Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күҙ йәштәре менән тулы еңеү
Күҙ йәштәре менән тулы еңеүШорт-трек... Был һүҙ беҙҙең тормошобоҙға егерме биш йыл элек килеп керҙе. 1992 йылда ошоғаса ят спорт төрө тәүге тапҡыр Ҡышҡы Олимпиада программаһына индерелде. Ә ун йыл әүәл Башҡортостан спортсылары ла уның буйынса беренсе еңеүҙәрен яулай башланы: Вячеслав Кургинян, Руслан Захаров, Семен Елистратов... Тап шул ваҡытта беҙҙең ғаилә лә шорт-трек менән ҡыҙыҡһынып китте. Өфөләге “Спартак” физкультура-спорт йәмғиәтенә футбол буйынса күнекмәгә барған улым шунда уҡ шөғөлләнгән шорт-трек командаһын тап итеп, секцияға яҙылып ҡайтҡайны. Хәҙер Өфө ҡалаһы кубогына уҙған ярышта яуланған бронза миҙал ул мәлдәрҙең матур иҫтәлеге булып өй түрендә эленеп тора...

Шәмбе көндө бар эшебеҙҙе ташлап телевизорға текәлдек. Әле Көньяҡ Кореяла барған Олимпиаданың тәүге миҙалдары үҙ хужаларын табасаҡ бит. Етмәһә, шорт-тректа 1500 метр арауыҡҡа уҙышта. Ә был дистанция яҡташыбыҙ Семен Елистратовтың ошо ярыштарҙағы иң яратҡан төрө – 2015 йылда ул хатта донъя чемпионы булғайны.
Күҙ йәштәре менән тулы еңеүБыл старт шуныһы менән дә мөһим ине: допингка ҡаршы көрәш һылтауы менән Халыҡ-ара Олимпия комитеты Пхенчхандағы Уйындарға Рәсәй йыйылма командаһы ағзалары һанын мөмкин тиклем кәметте. 215 кеше урынына 169-ы­на ғына унда ҡатнашырға рөхсәт бирелде. Шорт-тректа ир-егеттәрҙән өс кенә спортсы бындай мөмкинлекте алды, шул иҫәптән яҡташыбыҙ Семен да. Виктор Ан менән Денис Айрапетянға иһә “ҡыҙыл ут” тоҡандырҙылар. Һөҙөмтәлә эстафетала Рәсәйҙән ирҙәр ко­мандаһы ҡатнаш­май, сөнки ҡағиҙәләр буйынса унда дүрт кеше кәрәк. Ә бит беҙҙең эстафета командаһы – 2014 йылғы Олимпия чемпионы! Уның составында ике Өфө егете – Руслан Захаров менән Семен Елистратов та бар ине. Тимәк, хәҙер спортсы­ларыбыҙға шәхсән уҙыштарҙа ғына көс һалырға тура киләсәк. Бөтә ышаныс өс Рәсәй егете араһында иң тәжрибәлеһе һаналған Семен Елистратовта.
Һынатманы ул. Квалификация уҙыш­тарын уңышлы тамамлап, ярымфиналға сыҡты. Ә артабан инде иң яҡшы һөҙөмтә менән финалға үтте. Тик шуныһы: ғәҙәт­тәгесә, алты кеше урынына унда туғыҙ спортсы йыйылды! Алдағы ярыштарҙа дәғүәселәре арҡаһында зыян күргән өс кеше судьялар ҡарары менән төп стартҡа сыҡты. Һөҙөмтәлә финалда этеш-төртөш булыры асыҡ төҫмөрләнде. Ә шорт-тректа йығылып ҡалыусылар уҙыш һайын була. Семен ғына ҡоламаһа ярар ине...
Юҡ, бына ул боҙ өҫтөнән иң беренсе булып елә. Өй эсен яңғыратып: “Давай, яҡташ!” – тип ҡысҡырабыҙ. Әммә 1500 метр арауыҡ оҙон ғына, ул 13 ярым әйлә­неш­тән тора. Ваҡиғалар ҙа күҙ асып йомғансы алмашына. Финишҡа дүрт-биш әйләнеш ҡалғас, Семендың дәғүәселәре алға ынтылды. Өфө егете бишенсе урында инде... “Эй, Хоҙайым, миҙалһыҙ ҡала­быҙмы ни?” – тигән үкенесле уй мейене телеп үтә. “Юҡтыр, хәҙер берәй әмәлен табыр, донъя чемпионы бит әле ул!” – тигән икенсе уй тәүгеһенә ҡаршы төшә.
Ә ниңә уңыш беҙгә гел арты менән боролорға тейеш әле? Былай ҙа донъяның спорт чиновниктары аяҡ салып ҡына тора. Ҡасан да булһа беҙҙең урамға ла байрам килергә тейеш тәбаһа! Бына ул мөмкинлек: Семендың алдындағы корей һәм француз егете бер-береһенә эләгеп йығылып китте. Ҡалған ике әйләнештә яҡташыбыҙ килеп тыуған мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырманы – финиш һыҙығын өсөнсө булып үтте!
Беренсе урында – Көньяҡ Корея вә­киле, икенселә – Нидерланд спортсы­һы. Улар ҡыуаныстан стадион буйлап ел­гән­дә, Семен Елистратов боҙҙо кәртә­ләп алған йомшаҡ матрастарға ҡапланып һыҡтай ине. Беҙҙең дә күңел тулышты... Был күҙ йәштәренең хаҡын Рәсәй спортсылары ла, көйәрмәндәр ҙә бик яҡшы аңлай ине. Яҡташыбыҙҙың яулаған тәүге шәхси миҙалы – хаҡһыҙ ғәҙелһеҙлек кисерергә мәжбүр булған илебеҙ спортының ҙур ҡаҙанышы.
Ысынлап та, һуңынан Семен былай тип белдерҙе: “Бүләкләү тантана­һында күҙ йәшемде саҡ тыйып торҙом. Был миҙал иҫ киткес ауырлыҡтар аша яуланыуы менән ҡәҙерле. Мин шундай шат һәм ғорур. Наградамды бер ниндәй сәбәпһеҙ әшәке рәүештә ярыштарҙан ситләтелгән иптәштәремә арнайым. Миҙал – һеҙҙеке. Аҙаҡҡаса көрәшегеҙ!”
Шул уҡ шатлыҡлы көндә Башҡорт­остан Башлығы Рөстәм Хәмитов телефон аша Семен Елистратовты ошо Олимпиадала илебеҙ файҙаһына килтергән тәүге уңышы – бронза миҙалы менән ҡотлап, рәхмәт әйтте һәм артабан еңеүҙәр теләне.
Әммә ҡыуанырға ла, тынысланырға ла иртәрәк әле. Яҡташыбыҙҙың ярыштан һуң белдергән һүҙҙәре Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаларының асыуын ҡабартты. Улар тағы ла ҡатыраҡ санкциялар менән янаны ла инде. Имеш, Семендың фекере улар уҡ уйлап тапҡан ҡағиҙәләрҙе боҙорға мөмкин. Кешелекһеҙ, законһыҙ ҡағиҙәләрҙеме? Спортсыларҙың хоҡуғын, иркен сикләгән ҡанундарға һүҙ азатлығын быуғаны ла өҫтәләме?..
Ә беҙ бирешмәйбеҙ. Беҙ бергә. Алдағы көндәрҙәге уҙыштарҙа ла һинең еңеүеңде көтәбеҙ, Семен!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 750

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 375

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 276

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 232

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 421

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 281

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 259

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 421

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 223

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 092

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 197

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 067