Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кем батырҙарҙың-батыры?
Кем батырҙарҙың-батыры?Салт аяҙ көн. Өфөләге “Каруанһарай” сауҙа-эш комплексы алды халыҡ менән шығырым тулы. Майҙанда дәртле көй-моң ағыла. Бөгөн бында тәүге тапҡыр “Башҡортостан батыры” Бөтә Рәсәй баһадирҙар ярышы уҙа. Уны ойоштороу башланғысын пауэрлифтинг һәм армрестлинг буйынса спорт мастеры, 2005 йылдағы “Планетаның иң көслө кешеһе” турнирының вице-чемпионы, “Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” турнирының дүрт тапҡыр еңеүсеһе милләттәшебеҙ Эльбрус Ниғмәтуллин тәҡдим иткәйне.


Был турала хәбәр күптән йөрөнө. Афишалар эленеп торҙо. Ә инде май башында Эльбрус социаль селтәрҙә ошо сараға тип үҙе ҡайын ағасынан юнған 28 килограмлыҡ суҡмарҙың фоторәсемен ҡуйғас, кешеләрҙең ярышты барып ҡарау теләге бермә-бер артты. Етмәһә, ойоштороусылар һәм ҡунаҡтар араһында ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялаловтың, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың булыуы турнирҙың мәртәбәһен арттырҙы.
Билдәләнгән көндө илдең төрлө төбәктәренән килгән 13 атлет “Алыш бармы, көрәш бармы?” тип уртаға сығып баҫты. Байрам программаһына стронгмендарҙың дүрт классик ярыш төрө – лог-лифт (120 килограмлыҡ бүрәнәне ваҡытҡа күтәреү), тракк-пул (17 тонналыҡ “МАЗ” автомобилен ваҡытҡа урынынан күсереү), кәүҙәнең тартыу көсөнә нигеҙләнгән күнекмә (1,5 тонналыҡ “Лада Ларгус” еңел машинаһын күтәреп төшөрөү), “фермерҙың ял итеп йөрөүе” (110-ар килограмлыҡ ике ҡул йөгөн ташыу) ингәйне.
Бынан тыш, Эльбрус Ниғмәтуллин ярыштар программаһына беренсе тапҡыр халҡыбыҙҙың милли уйыны “Суҡмар ырғытыу”ҙы ла индереп ебәрҙе. Өфө мэры Ирек Ялалов был турала:
Кем батырҙарҙың-батыры?– Бөгөн тәүгә үткәргән турнирға миллилек өҫтәргә тырыштыҡ. Борон башҡорт батырҙары уҡ атыуҙа һәм ат сабышында ҡатнашыу менән бер рәттән суҡмар ҙа ташлашҡан. “Ҡамыр батыр” башҡорт халыҡ әкиәтен уҡыған кеше ошо шөғөл тураһында белә. Әкиәттә уның ауырлығы 25 бот тартҡан. Беҙҙең спортсылар өсөн уны еңелерәк итеп яһаныҡ – ни бары 28 килограмм, – тип көлдөрөп тә алды.
...Бына бүрәнә күтәреү ярышы башланды. Майҙандағы ике атлеттың береһе быны биш кенә тапҡыр башҡарһа, икенсеһе һөҙөмтәһен һигеҙгә еткерҙе. Әммә был да рекорд түгел әле – сираттағы ҡатнашыусы ҡоралды 11 тапҡыр баш өҫтөнә сөйҙө!
Хәҙер инде йөк машинаһын урынынан ҡуҙғатып, мөмкин тиклем алыҫҡараҡ тартыр кәрәк. Арҡанды матҡып тотоп автомобиль һөйрәткән манма тиргә батҡан спортсы янында, себен кеүек маҙаһыҙлап, микрофон тотҡан алып барыусы йөрөй. Хәлдән тайып туҡтаған баһадирҙан “Нисек һиңә был күнекмә? Ауырмы?” тип һорауына ергә һеңгәҙәткән яуап алды: “Үҙең эшләп ҡара!” Майҙанды дәррәү көлөү тауыштары яңғыратты...
Һәр бер атлетҡа һәр күнекмә өсөн тейешле мәрәйҙәр яҙылды. Ярыштар артистарҙың сығыштары менән үрелеп барҙы. Спортсылар тын алған арала Заһир Зәйнетдинов ҡумыҙҙа уйнаны, Урал Мортазин өҙә баҫып бейене.
Кем батырҙарҙың-батыры?Еңеүселәр иң күп мәрәй йыйыу буйынса билдәләнде. Һөҙөмтәлә өсөнсө урынды Өфөнән Булат Зарипов (45 мәрәй) алды. Икенсе урынға Силәбенән Сергей Быков (53 мәрәй) сыҡты. Ә беренселекте Свердловск өлкәһенең Первоуральск ҡалаһынан Виталий Исмәғилев (58,5 мәрәй) яуланы. Ҡатнашыусыларға һәм призлы урын алған батырҙарға миҙал, кубок, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Абсолют еңеүсегә иһә, йола буйынса, тәкә лә эләкте.
Ҡояшлы май көнөндә өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары бына шундай матур байрамды тамаша ҡылды. Ирек Ялаловтың был сараны даими уҙғарып, еңеүсегә бүләккә еңел машина инселәргә тәҡдим итеүе халыҡты тағы ла дәртләндереп ебәрҙе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 731

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 353

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 271

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 228

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 415

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 275

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 254

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 415

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 218

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 085

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 192

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 062