Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Спортҡа һөйөү тәрбиәләй
Спортҡа һөйөү тәрбиәләйҺөнәре буйынса башҡа өлкәне һайлаһа ла, спортҡа һөйөүе көслө булып сыға Олокүл егете Илнур Бикташевтың. Шуға ла 1-се курстан алып спорт менән шөғөлләнә. Ул эколог дипломы алғас, тәүҙә Өфөлә химия заводында эшләй, һуңынан районға ҡайта.


Олокүл мәҙәниәт йортонда мә­ҙәни ойоштороусы булып эшләй башлағас, бында спорт залы, тренажер бүлмәһе асты­рыу­ға ҙур көс һала. Артабан спорт һөйөүселәрҙе Илнур Ҡа­сим улы пауэрлифтинг һәм армспорт төрҙәренә өйрәтә башлай.
– Башҡортостан – алдынғы спортсылар йәшәгән төбәктәрҙең береһе. Районыбыҙҙа ла спортсылар күп. Олокүлдә иһә төрлө йәштәгеләр ихлас шөғөлләнә – балалар ғына түгел, ололар ҙа, ирҙәр менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа. Беҙҙең тәрбиә­ләнеүселәр Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә уҙғарылған ярыштарҙа ҡатнаша, призлы урындар яулап шатландыра. Улар араһында физик мөмкинлектәре сикләнгән – терәк-хәрәкәт ағзалары зарар­ланған спортсылар араһында пауэрлифтинг буйынса Рәсәй һәм Башҡортостан чемпионы Марат Хәсәнов, призерҙар Лиана Фәйзуллина һәм Тимур Талиповтарҙың булыуы – беҙҙең өсөн ғорурлыҡ, – тине ул.
Һәр яҡлап әүҙем Илнур Бикташев спортты ғына түгел, музыканы ла бик ярата. Мәҙәниәт йортонда вокал-инструменталь ансамбль дә ойоштора. Уҡыусы­ларҙы гитара, бас-гитара һәм барабан серҙәренә төшөндөрә егет. Йәмәғәтселек тормошонда ла ҡайнап йәшәй ул. 2009 – 2012 йылда райондағы “Йәш гвардия” бүлексәһенә, 2013 йылда “Виктория” сәләмәтләндереү лагерына етәкселек итергә лә өлгөрә тырыш егет.
Физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү маҡсаттарҙы атҡа­рып сығыуға көс бирә, яҡшы кә­йефкә нигеҙ булып тора. Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙа нәҡ спорт һөйөүсе егеттең өлөшө ҙур.

Ҡырмыҫҡалы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 745

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 369

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 275

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 230

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 419

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 279

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 259

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 419

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 222

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 090

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 195

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 065