, һис һүҙһеҙ, яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшергә ярҙам итә. Өс йыл рәттән республикала еңеү яулауыбыҙ ҙа шуға дәлил. Әле ҡала мәктәптәре эргәһендә һәр кем файҙалана алырлыҡ 11 каток эшләй, унан тыш, йорт ихаталарында ете боҙ майҙансығы бар. Улар ҡарҙан көн дә таҙартыла. Көслө тренерҙарыбыҙ менән генә түгел, традицияларыбыҙҙың ныҡлығы менән дә ғорурбыҙ. Былтыр 12 спортсыбыҙ Европа, донъя чемпиондары титулын яуланы. Саңғыла спорт ориентирлашыуы буйынса Рәсәй беренселегенә һәм кубогына үткәрелгән чемпионатта уңышҡа өлгәшкән, икеһе лә Вадим исемле һәләтле спортсыларыбыҙҙы илдең йыйылма командаһына алдылар. Огородников, Никитин тигән фамилияларҙың юғары спорт аренаһында яңғыраясағына ышанам, – ти Илдар Илһам улы.

2018 йылдың “алтын” исемлегенә ингән 12 спортсының өсөһөнөң донъя беренселегендә бронза миҙал яулауы ла ҡаланың спорт тарихына өр-яңы бит өҫтәгән. 22 февралдә Октябрьский йәнә спорт акробатикаһы буйынса А. Дергунов иҫтәлегенә үткәрелгән Бөтә Рәсәй ярыштарына илдең төрлө төбәктәренән көслөләрҙән-көслө оҫталарҙы ҡабул итте. Дәрәжәле ҡунаҡтарҙы, талантлы спортсыларҙы ҡыуандырыу, һоҡланыу тойғоһо уятыу өсөн хужаларҙың сәбәбе лә, ерлеге лә бар. Бынан ике йыл элек ишектәрен асҡан махсус акробатика залы йәштәргә көтөп алынған оло бүләк булды. Бөтә заман талаптарына яуап биргән бина канат, батут, швед стенкаһы һәм башҡа кәрәкле ҡорамал менән йыһазландырылған.

Уның асылыуы менән спорттың был матур, күркәм төрөнә ҡыҙыҡһыныу ҙа бермә-бер артҡан, ә буласаҡ чемпиондар “өйҙәш”лектән ҡотолоп, үҙҙәренең акробаттар “батшалығын” тыуҙырған.


Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотолары


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 738

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 359

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 271

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 229

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 418

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 278

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 256

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 417

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 219

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 088

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 194

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 064