Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Кем ғәйепле?Рәсәйгә ҡараш хәҙер спортта ла асыҡтан-асыҡ сағыла. Һуңғы ваҡытта беҙҙең спортсыларҙың Халыҡ-ара ярыштарҙа алған миҙалдарын тартып алыу йышайҙы. Ул ғынамы ни, допинг ҡулланыуға бәйле ғауға арҡаһында былтыр Рәсәй командаһы Рио-де-Жанейрола уҙған йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыу хоҡуғынан мәхрүм ителде. Әлбиттә, бында донъялағы сәйәси ваҡиғаларҙың сағылышы ла бар. Ошо хаҡта беләбеҙ, ҡаршы торорға тырышабыҙ, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә беҙ көсһөҙ...

Көньяҡ Кореяла үтәсәк ҡышҡы Олимпия уйындарына Рәсәй командаһының барыу-бармауы тағы ла ҡыл өҫтөндә ҡалды. Ошо көндәрҙә Ха­лыҡ-ара олимпия комитеты был мәсьәләне ыңғай хәл итте. Шул уҡ ваҡытта ҡаты талаптар ҙа ҡуй­ҙы: спортсылар “Рәсәйҙең олимпия спортсылары” исеме һәм халыҡ-ара олимпия флагы менән сығыш яһаясаҡ, илдең гимнын башҡарыу, милли атрибутикаһын күрһәтеү тыйылды. Рәсәй олимпия комитеты квалификацияһынан мәхрүм ителде, ә вице-премьер Виталий Мутко һәм спорт буйын­са элекке министр урынбаҫары Юрий Нагорный ғүмерлеккә уйындарҙан ситләтелде. Допинг тикшереүҙәр өсөн тотонолған сығымдарҙы ҡаплау һәм глобаль допингка ҡаршы системаны үҫтереү өсөн Рәсәй олимпия комитеты Халыҡ-ара олимпия комитетына 15 миллион доллар түләргә тейеш. Флагыбыҙҙы уйынды ябыу тантанаһында ғына сығарырға рөхсәт иттеләр. Допинг ҡулла­ныу­ға бәйле спортсылар ярыштарҙа ҡатнашыуҙан ситләтелде.
Әле Бөтә донъя допингка ҡаршы агентлыҡтың шик аҫтындағылар исемлегендә меңгә яҡын кеше бар, унда булмағандар ғына Олимпиадала ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Сочи Уйындарында ҡат­нашҡан Рәсәй спортсыларының допинг өл­гө­ләрен тикшергән Денис Освальд етәкселе­ген­дәге комиссия һығымтаһы буйынса егерме спорт­сының һөҙөмтәләре юҡҡа сығарылды, ун бер миҙал тартып алынды.
Мәскәү допингка ҡаршы лабораторияһының элекке етәксеһе Григорий Родченков эшенән сит­ләтелгәс, Американан тыйылған медицина препараттары алып һатыуы һәм уны ҡулланыу­сыларға ошо туралағы дәлилде йәшереп ҡалырға вәғәҙә итеүе, Рәсәй спортсыларының допинг өлгөләрен юҡҡа сығарыуы, беҙҙең илдә “допинг программаһы” барлығы, шул арҡала ғына еңеүҙәр яуланыуы тураһында белдерҙе. Хәҙер инде спортсыларға намыҫтарын яҡлау өсөн күпме йылдар талап ителере билдәһеҙ.
Һатлыҡйәндең әле Америкала йәшәүе һәм ҡышҡы Олимпия уйындары алдынан ғауға сы­ға­рыуы елдең ҡайһы тарафтан иҫеүенә ишаралай. Рәсәйҙең Тикшереү комитеты уны илгә ҡай­тарыуҙы талап итһә лә, әлегә ыңғай яуап юҡ. Ни генә булмаһын, Родченков әфәнде “бутҡа­ны бешерҙе”. Шуны ғына көткәндәй, Бөтә донъя допингка ҡаршы агентлығы уның сығышы буйынса тикшереү үткәрергә ҡарар итте. “Бик етди ғәйепләүҙәр бар. Ричард Макларен­дың докладында ситләтелгән дәлилдәрҙең күп булыуы аныҡ күрһәтелгән. Родченковтың һуңғы сығыштары ҙур әһәмиәткә эйә, уларҙы ҡараясаҡ­быҙ”, – тип белдерҙе Халыҡ-ара биатлонсылар союзының президенты Андерс Бессеберг.
Ғөмүмән, йәйге Олимпия уйындары алдынан булған хәл тағы ла ҡабатлана. Спортсыларыбыҙ ҡышҡы Олимпия уйындарына әҙерләнер урынға үҙҙәренең намыҫын яҡлау менән мәшғүл. Халыҡ-ара олимпия комитеты билдәле биатлонсы Ольга Зайцеваның һөҙөмтәләрен юҡҡа сығарҙы, ул бөтә олимпиадаларҙан да ғүмерлеккә ситләтел­де. Яҡташыбыҙ, Сочи Уйындарында ике көмөш миҙал яулаған Ольга Вилухинаны ла ошо яҙмыш көтә, миҙалдарын алырға ҡарар иткәндәр. “Миңә бер ниндәй ҙә рәсми ҡағыҙ килмәне. Нимә өсөн ғәйепләгәндәрен аңламайым. Беҙ, олимпиясылар, ҡапыл кеше булыуҙан туҡтаныҡ. Был ҡот осҡос. Ошо бысраҡлыҡта булғанға миңә ауыр. Олимпия миҙалы – бала саҡ хыялы. Уға оҙаҡ йылдар барҙым. Был миҙалдар бик ҡәҙерле. Хәҙер уларҙы кемдер бүлешә лә башлаясаҡ. Бөтәһе лә, дөрөҫ, тип ҡул саба. Иртә шатланалар, беҙҙең урында уларҙың һәр кемеһе булыуы ихтимал. Миҙалдарҙы былай ғына бирмәйәсәкмен. Үҙем һәм көйәрмәндәр алдында намыҫым таҙа. Олимпиадала илгә бүләк иткән шатлыҡты тартып алырға йыйыналар. Ниндәй нигеҙҙә?” – ти спортсы.
“Үҙ илеңде күрһәтеүҙе тыйыу олимпия хәрәкәте рухына ҡаршы килә, спортсының кешелек һәм гражданлыҡ хоҡуғын боҙа. Халыҡ-ара олимпия комитеты ҡарары тәүге тапҡыр ошо уйындарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге алған йәш быуын спортсы­ларының яҙмышына йоғонто яһаясаҡ. Улар ал­дан ебәрелгән хаталар өсөн яуап бирә алмай һәм тейеш тә түгел”, – тип Рәсәй олимпия комитеты рәйесе Александр Жуков был күрһәтмә­ләр­ҙең түбәнселек булыуын белдерә.
Үҙҙәре өсөн генә түгел, ә ил даны өсөн ал-ял белмәй, һаулығын бөтөрөп, бар булмышын спортҡа арнаған ватандаштарыбыҙҙың ошондай аяныслы хәлдә ҡалыуы һәм яҡлауһыҙ булыуы ил етәкселегенә, ошо эште көйләргә тейешле әфәнделәргә меңдәрсә һорау тыуҙыра. Ошондай йәберләүҙәргә дусар булған һәм яҡлауһыҙ ҡалған спорттың киләсәге ниндәй булыр? Кем ғәйепле? Һорауҙар күп, тик яуабы ғына юҡ. Булырмы икән...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 740

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 363

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 274

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 230

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 418

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 279

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 258

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 418

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 221

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 089

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 194

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 064