Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡыйғылар сәләмәт тормош яҡлы

Сәләмәт йәшәү рәүешенә иғтибар ҙур.

Районда спорт тормошона, сәләмәт йәшәү рәүешенә ҙур иғтибар бирелә. Ауыл биләмәләре, ойошмалар һәм предприятиелар араһында спорттың 12 төрө буйынса спартакиада үтә. “Ихата чемпиондары лигаһы. Йәйге старт”, “Чемпион менән бергә күнекмә” кеүек саралар, шахмат турнирҙары айырыуса күп халыҡты йәлеп итә. Ҡыйғылар “Рәсәй саңғы юлы”, “Милләттәр кросы” кеүек тотош ил күләмендә уҙғарылған спорт ярыштарына дәррәү ҡушыла.

Ярыштар гөрләп үтә

Сәләмәт йәшәү рәүеше ауылдарҙа ла киң ҡолас ала, уларҙа хоккей, волейбол, футбол үҫешә, “Ауыл спорт уйындары” сараһы гөрләп үтә. Ибрай, Үрге һәм Түбәнге Ҡыйғы ауыл биләмәләрендә хакимиәт башлыҡтары призына волейбол ярышы үткәреү матур йолаға әйләнгән. Ҡыш дауамында саңғыла уҙыш буйынса дүрт фестиваль үткәрелеүе лә – был төбәктә спорт һөйгән халыҡ йәшәүенә дәлил.

Райондың Балалар-үҫмерҙәр спорт мәк­тәбе тренерҙарының, белем усаҡтарында һабаҡ биргән физик тәрбиә уҡытыусыла­рының да эшмәкәрлеге маҡтауға лайыҡ, сөнки буласаҡ чемпиондарҙы тап улар тәрбиәләй. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе туғыҙ йүнәлеш буйынса маҡсатлы эш алып бара: футбол, баскетбол, волейбол, шахмат, еңел атлетика, саңғы, көрәш, хоккей һәм гер спорты. Мәктәп иртәнән кискә тиклем бала­ларҙың шат тауышынан гөрләп тора, бында 500-ҙән ашыу йәш спортсы шөғөлләнә.

Ғаиләләр менән эшләүгә айырым иғтибар бирелә. “Атай, әсәй һәм мин – спорт ғаиләһе” фестивале йыл һайын сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ иткәндәрҙең күплеген раҫлай. Быйыл тәүге тапҡыр ғаиләләр араһында волейбол турниры уҙғарылған. “Киләсәктә был сара ла даимигә әйләнер тип ышанабыҙ. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды”, – тип билдәләне район хакимиәтенең спорт комитеты белгестәре.

Шәхестәрен онотмайҙар

Ҡыйғылар билдәле шәхестәренең иҫтә­легенә төрлө ярыштар, турнирҙар ойоштороу йәһәтенән дә алдынғы. Мәҫәлән, йыл һайын генерал-майор Рауил Фәйрүзов призына шахмат турниры, еңел атлетика кросы, Советтар Союзы Геройы Дмитрий Ракшин иҫтәлегенә саңғы ярышы уҙа. Ҡыйғы районының элекке хакимиәт башлығы, йәмәғәт эшмәкәре Радик Камаловтың ҡатыны һәм балалары, уның яҡты иҫтәлегенә бағыш­лап, үҫмерҙәр араһында милли көрәш буйын­са асыҡ турнир ойоштора. Тыуған ил алдын­дағы хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яугир-интернационалсыларҙы, ил һәм тәртип һаҡсыларын да онотмай яҡташтары. Роберт Хәкимов, Илгиз Ғәйнетдинов, Илнар Рәхим­йәнов, Зилә Ахунова иҫтәлегенә ойошто­ролған ярыштар изге йолаға әйләнә бара.
Бындай саралар, бер яҡтан, халыҡты сәләмәт тормошҡа, спортҡа ылыҡтырһа, икенсе яҡтан, йәш быуында илһөйәрлек, рухи ныҡлыҡ, ихтыяр көсө тәрбиәләй.

Донъя чемпиондары ауылда үҫә

Артур Зөлҡәрнәевкә – 23 йәш. Яҡташтары – ҡыйғылар ғына түгел, республика көрәш­селәре лә уны донъя чемпионы булараҡ белә.
Артур Арыҫлан ауылында тыуып үҫә. Ун йәшендә көрәш менән ныҡлап шөғөлләнә башлай. Тәүге тренеры атаһы Валерий Ғәле улы Зөлҡәрнәев була.

Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, еңеүҙәре тос Ҡыйғы батырының: 2012 йылда Бразилияла билбаулы көрәш буйынса донъя чемпионы булып таныла. Киләһе йылына ла еңеүсе исемен лайыҡлы яҡлауға өлгәшә. Былтыр – Ҡаҙағстанда, ә быйыл Ҡазанда үҙ ауырлыҡ үлсәмендә тағы ла донъя чемпионы титулына лайыҡ була.

2013 йылда Артур көрәш буйынса спорт мастеры нормативын уңышлы үтәй, ә быйыл уға халыҡ-ара класлы спорт мастеры исеме бирелде.
Арыҫлан ауылының арыҫландай батыр егете киләсәген спорттан башҡа күҙ алдына ла килтермәй. Алда уны тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр көтһөн, көрәш майҙанының бил бирмәҫ батырына әллә күпме йондоҙло сәғәттәр кисерергә яҙһын!


Автор: Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА әҙерләне
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 738

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 359

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 271

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 229

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 418

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 278

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 256

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 417

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 219

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 088

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 194

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 064