Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уртаҡ маҡсат һөҙөмтә бирә
Уртаҡ маҡсат һөҙөмтә бирәШайморат Мәхмүтов Күгәрсен районының Түлебай ауылынан. Күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән, тырышлығы, сәмлелеге менән тормошта үҙ юлын табып, яҡташтарына өлгө күрһәтеп, гөрләтеп донъя көтә.
— Әсәйем менән атайым колхозда эшләне. Тыуған ауылыбыҙҙа ҡәҙимгесә ғүмер кисергәндә, яҙмыш беҙҙең ғаиләне Үзбәкстанға илтте. Унда тиҫтә йылға яҡын йәшәгәс, тыуған яғыбыҙға кире әйләнеп ҡайттыҡ, – тип хәтерләй Шайморат.
Тормошондағы ошо осорҙоң әһәмиә­те бына нимәлә: тап Үзбәкстанда 13 йәшлек үҫмер тәүге тапҡыр тхэквондо исемле көрәш төрө хаҡында белеп ҡала һәм урындағы түңәрәккә йөрөй башлай. Тәүге тренеры – Фуркат Ғәфүр улы Рәсүлев, малайҙың ҡыҙыҡһыныуын һәм һәләтен күреп, күңелен үҫтерә, уның менән айырым шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Һөҙөмтәлә бер нисә йыл эсендә Шайморат төрлө кимәлдәге турнирҙарҙа призлы урындар яулай башлай, ҡара билбауҙың тәүге данын уңышлы тапшыра.
...Башҡортостанға ҡайтҡас, Шайморат Урал дәүләт спорт һәм физкультура академияһының Өфө филиалына сит­тән тороп уҡырға инә, сөнки киләсәген тап спорт менән бәйләйәсәгенә, тхэквондо менән артабан шөғөлләнәсәгенә, белгәнен башҡаларға ла өйрәтәсәгенә шикләнмәй ул. Йәш, дәртле егеттең башланғысын Мәләүез ҡалаһындағы 9-сы гимназия директоры, билдәле мәғариф хеҙмәткәре, Тәнзилә Малбаева хуплай, уны мәктәпкә эшкә ала.
...2001 йылда булып үткән был ваҡиғалар күптән инде тарих төпкөлөндә ҡалған. Бөгөн Шайморат Мәхмүтов – Рәсәйҙең спорт мастеры, юғары категориялы тренер, ҡара билбауҙың өсөнсө данын яҡлаған. Баш ҡаланың Инорс биҫтәһендә, Ферин урамында урынлашҡан 31-се спорт мәктәбендә тхэквондонан күнекмәләр алып бара, ғаиләһе менән йәшәгән Дорогин ауы­лындағы мәктәптә лә эшләргә өлгөрә. Әйткәндәй, Шайморат ҡатыны Гөлсибәр менән бында “Үҙ йортом” программаһы буйынса өйлө булып, донъя ҡорған, Ләйсән һәм Искәндәр исемле ике бала үҫтерәләр.
Тренерҙың тәрбиәләнеүселәре – 7 – 18 йәшлек өс тиҫтәгә яҡын үҫмер, улар ике секцияға бүленеп шөғөлләнә.
– Өс-дүрт йыл даими күнекмәләр үткәндән һуң, тырыштарҙың тәүге һөҙөмтәләре күренә башлай, – ти тренер. – Төрлө кимәлдәге бәйге­ләрҙә сығыш яһап, мәктәптең генә түгел, ҡаланың, республиканың данын яҡлау форсаты тыуа.
Әммә... Барыһы ла әлеге лә баяғы аҡсаға бәйле, ә спорт мәктәптәрен финанслау хәҙер бик түбән кимәлдә. Шуға ла һәләтле балалар артабан шөғөлләнә алһын, уңыштар яулаһын өсөн бағыу­сыларҙың, ата-әсәләрҙең ярҙамына өмөт итергә тура килә.
Уртаҡ маҡсат һөҙөмтә бирә– Күнекмә залдарының етмәүе лә – ҙур проблема. Мәктәптәге залдар төрлө ваҡытта үткән төрлө спорт төрҙәре секциялары өсөн тәғәйен­ләнгән, аныҡ көн тәртибе бар. Ә һәләтле балалар менән тейешле ваҡыттан тыш өҫтәмә күнекмәләр үткәреү ҙә зарур. Бының өсөн залды ҡуртымға алырға, уны йыһазландырырға кәрәк. Был матди сығымдар талап итә. Беҙҙең эш хаҡы ла әллә ни ҙурҙан түгел, әммә һине көтөп торған балалар, тормошта һайлаған юлың, яратҡан һөнәрең хаҡына эшләүҙә, йәшәүҙә бит бәхет, – ти Шайморат Мәхмүтов.
Тап ошо ниәттән сығып, үҙ һөнәренең оҫталары – спорт донъяһында исемдәре яҡшы билдәле тренерҙар, спорт мастерҙары берләшеп, “Ғәскәр” исемле спорт клубы ойошторорға ниәтләгән (етәксеһе – Альберт Әминев). Шайморат Мәхмүтовтан тыш, төркөмгә Таһир Вәхитов, Рим Хәйретдинов, Альберт Әминев, Рөстәм Әйүпов, Рената Ҡанафина инә. Барыһы ла тәжрибәле, юғары категориялы тренерҙар, араларында Рәсәйҙең спорт мастерҙары бар, һәммәһе лә бихисап йылдар спорт мәктәптәрендә эшләй.
“Ғәскәр”ҙең эшмәкәрлегенә тиҫтә йылдан ашыу, ул баш ҡаланың Калинин һәм Орджоникидзе райондарында урынлашҡан, тхэквондо көрәш сәнғәтен популярлаштырған спорт клубтарын берләштерә. Былтыр, эшмәкәрлектең эшен камиллаштырыу йәһәтенән, уны коммерцияға ҡарамаған ойошма категорияһына күсергәндәр, хәҙер ул “Башҡортостандың “Ғәскәр” тхэквондоны үҫтереү буйынса төбәк йәмәғәт ойошмаһы” тип атала.
Спортты үҙ итеүсе әүҙем тренерҙар тәүмаҡсаттарын йәш быуынды тәрбиәләүҙә, уның шәхесен гармониялы үҫтереүҙә күрә. Тхэквондо был йәһәттән киң мөмкинлектәр аса: Көнсығыш философияһы менән бер рәттән, белем биреүҙең заман инновация технологиялары, үҙ эшенә мөкиббән тренер­ҙарҙың тырышлығы балаларҙың рухи һәм физик үҫеше өсөн ифрат ҙур әһәмиәткә эйә.
Төрлө кимәлдәге спорт бәйгеләрендә даими ҡатнашыу ҙа – файҙаға. Мәҫәлән, тәрбиәләнеүселәре Анна Евдокимова, былтыр Башҡортостандың йыйылма командаһы составында Тайвандә үткән Халыҡ-ара балалар уйындарында уңышлы сығыш яһап, көмөш миҙал яулаған. Екатерина Имаева Ҡаҙағстанда “Берләшмә кубогы” халыҡ-ара турнирында еңеүсе булған. Павел Зямилевтың да төрлө кимәлдәге бәйгеләрҙә яулаған еңеүҙәре бихисап, ул Башҡортостандың йыйылма командаһы составында почетлы урын биләй. “Ғәскәр” тәрбиәлә­неүселәрен баш ҡаланың төрлө сараларында йыш күрергә була, ә спорт клубы йыл һайын район беренселегенән башлап, Рәсәй кимәлендәге ярыштар уҙғара.
“Ғәскәр”ҙә йәмғеһе 250-гә яҡын үҫмер шөғөлләнә. Йыл һайын спорт клубы һигеҙ йәштән тхэквондоның Олимпия төрө менән шөғөлләнергә, биш йәштән техниканы өйрәнә башлау, дөйөм физик әҙерлек өсөн балалар ҡабул итә. Күнекмәләр һәм ҡабул итеү Калинин һәм Орджоникидзе районындағы спорт мәктәптәрендә ойошторола.
Киләсәктә “Ғәскәр”ҙең эшен тағы ла әүҙемләштерергә, уға күберәк йәштәрҙе ылыҡтырырға теләй клуб ағзалары, сөнки илдең киләсәге сәләмәт рухлы, сәләмәт тормош алып барған йәштәрҙә. Унан тыш, күнекмә шарттарын да яҡшыртырға кәрәк, ти әүҙем спортсылар. Бының өсөн залға махсус япмалар, электрон судьялыҡ системаһы, костюмдар һатып алаһы бар. Кем белә, бәлки, йәмғиәтебеҙҙең сәләмәт киләсәге өсөн янып йөрөгән, Олимпия чемпиондарын тәрбиәләргә хыялланған, бының өсөн ваҡытын һәм көсөн йәлләмәгән тхэквондо оҫталарына ярҙам итеүсе бағыусылар ҙа табылыр? Киләсәктә иһә “Ғәскәр” тәрбиәләнеүселәренең иң юғары спорт бейеклектәрен яуларына шигебеҙ юҡ, сөнки берҙәмлек, уртаҡ маҡсат, тырышлыҡ һәр ваҡыт үҙ һөҙөмтәһен бирә.

Белешмә

Тхэквондо – ҡорал ҡулланылмай торған көрәш сәнғәте, тыуған иле – Корея. Ошо телдән тәржемә иткәндә, тхэквондо “яланғас ҡул һәм аяҡ менән үткән юл” тигәнде аңлата. Әйткәндәй, аяҡтарға был һуғыш төрөндә күберәк иғтибар бирелә. Тхэквондо оҫталары иһә уны, дошманды еңә торған ҡеүәтле алыш техникаһы булыуы менән бер рәттән, культ, йәшәү рәүеше тип тә тип атай. Был спорт төрө менән шөғөлләнеү баланың физик мөмкинлектәрен үҫтереп кенә ҡалмай, унда ихтыяр көсө, үҙ-үҙенә ышаныс, маҡсатҡа ынтылыш кеүек тормошта бик кәрәкле сифаттарҙы ла тәрбиәләй.
Тхэквондо донъяла бик популяр. Уның менән 180 илдә 50 миллионға яҡын кеше шөғөлләнә. Башҡортостанда иһә ундайҙарҙың иҫәбе 2500-гә етә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 739

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 361

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 273

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 229

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 418

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 278

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 257

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 417

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 220

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 089

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 194

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 064