Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тау ҡарсығалары осҡан ерҙә төйәкләнгәс...
Тау ҡарсығалары осҡан ерҙә төйәкләнгәс...Һауала кәйелеп осҡан ҡарсығаларҙы күҙәткәнегеҙ бармы? Ҡарап торһаң, иҫ китерлек тамаша. Ҡоштарҙың бер-береһен ҡурсалап, һаҡлап осоуына көнләшерлек.
Мәғрур Ирәндек итәгендә, ҡаянан урғылып сыҡҡан бәләкәй Ҡарсыға шишмәһе янында урынлашҡан, хәтфә болондарында аллы-гөллө күбәләктәр осҡан, туғай һәм урман сәскәләренән хуш еҫтәр аңҡыған, йәнгә һәм тәнгә сихәт бирерлек саф һауаһы, ағастар шауы, ҡоштарҙың сут-сут һайрауынан донъяның бар матурлығын тойоу, күңелеңә рәхәтлек алыу минуттарын бүләк иткән Ҡарсыға каньонында булыу бәхете беҙгә лә тейҙе.


Үҙ брендыбыҙ
булырға тейеш


Баймаҡтың иң йәш эшҡыуарҙарының береһе Иҙел Солтановтың “Тау ҡарсығаһы” тип аталған ял итеү урынын күптәр белә. Бында ғаилә, дуҫтар һәм коллектив менән тыуған көн, юбилей, осрашыу, байрам кисәләре үткәрергә, тәбиғәттә ял итергә күпләп киләләр. Әйткәндәй, уны төҙөү уйы эшҡыуарҙа көтмәгәндә тыуа.
Иҙел Миңдейәр улы иптәштәре менән тыуған көнөн билдәләргә тәбиғәт ҡосағына сыға. Тирә-яҡтың матурлығына һоҡланып, ниңә ошонда ял итеү урыны булдырмаҫҡа тигән уйға килә. Йәмле Ирәндек буйында ял итеүселәр йылдан-йыл арта, әммә уларҙың артынан сүп-сар өйөлөп ҡала, йылға буйҙары бысраҡҡа күмелә. Халыҡтың матур ял итә белмәүе, уларҙың ҡырағайҙарса ҡыланыуы аҡрынлап ошондай матурлыҡты юҡҡа сығарыуы ла ихтимал бит.
Ҡайтып, ҡатыны Әминә Радмир ҡыҙы менән кәңәшләшеп, ғаилә бизнесын төҙөү кәрәк тигән ҡарарға килә йүнсел ир-егет. Тәүҙә өс гектар ерҙе ҡуртымға ала, мунса, беседка, бассейн эшләй. Тирә-яғын төҙөкләндерә, палатканан булһа ла йорт ултырта, шашлыҡ, аш-һыу әҙерләү, шишмә янында усаҡ яғыу өсөн махсус урын булдыра. Һөҙөмтәлә 2017 йылдың майында бында тәүге ял итеүселәр аяҡ баҫа. Тәүҙәрәк халыҡ һирәк килһә, аҙаҡтан, бер-береһенән ишетеп, “Тау ҡарсығаһы”н күрергә теләүселәр бермә-бер арта. “Аҙнаның биш көнөндә кеше тулы. Ял итеү урынының ҡаланан өс саҡрым ғына алыҫлыҡта булыуы, тәбиғәттең матурлығы, тыныслыҡ, һиллек күптәрҙе йәлеп итә”, – ти Иҙел Солтанов.
Йән-тәнеңә сихәт, көс биргән, ҡайын миндеге булған эҫе мунсанан һуң теш ҡамаштырырлыҡ һалҡын һәм саф һыулы Ҡарсыға шишмәһенән йыйылған бассейнға һикереү үҙе ни тора! Шулай уҡ бында тау итәгенән еләк, сейә, шифалы үләндәр йыйыу мөмкинлеге бар.
– Ана, күрәһегеҙме, аҫтараҡ яңы ағас йорттар күтәрә башланыҡ, өр-яңынан мунса ултырттыҡ, бассейн эшләйбеҙ, – тип уңыштары менән уртаҡлашты Иҙел Миңдейәр улы. – Был өлкәлә табышлы эшләү өсөн бер нисә йорт, мунса булыуы мотлаҡ. Ялға килергә теләүселәр күп, тик барыһын да ҡабул итә алмайбыҙ. Халыҡ бит хәҙер тәбиғәттә булыуға өҫтөнлөк бирә, уларға тыныс, уңайлы урын кәрәк. Киләсәктә был кәсепте үҫтереү маҡсатында туристарҙы ҡыш та ҡабул итергә ине – ошоно ойоштороу юлдарын барлайым. Бының өсөн эргәләге тауҙа саңғы юлы, тюбингта шыуыу урыны булдырыу, бәләкәй генә булһа ла каток эшләү кәрәк буласаҡ. Шөкөр, шарттар ҙа бар: ана, Ҡарсыға ҡаяһын ҡарағыҙ – ни тиклем бейек һәм матур! Шулай уҡ йәйәүләп тә, һыбай ҙа Ғәҙелша шарлауығына экскурсияға барыу маршрутын төҙөнөк. Туранан ун километр килеп сыға, теләгәндәрҙе үтә алған машиналарҙа йөрөтөү буйынса эш алып барыла.
Һәр эштә камиллыҡтың сиге юҡлығы иҫбатлана, әленән-әле яңы идеялар, хыялдар барлыҡҡа килә, уларҙы хәл итеү юлдары өйрәнелә. Алдан әйтелгәнсә, хәҙер халыҡ тәбиғәттә ял итергә күнекте, уның менән аралашыу, матурлығын күреү, саф һауала булыу – күптәрҙең хыялы.
“Ни өсөн “Тау ҡарсығаһы”нан каньонға?” тиеүемә эшҡыуар түбәндәгесә яуап бирҙе: “Ошо хаҡта интернет киңлегендә һорау алыу ойошторҙоҡ, 99 процент каньонды һайланы. Беҙ уларҙың фекерҙәренә ҡолаҡ һалдыҡ. Эшҡыуарлыҡта һәр әйберҙең – исемдән алып хеҙмәтләндереүгә тиклем – үҙ бренды булырға тейеш. Шунһыҙ алға китеп булмай, айырыуса туризм өлкәһендә”.
Йәнә шуны әйтергә кәрәк: бренд тигәндән, ял итеү урынының үҙ эмблемаһы эшләнгән, шулай уҡ киләсәктә ошо исем менән һыуһынды ҡандырырлыҡ шифалы эсәр һыу етештереү планлаштырыла.

Быуаларҙа
балыҡтары йөҙөр


Һуңғы йылдарҙа республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса төрлө программалар уңышлы эшләй. Күптәр малсылыҡ, игенселек, үҫемлекселек буйынса үҙ кәсебен йәйелдерә, дәүләт ярҙамы ала. Әммә балыҡсылыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәр, ни өсөндөр, һирәк осрай. Дөрөҫ, тиҙ табыш алыуға өмөтләнеү мөмкин түгел бында. Ләкин шул уҡ ваҡытта күптәрҙең яңы тотолған балыҡты үҙ итеүен, уларҙың магазин кәштәләрендә һирәк осрауын, булғандарының да ситтән килтерелеүен иҫәпкә алғанда, был тармаҡ, һис шикһеҙ, килемле.
Иҙел Солтанов та балыҡсылыҡты үҫтереү йүнәлешендә яңы эш башларға йыйына. Йәнә дүрт гектар ерҙе ҡуртымға алып, унда 10 мең квадрат метрлыҡ ике быуа булдырырға уйлай. Балыҡсылар өсөн икешәр йорт, мунса төҙөргә, бассейн эшләргә ниәтләй. Шулай уҡ балыҡ һаҡлау урыны буласаҡ, киләсәктә уны киптереү эшен дә яйға һалмаҡсы. Иң ҡыҙыҡлыһы: шифалы балсыҡтан дауалау урыны төҙөү планлаштырыла. Әленән үк район биләмәһендәге балсыҡ тикшереү үтә, төрлө лаборато­рияларҙа уның составы, шифаһы өйрәнелә.
– Ял итеү юлдары бик күп. Кемгәлер тәбиғәт ҡосағында, һиллектә дуҫтары менән аралашыу оҡшаһа, икенселәр күңел ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү юлдарын эҙләй, – ти йүнсел. – Мәҫәлән, балыҡсылар. Минең яңы йүнәлештең төп маҡсаты шул: кеше беҙгә килеп, быуала балыҡ тотоп, уны бешереп ашап, кәрәк тиклемен һатып алып, бер юлы ял да итеп ҡайтырға тейеш. Проектты уңышлы яҡланым, хәҙер уны тормошҡа ашырыу өсөн 22 миллион һум самаһы аҡса талап ителә. Әлбиттә, быға инвесторҙарҙы ла йәлеп итеү мөмкинлеге бар, әммә эште үҙебеҙ башларға тейешбеҙ тип уйлайым. Хөкүмәт тарафынан да ярҙамға өмөт итәбеҙ.
Балыҡсылыҡ тармағы буйынса үҙ кәсебен йәйелдергән йүнселдәрҙең эшен яҡындан күреү, танышыу маҡсатында Иҙел Солтанов Учалыла, Нуриманда булған, хәҙер Салауат районындағы бағыр үрсетеү буйынса махсуслашҡан фермерҙың хеҙмәт алымдары менән танышырға юлланасаҡ.
Шуныһы бар: йәш йүнсел әлегә дәүләт ярҙамының бер төрөн дә алмаған. “Фермер мәктәбе”ндә һәм үҙенең ике юғары белеме ярҙамында эшҡыуарлыҡтың яңы алымдарын өйрәнгән, замандан бер аҙым алда атлаған Иҙел Солтанов тулы тормош менән йәшәй. Утыҙҙы уҙған ир-азаматы – район Советы депутаты, урындағы йәш эшҡыуарҙар мәктәбе етәксеһе, Әмирхан исемле шәп малайҙың атаһы, ышаныслы тормош юлдашы.
Рухы ташып торған Иҙел Солтанов халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлдәренә, йолаларына тоғро. Ул уҡ атыу менән етди ҡыҙыҡһына, ял итеүселәргә лә ошо шөғөл буйынса тәүге дәрестәрен бирә башлаған. Бының өсөн бөтөн уңайлыҡтар булдырылған. Кем белә, бәлки, ял итеүселәргә ҡарсығаларға һунар итеү мөмкинлеге лә тыуҙырылыр әле.

Электр ҙа үтһә...

“2011 – 2018 йылдарҙа Рәсәй Федера­ция­һында туризмды үҫтереү” программа­һының ҡабул ителеүе төбәктә ошо йүнәлеште һайлаған эшҡыуарҙарға, “йәшел юл” асыу менән бер рәттән, байтаҡ бурыс та ҡуйҙы. Билдәле булыуынса, төбәктең көньяҡ-көнсығыш райондарын иҡтисади яҡтан үҫтереү программаһына ярашлы, эшҡыуарлыҡҡа иғтибарҙы арттырыу, эске туризм үҙәктәрен үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә саҡырыу маҡсаты тора. Был ғәмәлдең күпмелер кимәлдә тормошҡа ашырыла килеүе, республикала турист-рекреация кластерҙарының концепцияһы әҙерләнеүе, уның менән шөғөлләнергә теләк белдереүселәрҙең артыуы – яҡшы күренеш.
Туризмдың килемле тармаҡ булыуы бер кемгә лә сер түгел. Әммә бөгөн беҙҙә ул үҫешкән тип әйтә алмайбыҙ, сөнки заман кәсебен юғары кимәлгә күтәреү өсөн күп көс талап ителә. Маҡсатҡа ярашлы эштәрҙең барыһы ла аҡса мәсьәләһенә барып төртөлә. Ләкин быға бирешмәй Иҙел Солтанов. Мәҫәлән, электр үткәреүгә әллә ҡасан уҡ рөхсәт булып та, ошоғаса ял итеү урынына яҡтылыҡ һуҙылмауы сәбәпле әйләнгән һайын Өфө – Баймаҡ юлын тапарға тура килһә лә, маҡсатынан баш тартырға уйы юҡ. “Электрһыҙ бер нәмә лә эшләп булмай, генераторҙың көсө етмәй, – ти ул. – Төҙөлөш туҡтала, сөнки ағас бысыу, йышыу станоктарын эшләтә алмайбыҙ. Нимәгә тотонһаң да, ут кәрәк”.
Сит илдәрҙә ял итеүҙе һайлағандарға күптәр үҙебеҙҙә ҡалырға, ҡырға йөрөмәҫкә кәңәш итә. Әммә шул уҡ ваҡытта төбәктә туризм индустрияһы өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылырға тейешлеген дә онотмаһаҡ ине. Ул сағында ял итеүселәр ҙә күп булыр, халыҡ та ҡәнәғәтлек кисерер. Беҙҙең халыҡҡа агротуризм төшөнсәһе әлегә ятыраҡ. Әммә замандан артта ҡалмай, был йүнәлеште бөгөндән үҫтереү мөһим, сөнки иртәгә һуң булыуы ихтимал. Үҙ еребеҙгә үҙебеҙ хужа булып, был кәсептән табыш алып, етеш йәшәргә бөтөн шарттар бар бит!

Баймаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 689

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 312

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 255

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 215

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 399

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 263

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 240

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 399

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 197

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 070

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 173

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 048