Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ир-егеттең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр
Ир-егеттең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятырМашинабыҙ Ҡырмыҫҡалы районындағы Иҫке Йәнбәккә табан елә. Эшҡыуар Дамир Әхмәтов менән күптән осрашырға һөйләшкәйнек. “Бөгөн килегеҙ, көтәм һеҙҙе”, – тигәс, дәртләнеп китеп барабыҙ.
Ҡаршыбыҙға сыҡҡан һарыҡ көтөүен йырып үтеп, фермер янына барып туҡтаныҡ. Тау башында булам, тигәйне ул. Ысынлап та, ауыл яғына ҡараһаҡ, тау битләүендә урынлашҡан икән ферма. Аҫта ғына Өршәк йылғаһы, өйҙәр теҙелеп киткән, тирә-яҡта – икһеҙ-сикһеҙ ялан-ҡырҙар, Дәүләкән, Ауырғазы райондары ауылдары йәйрәп ята.



Сәхнәлә генә күреп өйрәнгән иҫ киткес тауышлы йырсы Дамир Әхмәтовты икенсе тармаҡта эш өҫтөндә күреү мауыҡтырғыс булып китте. Ул ихлас әңгәмәсе лә икән. Бер-бер артлы яуҙырған һорауҙарға тулы итеп яуаптарын биреп кенә торҙо.
– Атай-әсәйем Нәбирә менән Хажи Әхмәтов­тарҙың ишле ғаиләһендә һигеҙенсе бала булып донъяға килгәнмен. Төпсөк булғанғалырмы, биге­рәк тә әсәйемә яҡын инем. Ҡул араһына инә баш­лау менән йорт-ҡура эштәрендә ярҙамсы бул­дым. Шуныһы хәтерҙә уйылып ҡалған: әсәйем­дең әхирәт­тәре менән Дәүләкән районындағы күрше ауылға магазинға китеүҙәрен белеп ҡалам да, сумкаларын күтәрешергә тип, ҡаршыларына йүгерәм. Үҙем оло кеше ҡиәфәтенә инеп, мыйыҡ һыҙып, кәпәсемде батырып кейәм дә, һаумыһы­ғыҙ, тип эргәләренән үтеп киткән булам. “Әллә Дамир улыбыҙ булды инде”, – тип эй көлөшә ине апайҙарым.
Ошоларҙы иҫләп, артист булыуым шунан ки­ләме икән, тип уйлап ҡуям үҙем дә. Атайым ҡу­рай­ҙа уйнай торғайны, ә минең гармунға әүәҫ­легем көслө булды. Мәктәп йылдарында колхозда эшләп алған аҡсаға әсәйем менән магазинға баян алырға барҙыҡ. Футляр­һыҙ – 38 һум, уның менән ҡиммәтерәк икән. “Миңә уның футляры кәрәкмәй”, – тим. Һатыусы апай “улай һатмайбыҙ” тигәс, ярай улайһа, тип ҡумтаһы менән алдыҡ. Гар­мунда ла, баянда ла үҙаллы уйнарға өйрән­дем. Мәктәпкә Ауырғазы районының Собханғол ауылына йөрөп уҡыныҡ. Х класты тамамлағас, Стәр­летамаҡ ауыл хужалығы техникумына уҡырға индем, ләкин унда уҡыуымды өсөнсө курстан һуң ташланым. Күңелем сәнғәт юлын һайланы. Өфө сәнғәт учили­щеһында яҡташыбыҙ Флүрә Но­ғоманованан дәрестәр алыуым үҙе бер ғо­рур­лыҡ.
Ҡулыма диплом алыу бәхетенә ирешкәндән һуң хеҙмәт юлымды Стәрлетамаҡ дәүләт филар­мония­һында башланым. Тәүге хеҙмәт сынығы­уымды нәҡ унда алыуымдың артабан эшләгәндә файҙалы яҡтары күп булды. Ул саҡтарҙа мәҙәниәт усаҡтары гөрләп торған ваҡыт ине бит. Яратҡан шөғөлөмдө рәхәтләнеп башҡарҙым.
Х. Шаһиев эшләгән осорҙа Ҡырмыҫҡалыға ҡайт­тым. Һәүәләй ауылы мәҙәниәт йортона са­ҡыр­ҙылар. Әлеге көндә район мәҙәниәт һара­йын­да килешеү буйынса эшләп йөрөйөм.
Ҡайҙа ғына эшләһә лә, Дамир Әхмәтов тама­ша­сы­ларҙың яратҡан йырсыһына әүерелә. Төрлө конкурстарҙа, йыр бәйгеләрендә ҙур ҡаҙаныш­тарға өлгәшә. Мәғәфүр Хисмәтуллин, Зәки Мәх­мүтовтар исемендәге йыр бәйгеләрендә еңеү яу­лауы, төбәк-ара конкурста башҡорт халыҡ йырын баш­ҡарып лауреат исеменә лайыҡ булыуы ла уның таланты хаҡында һөйләй. “Барыһы ла аңлашыла, ә бына фермерлыҡ эше ҡасандан алып һеҙҙе ҡыҙыҡһындыра башланы?” – тип һорайым.
– Йырлап йөрөп кенә аҡса еткереп булмай бит, – ти ул, көлөп.
Үҙгәртеп ҡороу елдәре ныҡлы иҫә башлағас, Дамир Әхмәтов үҙен төрлө тармаҡта һынап ҡа­рай. Тәүҙә заказ буйынса тәҙрә рамдарын эш­ләп һатыу менән шөғөлләнә. Уның тәҙрәләре 1-се мәктәптә, 1-се һәм 2-се балалар баҡсаларын­да ҡуйылған. Башта цехы Боҙаяҙ, Иҫке Муса ауылдарында эшләй. Үҙ эшенә ауыл егеттәрен дә йәлеп итә.
2008 йылда иһә малсылыҡ менән шөғөлләнер­гә ҡарар итә, Йәнбәктәге фермаларҙы ҡуртымға биреү­ҙәрен һорай. Эшен 25 баш һыйыр малы, 40 баш һарыҡ аҫрауҙан башлай. Бөгөн иһә фер­мерҙың 400-ләп һарығы, 100-ләп тауығы, 100-лә­гән бейәһе, ике айғыры, ике сабыш аты, 700 гектарға яҡын бесән­леге бар. Бесәнде быйыл төргәктәргә йыйыу өсөн сит­тән көс йәлеп иткән. Киләһе йылға бесән тығыҙ­латҡыс һатып алырға теләй. Техникаға килгәндә, өс тракторы бар, әлеге көндә ватылып ултырған “Т-150” тракторын да йүнәтергә иҫәпләй. Иң мөһиме – ул барлыҡ эштәрен бик күптәребеҙ кеүек кредиттарға батып башҡармай. Һәр ваҡыт үҙ көсөңә таянып эшләргә тигән девиз менән йәшәй.
Тау битләүе булғанға күрә, сабынлыҡтар туҡ­лыҡлы һәм шифалы. Фермер ауыл тирәһендәге бе­сән­де сабырға тырыша, был, бер яҡтан, таҙа­лыҡты һаҡлаһа, икенсе яҡтан, янғын хәүефһеҙлеге өсөн мөһим.
Бейәләрҙе Дамир Хажи улы Әбйәлилдән алып ҡайта, шуға күрә Японияла етештерелгән махсус йөк фургонын да алған. Уға егерме баш ат һыя икән. Йәй осоронда бейә һөтөнән ҡымыҙ эшләп һатҡандар. Артабан машина менән һауыу аппараттары һатып алырға һәм бер бинаны ҡымыҙ эшкәртеү цехы итеп үҙгәртергә ҡорорға ниәтләй­ҙәр.
Ит һатыу менән проблема юҡ, үҙенең клиент­тары бар. Былтыр байтағын Ҡорбан байрамына ал­ған­дар. Һарыҡ йөнөн Татарстандан ки­леп алалар икән. “Шул тиклем тауыҡтың йомортҡаһын ҡайҙа ҡуя­һығыҙ?” тигән һорауыма, килеп алып торалар, бер нәмәне лә әрәм иткәнебеҙ юҡ, тине. Әйткәндәй, барлыҡ эштәрҙе башҡарыуҙа уға Раушан һәм Рәхим Игамбердиевтар, ауылда тор­мош көткән бер туған ағай-еңгәләре ярҙам итә. Апаһы Мөнирә эшселәрҙе төшкө һәм киске аш бешереп һыйлай икән. Бәләкәй махсус йортта аш-һыу кәрәк-ярағы бар.
– Эшләгән кешене һәр ваҡыт дәртләндереп тороу мөһим. Хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләп барһаң, эшкә лә күңел төшә. Ваҡытында үҙемдә эшләгән егеттәрҙе эскелектән арынырға ла ярҙам иттем, – ти Дамир Хажи улы.
Башҡорт халҡында ат яратмаған кеше һирәк­тер ул. Дамир Әхмәтовтың да аттарҙы яратыуы барлыҡ булмышына, ҡанына һеңгән.
– Халҡыбыҙ кеүек талымһыҙ ул башҡорт аттары. Юҡҡа ғына Әбйәлил яҡтарында башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлап алып ҡалмағандар. Улар беҙҙең та­рих­ҡа кешелек менән бергә килгән бит, – тип бәйән итә әңгәмәсем.
Ә инде “Аҡбуҙат” ипподромынан алып ҡайтҡан Американың мустанг тоҡомло сабыш аттары ха­ҡын­да иһә айырыуса дәртләнеп һөйләй ул. Быйыл һабантуйҙағы ат ярышында һигеҙ йәшлек Феба ҡушаматлыһында бер туған ағаһы Рәмил Әхмәтов өсөнсө урынды яулап, бүләк алып ҡайтҡан. Фебаның кәртә эсендә дөлдөлдәй сабып йөрөүен күреп, беҙ ҙә һоҡландыҡ.
Аттарға килгәндә, Дамир Хажи улының хыялы бик ҙур. Туризм өлкәһенең отошло булыуын күҙ уңында тотоп, уларҙы килгән кешеләргә, бала­лар­ға күрһәтеү өсөн махсус майҙансыҡ эшләргә ниәтләй. Шунда уҡ прокатҡа аттар, саңғыла йөрөргә мөмкинлек буласаҡ. Алла бойорһа, туристар ҡунып, ял итһен өсөн йорт, мунса төҙөргә лә хыяллана алдынғы ҡарашлы эшҡыуар.
– Киләсәккә уй-ниәттәрем бик ҙур. Ике гектар ди­ләнкә алдым. Баҡса эшләп, шунда 30 – 40 баш умарта ултыртырға ла иҫәбем бар. Тау башына мәсет төҙөтөп, ауылға аҙан тауыштарын ишеттергем килә.
Үҙен төрлө яҡтан үҫтереү, һынап ҡарау өсөн Дамир ағайға сәнғәт кешеһе булыуы ла булыш­лыҡ итмәй ҡалмайҙыр. Ул Йәнбәктең 200 йыл­лығына тау башында таштан ауыл ҡапҡаһы эш­ләт­кән. Клас­ташы Мөнир Сәғитов тимер бетондан Аҡбуҙат һәй­кәлен эшләй башлаған. Уның ҡайһы бер деталдәрен беҙгә лә күрһәтте. Ат төшөрөлгән картинаһы ла бә­лә­кәй өйҙөң стенаһын биҙәп тора. Артабан да шундай картиналар яҙҙыртып алып, биҙәү эштәрендә ҡул­ланырға уйлай. Күҙе­беҙгә ҡыңғырауҙар тағылған ат дуғаһы салынды.
– Ә мин төрлө ҡыңғырауҙар йыям. Ә был дуға­ны Ҡырмыҫҡалы ауылынан ғүмер буйына ат ҡараусы булып эшләгән Фәрит Вәлиевтән алдым. Ошо дуғаны тағып, ауыл буйлап ҡыңғырау сыңлатып үткеләп алам. Әйҙә, кешеләргә байрам кәйефе өҫтәлһен, йоҡоларынан айнып китһендәр, – ти ул.
Ғөмүмән, һәр кәсептән ләззәт алып эшләргә ярата мәҡәләм геройы. Ауырғазыла үткәрелгән һабантуйҙа гармунда уйнап ултырып, яйлап ҡына ҡымыҙымды ла һатып бөттөм, тип көлөп һөйләп алды.
Ҡөрьән сүрәһен яттан көйләп ебәргәс, Дамир Хажи улының дингә яҡын кеше булғанлығы ла күренде.
– Һәр ваҡыт яттан сүрәләр уҡып йөрөйөм, зыярат эргәләренән үткәндә, атай-әсәйемдең, яҡындарым­дың исемдәрен иҫкә алып, рухтарына доға ҡылам. Ауылыбыҙҙың муллаһы, 99 йәшенә етеп донъя ҡуйған ҡартатайым Хәсән дә иманлы кеше булған, дингә тартылыуым унан килә, – тип уртаҡлашты ул.
Башҡорт дәүләт медицина университетының стоматология бүлеген тамамлап, ординатурала уҡып йөрөгән улы Ильяста һәм кескәй ҡыҙы Әми­ләлә ата-бабаларының тамырҙарына, тыуған яғына һөйөү тәрбиәләргә тырыша Дамир ағай. “Кеше үҙ тамыр­ҙарын белеп үҫкәндә генә көслө була”, – ти ул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 689

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 312

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 255

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 214

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 399

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 263

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 240

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 399

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 197

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 070

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 173

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 048