Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ике тәгәрмәсле “тимер ат” батшалары
Ике тәгәрмәсле “тимер ат” батшаларыҠотлайбыҙ! Рәсәй милли йыйылма командаһы мотоцикл спорты тарихындағы беренсе “Спидвей олимпиадаһы”нда еңеү яуланы. Шуныһы һөйөнөслө: уның составында беҙҙең данлыҡлы яҡташыбыҙ Эмиль Сәйфетдинов та бар.

Беренсе һөйөнөслө яңылыҡ июнь башында уҡ килгәйне. Спорт агентлыҡтары “Милләттәр спидвейы” халыҡ-ара турниры-ның ярымфиналында ватан­дашта­рыбыҙҙың еңеүен хәбәр иткәйне. Артем Лагута, Эмиль Сәйфет­динов, Глеб Чугуновтан (запас уҙышсы) торған команда, иң күп мәрәй йыйып, немец һәм дат спортсылары менән бер рәттән финал уҙыштарында ҡатнашыу хоҡуғын алды.
“Милләттәр спидвейы”ның тарихы алыҫ 1947 йылға барып тоташа. Халыҡ-ара мотоцикл федерацияһы Голландияла тәүге Милләттәр мотокросы ойоштора. Төп призды инглиздәр яулай. Һәм Милләттәр трофейын Чемберлен трофейы тип йөрөтә башлайҙар. Ысынлап та, ул ваҡытта Англияла мотоуҙыштар бик популяр, ә был милләт спортсылары ярыштарҙа гел алдынғы була. Әммә был спорттың спидвей төрөндә ошондай кимәлдәге турнирҙы былтыр ғына ойошторорға хәл итәләр.
...Һәм бына Польшаның Вроцлав ҡалаһында хәл иткес ярыш. Генераль классификацияның башында йәнә инглиздәр тора. Ике көн һөҙөмтәләре буйынса ла улар алда бара. Алтын миҙалдар яҙмышы суперфиналда хәл ителә. Унда бөтә командаларҙан да күберәк мәрәй йыйған коллективтар – Рәсәй һәм Англия вәкилдәре пары сыға. Эмиль Сәйфетдинов – Артем Лагутамы, Тай Уоффинден – Робрет Ламбертмы?
Старт! Беренсе әйләнеш, икенсе әйләнеш... Уоффинден – беренсе! Уның ҡарауы, Лагута менән Сәйфетдинов – икенсе-өсөнсө урындарҙа. Икенсе инглиз егете артта ҡалды. Тимәк, беҙҙең дөйөм мәрәйҙәр һаны күберәк, сөнки был бит команда ярышы!
– Иң көсөргәнешлеһе турнир­ҙың икенсе көнө булды. Йома­лағы уҙыштарҙан һуң мотоцикл­дарҙы үҙгәртеп көйләргә тура килде. Артабан мин тулы көскә спидвей Гран-прийы ярышта­рындағы шәхси уҙыштарға әҙерләнәсәкмен. Был еңеүҙе ҡабатлағым, донъя чемпионы булғым килә. Тырышасаҡмын! Әммә бөгөнгө хистәрем бер нимә менән дә сағыштырырлыҡ түгел. Бөтәһен дә Рәсәй өсөн эшләнек! – тине фиништан һуң Эмиль Сәйфетдинов.
Артем Лагута иһә команданың дөрөҫ тактика һайлауы тураһында белдерҙе:
– Һайлап алыу уҙыштарында инглиздәрҙән күберәк мәрәй йыйырға ынтылдыҡ. Суперфиналда улар менән ярышасаҡты күҙаллағайныҡ инде. Хәл иткес уҙышта Тайҙың көслөрәк икәнен күреп, уға байтаҡҡа алға китергә мөмкинлек бирҙек, ә икенсе инг-лиз егетен үткәрмәҫкә тырыш­тыҡ. Был хәлдә беҙҙең мәрәйҙәр күберәк булырын аңлағайныҡ.
Артем Лагута тыумышы менән Алыҫ Көнсығыштан, Приморье крайынан. Эмилдең иһә Башҡорт­остандан булыуын хәбәр иткәйнек инде.
Ул 1989 йылда Салауат ҡалаһында тыуа. Мотоспорт менән шөғөлләнә, йәшләй генә уҙыштарҙа еңә башлай. 2002 йылдан йәш үҫмерҙәр араһында алмаштырғыһыҙ ил чемпионы була. Тиҫтерҙәре менән ярышта ике тапҡыр донъя чемпионы исемен яулай. Өлкәндәр рәтенә күскәндән бирле ике тапҡыр Европа чемпионы, шәхси берен­селектә – бер, команда иҫәбендә ике тапҡыр донъя чемпио­натының бронза призеры булды.
Эмилдең спорт карьераһында шундай ҡыҙыҡ хәл була: 2005 йылда беренсегә халыҡ-ара ярышта – үҫмерҙәр араһындағы Европа чемпионатында ҡатнаша. Ярымфиналда 5-се урын алып, финалға сыға, ләкин уны бығаса тарихта булмаған аҡланыу менән артабанғы уҙыштарҙан ситлә­тәләр: “Йәше етмәү сәбәпле”. Ысынлап та, ул мәлгә яҡташы­быҙға 16 йәш тә тулмаған була шул!
Ә 20 йәшендә ул, Рәсәйҙән беренсе булып, Донъя кубогы турнирына даими нигеҙҙә саҡырыу ала. Һәм уның тәүге этабында уҡ беренсе урынды яулай. Һөҙөмтәлә Эмиль был ярыштар тарихында донъяла иң йәш еңеүсе булып таныла.
Салауат егете ҡышҡы мотокросс һәм шоссе уҙыштарында ла ҡатнаша. Ул поляк гражданлығына эйә, сөнки был осраҡта Европалағы күп һанлы турнирҙарға йөрөү өсөн виза кәрәкмәй. Өҫтәүенә Польша Экстралигаһында ла даими ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Әммә барлыҡ халыҡ-ара турнирҙарҙа ла Эмиль Сәйфетдинов элеккесә Рәсәй данын яҡлай. Афариндан башҡа ни әйтәһең!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 689

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 313

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 255

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 216

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 400

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 265

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 240

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 401

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 199

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 071

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 175

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 049