Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Заман заңы тартыла керештә...
Заман заңы тартыла керештә...Әлмисаҡтан төйәк иткән ҡөҙрәтле Урал еренә һибелгән тереһыу ҡото, рухи аһәңебеҙ ҡылдарын тирбәлткән думбыра сыңы, үткәндәр ауазы булып халҡыбыҙ йөрәгенән урғылған тәрән ҡурай моңо, иркен киңлектәрҙе үҙ итер йылҡы өйөрө тояҡтарының тауышы, яҡты уй-маҡсаттарыбыҙ ише киләсәккә уҡталған уҡтар етеҙлеге, ил-йортто яҡлар заман батырҙарының ораны оло илде йыйҙы.


13 – 16 июлдә Учалы районының Ғәҙелша ауылы янындағы Баҡшай ерендә уҡ атыу буйынса II республика “Мәргән уҡсы”, I халыҡ-ара “Евразия кубогы”, “Ай , Уралым, Уралым!” фестивалдәре уҙҙы. Оло йыйын рәүешен алған мәртәбәле сара, республиканың Баймаҡ, Белорет, Благовещен, Бөрйән, Ғафури, Ишембай, Нуриман, Салауат, Учалы, Ҡыйғы, Ҡырмыҫҡалы, Әбйәлил райондары, Өфө, Баймаҡ, Учалы, Сибай ҡалалары менән бергә, күрше Силәбе өлкәһенең Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондарынан, Мәскәү, Омск, Силәбе, Ырымбур ҡалаларынан, Беларусь, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан илдәренән килгән бәйгеселәрҙе, милләттәштәребеҙҙе, төрки ҡәрҙәштәребеҙҙе, төрлө халыҡ вәкилдәрен бергә тупланы.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Учалы районы хакимиәте менән берлектә ойошторолған оло сараның маҡсаты – заман йөҙөндә халҡыбыҙҙың милли булмышын билдәләү. Йәш быуынды илһөйәрлек, телһөйәрлек рухында тәрбиәләү менән бергә, тарихи тамырҙарыбыҙҙы тәрәндән барлап, халҡыбыҙҙың кәсеп-шөғөлдәрен тергеҙеп, йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, милли кейемдәрҙе өйрәнеп кенә ҡуйған маҡсатыбыҙға ирешергә мөмкин. Ошо йәһәттән киң майҙанда ойошҡанлыҡ менән үткән оло сараның әһәмиәте бик ҙур булды.
Заманса халыҡсан заң менән ҡеүәтләнеп, бәйге рухынан ҡанатланып килгәндәрҙең милли кейемдәрен күреп һоҡланды халыҡ, моңло һәм дәртле сығыштарҙы ләззәтләнеп тамаша ҡылды, елдәй елгән һыбайлыларҙың етеҙлеген һәм мәргәндәрҙең бер-бер артлы сәпкә тейгән уҡтарын күреп хайран ҡалды, йәрминкәләрҙә үҙ әйберҙәрен һатып кинәнде, ниәт ителгән оло эштең милләттәштәр, ҡәрҙәштәр, рухташтар ҡоро булып тормошҡа ашыуына ҡыуанды. Һүҙ өсөн түгел, заманса милли йөҙ күрке өсөн, һан өсөн түгел, халыҡсан даныбыҙ барлығы өсөн, күҙ өсөн түгел, рух ныҡлығын һәм күңел азатлығын билдәләү өсөн үткәрелде сара. Ҡуйылған маҡсаттарға ирешеп, килер көнгә баҡҡан ҡараштарыбыҙҙың үткерлеген, теләк-ынтылыштарыбыҙҙың ихласлығын, һалған тырышлығыбыҙҙың һөҙөмтәле булыуына инандыҡ, көслө һәм күсле халыҡ булып, барыр юлыбыҙҙа юлдаш итеп алыр аныҡ маҡсаттарыбыҙға нигеҙ булыр һығымталарҙы ла яһаныҡ.
Халыҡ байрамын асыу тантанаһында Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова: “Илебеҙҙә йәшәүселәр ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына, тарихтарына, тимәк, үҙ булмыштарына битараф түгел. Бөгөн халыҡтарҙың камил үҫеш күрһәткесе булған милли мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү, киләһе быуындарға еткереү һәр беребеҙҙең яуаплылығында. Ә был мәсьәләне хәл итеү юлдары буй етмәҫ бейеклектә лә түгел. Шанлы үткәндәребеҙ, яҡты бөгөнгөбөҙ һәм өмөтлө киләсәгебеҙ хаҡына ололар аманатын, еребеҙ именлеген, рух ныҡлығын, күңел тыныслығын, ғаилә ҡотон һаҡлау оло мәғәнәгә эйә. Тап бөгөн үҙенсәлекле һәм һоҡланғыс тәбиғәтле Учалы ерендә беҙ уны үҙ эштәребеҙ менән раҫлайбыҙ һәм ошоларҙың оло бәхет икәнен тойоп, аңлы рәүештә мәҙәни байлығыбыҙҙы, халыҡсан ҡотобоҙҙо үҫеп килгән быуынға ышаныс менән тапшырабыҙ. Ошоноң менән бәхетлебеҙ”, – тине.
Эйе, бәхет – бик тәрән төшөнсә. Уйлап ҡараһаң, ысынлап та, тап ошо көндәр үҙе бәхет түгелме ни?! Оло теләк һәм берҙәм халыҡ көсө менән башҡарылған эштәребеҙ – оло йыйын бәрәкәтле хеҙмәт емеше түгелме? Ә бит ысын мәғәнәһендә милли йөҙөбөҙҙө, булмышыбыҙҙы билдәләр матур йыйын булды был байрам. Бөтә халыҡтың ҡатнашырға мөмкинлеге булмаһа ла, ошо фестивалдәрҙең шаһиты булғандар һүҙҙәремде ҡеүәтләр ине, моғайын. Иллә мәгәр, заман фотоҡоролмалары теркәп барған күренештәргә, байрамға килгән халыҡтың шат йөҙҙәренә ҡарап, шулай тип әйтмәү мөмкин түгел. Ошо саҡта йәмле Учалы ерендә булғандар, байрам мөхитен үҙ күҙҙәре менән күреп, күңелдәре менән тойғандар минең һүҙҙәремде ҡеүәтләр. Хозур тәбиғәт, ихлас аралашыу, бәйге рухы – тап ошо өс нәмә рухташтарҙы берләштереп, уйҙарҙы беректереп, бәйгеселәрҙе лә, ҡарарға килгән бар халыҡты ла шат һәм бәхетле итте. Йәйге ҡояш та, эҫе көндә һибәләгән ямғыр ҙа артыҡ булманы байрам өсөн, әйтерһең дә, һәр нәмә үҙ урынында һәм уйланылғанса. Килгән ҡунаҡтарҙы йола ҡушҡанса ҡабул итеү һәм хөрмәт күрһәтеү, сәмле уҡ атыу бәйгеләре, майҙандың бер осонан икенсеһенә тиклем һуҙылған бай йәрминкәләр, район таланттарының сағыу сығыштарынан шау-гөр килгән сәхнә алды, ә кискеһен усаҡ янындағы һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар – барыһы ла бер бөтөн байрам кәйефен булдырырға ярҙам итте.
Ысын мәғәнәһендә халыҡ өсөн үткәрелгән сара булды фестиваль. Учалы районы ауылдарының халҡы, күрше райондарҙан килгән оҫталар үҙ тауарҙарын һатып кинәнһә, “Мәргән уҡсы”ға төбәп килгәндәр бәйге мөхите менән сәмләнде. Ошо урында бер нисә фестивалдең бергә үтеү әһәмиәтен дә билдәләп үтергә кәрәк. Ил төкөрһә, күл булыр, тигәндәре лә дөрөҫ бит. Район халҡын ҡыуандырып, республика ҡала һәм райондарҙы дәртләндереп, ситтән килгән ҡунаҡтарҙы һоҡландырып олонан тотондо халыҡ.
Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа этнотуризмды үҫтереү буйынса төрлө маҡсатлы эштәр алып барыла. Учалы районында үткән “Ай, Уралым, Уралым!” этнофестивале – ошо йүнәлеште үҫтереү маҡсатын ҡуйған сараларҙың береһе. Тап бөгөн республика һәм халыҡ-ара фестивалдәр уҙғарылған мәлдә ерле халыҡҡа шәхси хужалыҡтарында етештерелгән тәбиғи продукттарҙы, оҫталарҙың ҡул эштәрен тәҡдим итеү мөмкинлеге бар бит. Тырышҡан – тапҡан, тиҙәр. Заман ағышына яраҡлашып, йүнсел булыуҙары, етеҙлектәре менән алдырғандар был оло саранан ситтә ятып ҡаламы һуң!
Учалы районының Ҡаҙаҡҡол ауылынан килгән Азат ағай Хәбибуллин, хаҡлы ялға сыҡҡас, халҡыбыҙҙың матур шөғөлдәренең береһе – ағасты һырлап эшләү эшенә тотонған. Бына инде ун өс йыл ул халыҡҡа 450-нән ашыу төр ағастан эшләнгән тауарҙар тәҡдим итә. Тәҙрә рамдары, килен һандыҡтары, паннолар, вазалар, аҙыҡ-түлек һауыттары, бәләкәй ҡумталар, ағас һүрәтле магниттар – Азат ағай һәм уның ҡатыны Аида апайҙың күңел талабы һәм күндәмлеге менән булдырылған һоҡланғыс эштәр. Етмешкә яҡын мәргәнгә йәрәбә һаны ҡуйып таратылған иҫтәлекле бүләктәр ҙә – уларҙың үҙенсәлекле хеҙмәт емеше. Халыҡтың атанан күргән уҡ юнған тигән бер матур мәҡәле бар. Шуныһы ҡыҙыҡ: был осраҡта Азат ағайҙы нефтсе булып эшләгән улы ылыҡтырған. Ғәжәпләнерлекме? Юҡ, һоҡланырлыҡ! Бигерәк тә бөгөн бер-беребеҙҙе ҡеүәтләп, матур эшкә тотоноу, ысынлап та, маҡтауға лайыҡ бит. Күркәм хеҙмәттең ғаилә берҙәмлегендә, заманса тырышлыҡ-теләктәшлектә сағылыуына бер асыҡ миҫал.
“Һаулығың булғанда зарланып ултырырға форсат юҡ, тырышып башҡарабыҙ эштәребеҙҙе. Халыҡ өсөн дә отошло, үҙебеҙҙең тәбиғи материалдан булған әйберҙәрҙе алып ҡыуаналар, беҙгә ҡулай, яратҡан емешле эшебеҙ бар”, – тип һөйөнә башҡаларға өлгө булырлыҡ ағай.
Байрамғол ҡымыҙының даны хаҡында күптәребеҙгә билдәле. Учалы ерендә үткән матур бәйгеләрҙә шифалы ҡымыҙ тәмен йәнә татып ҡарарға насип булды. Буштан ғына бирелмәгән баһалар, тәмле лә, бәрәкәтле лә Байрамғол ҡымыҙы. Ауылдың данлыҡлы совхозының матур йолаһын дауам итеп, Гөләйшә һәм Вәдүт Әхмәткирәевтәр ҙә өсөнсө йыл ҡымыҙ эшләү менән шөғөлләнә. Уларҙың ҡымыҙҙарын юбилей сараларына, айыҡ туйҙарға, Учалы еренең бренды итеп Мәскәү, Себер тарафтарына алып баралар.
“Ҡымыҙҙы боронғоса, бер ниндәй ҡушымтаһыҙ әсетке менән һәм ыҫлап эшләйбеҙ. Үҙебеҙ өсөн ҡыуаныс, милли эсемлекте яратып алалар”, – тип ихластан фекерҙәре менән уртаҡлашты Гөләйша апай. Уйлап ҡараһаң, миллилек тип ниндәйҙер ҡул етмәҫ эштәр хаҡында ла уйланаһы түгел бит, яҡты ниәтең, тырышлығың бар икән, тормош ауыр тип йәки эш юҡлыҡҡа зарланмайынса, маҡсат менән тотон ошондай күркәм эштәргә, бер яҡтан, тырыш хеҙмәтең менән хәләл тапҡаның булһа, икенсе яҡтан, үҙ эшең менән районыңдың, тыуған ереңдең данын, халҡыңдың милли йөҙөн дә билдәләйһең бит.
Илтабан ауылынан килгән Сәғит Фәхретдинов йәрминкәлә үк махсус ҡоролмаһын алып килеп, ат егеү өсөн кәрәк-яраҡтар эшләп ултыра. Йөҙө таныш ағайҙың, башҡа бәйгеләргә лә үҙ әйберҙәре менән бер нисә таҡыр килгәйне оҫта һөнәрсе. Ул эшләгән ҡамыт, дуға, ыңғырсаҡ, йүгән, ҡамсы, эйәрҙәрҙе, башҡа кәрәк-яраҡтарҙы Башҡортостандан ғына түгел, Силәбе, Ҡурған өлкәһенән, Троицк, Себерҙең Лангепас ҡалаһынан килеп алалар икән. “Бәләкәйҙән ҡартатайым менән ат ҡарап, уға ярҙамлашып, ошо һөнәрҙе үҙләштерҙем. Электән шулай сбруй, йүгәндәрҙе матурлап, биҙәп эшләргә тырыша торғайным. Хәҙер бына төрлө оҫталарҙан өйрәнеп, ун ете йыл ошо эш менән шөғөлләнәм. Бөтә ғаиләбеҙ менән башҡарабыҙ был эште, балаларым ярҙам итә, миңә ҡарап, улар ҙа өйрәнә”, – ти мауығып китеп эше менән булған Сәғит ағай.
Урындағы халыҡтан тыш, Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет яҡтарынан да килеп буҙа, ҡорот, эремсек, талҡан, ҡаҡ, бешерелгән милли аҙыҡтар, шифалы үләнле самауыр сәйҙәре тәҡдим иткән йүнселдәр ҙә бар йәрминкәлә. Алыҫ тип тормай, ошондай бәйге-йыйындарҙы ҡеүәтләп, Өфө ҡалаһынан килгән “Этно-Маркет” милли әйберҙәр һәм биҙәүестәр үҙәге лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Гүзәл заттарыбыҙҙы һәр йыйында матур һырғалар, муйынсалар, милли акцентлы муҡсалар, ир-егеттәребеҙҙе сифатлы түбәтәйҙәр менән ҡыуандыра улар. Халҡыбыҙ данын үҙ эштәре менән күтәреүсе ошондай тырыш ғаиләләр барҙа ил-көнөбөҙҙөң дә милли йөҙө һәм киләсәге булыр. Ошондай матур эшкә тотонған һәм киләсәктә тотонасаҡ тырыштарға, күндәмдәргә, йүнселдәргә афарин тип ысын күңелдән уңыштар теләйһе генә ҡала.
Уҡ атыу бәйгеһендә ир-егеттәребеҙ менән бер рәттән ҡатнашҡан сая ҡыҙҙарҙың сағыу милли кейемдәренә, ҡашмау, тәңкә-сулпыларына, һаҡал, яға, селтәрҙәренә иғтибар итәм. Бәйгеләрҙә мәргәнлектәре менән алдырған Учалы ҡыҙҙарының боронғо яғалары хаҡында һорамайынса булдыра алмайым. Сығышы менән Бөрйән районынан булған Учалы районының Уральск ауылы килене Зөлфиә Фазлетдинованан күбәләк-тиләү ырыуына хас боронғо яға тураһында һораштым.
“Был ҡомартҡы минең ҡәйнәмә әсәһенән, ә уға уның әсәһенән ҡалған. Бик һаҡсыл булғандыр инде ололар. Шуға ла был ҡәҙерле әйбер һаҡланып, балаларына килеп еткән. Ҡыҙыл мәрйен, боронғо тәңкәләр менән биҙәлгән яғала табын, тиләү ырыуҙарының тамғалары ла бар. Шуныһы һөйөнөслө: бөгөн беҙҙә ошондай өлгө яғаларға ҡарап, яңыларын да эшләй башланылар”, – ти ул.
Мәсетле районынан Учалының Сураман ауылына килен булып төшкән Сәғиҙә апай Ҡотоева байрамды күрергә туғандары, ейән-ейәнсәрҙәре менән килгән. Һүҙҙән һүҙ ялғанып, ул да үҙенең фекерҙәре менән бүлеште: “Башҡортбоҙ тип халыҡсанлығыбыҙҙы танытып йөрөгән заман. Әсәйҙәребеҙҙең, ҡартинәйҙәребеҙҙең милли кейемдәре булған, әммә бына шул байлыҡты ҡәҙерләмәгәнбеҙ икән тип уйлайым. Районыбыҙҙа яға эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәренең, “Яға” район бәйгеһенең үтеүе әһәмиәтле. Үҙем килен булып төшкән Учалы районының Сураман ауылында йәшәгән табындарҙың кейеме өлгөһөндә еңгәләрем һәм әхирәтем менән оҫталарҙан күлдәк тектереп, яғаны ошо ерлеккә хас иттереп эшләтеп алдыҡ. Ғәйет байрамдарына милли кейемдәребеҙҙе кейеп йөрөйбөҙ. Борон ололар тап ошолай, ябыҡ һәм тыйнаҡ итеп кейенеп йөрөй торғайны. Беҙ ҙә был халыҡ күркәмлеген, милли йөҙөбөҙҙө һаҡларға тейешбеҙҙер тип уйлайым”.
Ысынлап та, телебеҙҙә генә түгел, милли кейемдәрҙә, шөғөлдәребеҙҙә сағыла шул беҙҙең халыҡсанлыҡ. Ул – беҙҙең күркебеҙ, көсөбөҙ, ҡеүәтебеҙ ҙә. Лилиә Салауат ҡыҙының сығышында әйткән бәхет төшөнсәһе лә сағылғандай шул саҡ. Мәргән ҡыҙҙар, оло апай-ағайҙар менән аралашып, ошоларға инандым. Милли ҡеүәтебеҙҙе булдырырға теләйбеҙ икән, кемдәндер көтөп ултырыу урынына, мөмкинлектәр эҙләһәк яҡшыраҡ булыр ине. Ана, Өфөнән килгән уҡсылар төркөмө егеттәре лә баштан-аяҡ милли хәрби кейемдәрҙә, учалылар иһә табын ырыуы кейемдәренә иғтибар биргән. Был осраҡта ла тырышҡан – тапҡан тигән мәҡәлдең йәнә тап килеп тороуын әйт. Теләгән – мөмкинлектәр, теләмәгән сәбәптәр эҙләр тигән заманса фекер ҙә әйткәндәремә ҡеүәт. Тимәк, ысын мәғәнәһендә милли асылыбыҙҙы тергеҙеү маҡсатын ҡуйғанбыҙ икән, бергәләп тормошҡа ашыра алабыҙ.
Ә бит былтырғы йыл менән сағыштырғанда, “Мәргән уҡсы” хәрәкәтенең һөҙөмтәле эшен күрергә һәм баһаларға ла була. Быны йыл дауамында төрлө райондарҙа үткән бәйгеләрҙә илле-алтмышлап, ә бөгөнгө фестивалдәргә туҡһандан артыҡ йыйылған башҡорт уҡсылары ла раҫлай. Ике йыл эсендә ҡеүәт туплап, республика буйынса күп мәргәндәрҙе, йәш егет һәм ҡыҙҙарҙы йәлеп итте “Мәргән уҡсы” хәрәкәте. Бер йыл эсендә туғыҙ оҫталыҡ дәрестәре, шул иҫәптән Ғафури, Ишембай, Ҡыйғы, Мәләүез, Салауат, Учалы ерҙәрендә балалар менән осрашыуҙар, һабантуйҙарҙа бәйгеләр үткәрелде, “Тамыр” балалар телеканалы менән берлектә “Уғатар” бәйгеһе ойошторолдо, яңыраҡ иһә республикабыҙ мәргәндәре Ҡаҙағстанда үткән халыҡ-ара уҡ атыу фестивалендә ҡатнашып, Башҡортостан данын яҡлап ҡайтты. Был емешле эшкә, Дәүләт грантын алыу менән бергә, министрлыҡ тарафынан иғтибар ҙа булышлыҡ иткәндер. Әйтергә кәрәк, уҡ атыу фестиваленең ҙур киңлектә үтеүендә Учалы районының да өлөшө ҙур. Ошоға тиклем районда үткәрелгән Ҡарас сәсән исемендәге уҡсылар турниры бөгөн уҙғарылған оло сараға әҙерлек булды. Район тарафынан күрһәтелгән ярҙам бәйге еңеүселәрен лайыҡлы баһаларға, фестивалдең ойошҡанлыҡ менән үтеүенә мөмкинлек бирҙе. Фестивалдең икенсе көнөндә Өфө һәм Учалы егеттәре тарафынан һыбай йөрөү, уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Афарин, егеттәр, мәргәнлегегеҙ менән дә, тырышлығығыҙ менән дә күптәргә өлгө һеҙ! Халыҡ-ара кимәлгә күтәрелгән оло сараны “Мәргән уҡсы” хәрәкәтенә ҡушылған башҡорт уҡсыларынан тупланған берҙәм көс тиһәк, һис тә генә хата булмаҫ. Ошо берәгәйле көстөң киләсәктә лә милли асылыбыҙҙы асыуға йүнәлткән маҡсатлы эше кәңәшле булыр. Кәңәшле ил – тарҡалмаҫ, ти бит халыҡ та.
Оло йыйындың йәмле Учалы районының Ғәҙелша ауылы янындағы Баҡшай ерлегендә үткәрелеүе осраҡлы түгел. Әйтеүҙәренсә, Баҡшай (Бағышай) – алты мең йыллыҡ тарихы булған серле ҡаласыҡ, Урал ерен төйәк иткән боронғо ҡәүемдәр аманаты. Бик күп йылдар элек был урын йыһандан фотоға төшөрөлөп, күп ғалимдарҙа һорауҙар тыуҙыра. Йыһан обсерваторияһы тип тә атай уны һуңғараҡ археологтар. Хәйер, был мәғлүмәттәр менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн ошонда үткән фестивалгә килеү отошло булыр ине. Сөнки боронғолоҡ эҙҙәрен һаҡлаған Учалы районының төрлө тарафтарына ла тап ошо урындан юлланырға мөмкинлек бар ине. Ахун ауылы янындағы мәңгеташтар, Йәшмә тауындағы пирамидалар, Ирәмәл – былар барыһы ла Учалы ерлегендә һаҡланған серле ҡомартҡылар бит. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, Бағышай еренән күренеп торған Янтыҡбаш менән Бөркөт ояһы тауҙарына элеккеләр ни сәбәптәндер ниәтһеҙ менеп йөрөүҙе тыйған, был, бәлки, күккә яҡын булыу кеүек боронғо тәғлимәттәргә лә ҡайтып ҡалалыр. Ә һеҙҙең тап бына ошо Европа һәм Азия ҡушылған ерҙән алыҫ түгел, Баҡшай ерлегендәге ҡаласыҡтың серен аңларға теләгегеҙ юҡмы? Уйлап ҡараһаң, бик боронғо тарих, уның менән танышыу өсөн ошо төбәкте барып күрергә кәрәктер, моғайын. Һәр хәлдә, серлелек артынан түгел, йәне-тәне менән ял итергә теләүселәр өсөн дә ҡулай был урындар. Мөһабәт Ирәмәл тауы ғына ла Учалы еренең данын бермә-бер арттыра.
Беләһегеҙме, ниңәлер, бер минутҡа тын ҡалып, уйҙарым менән иркен Баҡшай ерлегенән “йүгереп” үткәндә, илағылар килде... Ни өсөн?.. Ҡыуаныс йәштәреме, бошоноумы? Белмәйем, барыһы бергә кеүек. Тап бөгөн ошо ерҙә миллилегебеҙҙең барлығын, терелеген тойоп ҡыуаныуым да... Икенсе яҡтан, күп нәмәләребеҙҙе, оло тарихыбыҙҙы, тәбиғәткә булған яҡынлығыбыҙҙы юғалтыуыбыҙҙы аңлап түгелгән йәштәр...
Өфөнән Учалыға юлланғанда ла башҡорт ҡошсолары хаҡында һүҙ сыҡты. Ҡайҙа улар, ҡайҙа юғалған беҙҙең йола-шөғөлдәребеҙ? Ә бит башҡа төрки илдәрендә башҡорт ҡошсоларының даны әле булһа йәшәй... Күп тарихыбыҙҙы, тарихыбыҙ менән мәҙәниәтебеҙҙең дә күп өлөшөн юғалтҡанбыҙмы икән?.. Ошо саҡта Рим Йәнғужиндың “Рәсәйҙең аҫаба халыҡтары. Башҡорттар” китабындағы юлдар иҫемә төшә: “...былай ҙа уңыш ала алмаған еренә өҫтәүенә һалым түләргә тейешле халыҡ, хәленән килмәгәс, өҫтәрендәге еләндәрен сисеп, ҡатындарын зар илатып, баштарындағы ҡашмауҙарын, күкрәктәрендәге түшелдеректәрен түләй алмаған һалым өсөн биргән...”
Башыбыҙҙағы ҡашмауҙарыбыҙ менән күңелебеҙҙәге рухи йәдкәрҙәребеҙ тартып алынған саҡтар булған, сикһеҙ киңлектәрҙә тибендә йөрөгән йылҡыларыбыҙ кәмеү менән, үҙебеҙҙең данлы тарихлы ҡәүемдәр булыуыбыҙҙы, боронғо халыҡ шөғөлдәребеҙҙе онота төшкәнбеҙ түгелме? Юҡ, онотолмаған, ул беҙҙең ҡанда, ул беҙҙең рухыбыҙҙа, тик уны заман ағышында тергеҙер көс табып, үҙебеҙгә тырышлыҡ һалырға кәрәктер, моғайын. Ер йөҙөндәге һәр ҡәүем – тәбиғәт балаһы. Һәр халыҡтың тамырҙары боронғолоҡта – тәбиғәттән. Ә тәбиғәт ниндәй көслө дауылдарҙан һуң да кире тергеҙелеүсән. Тимәк, юғалтҡандарыбыҙ ҙа күп йылдарҙан һуң кире ҡайта, яңы заманда берҙәм халыҡсан көс менән яңынан тыуа. Был да – оло бәхет!
Сара сиктәрендә үткән һыбай уҡ атыу бәйгеһе лә – ошоларҙың бер миҫалы. Әйтергә кәрәк, тап быйыл республикала беренсе тапҡыр һыбай сабып барышлай уҡ атыу бәйгеһе ойошторолдо. Был бәйгелә бар халыҡты таң ҡалдырып, дандары менән дә, ҡандары менән дә ат йәнле рухлы ир-егеттәр менән бергә, сая башҡорт һылыуы ҡатнашты. Тап ошо ғына ла, минеңсә, боронғолоҡ рухын тойорға, халҡыбыҙҙың ярым күсмә тормош алып барған бай тарихлы халыҡ булыуын танырға мөмкинлек бирҙе. Кемгә нисектер, әммә минең уйҙарымда ат күңел азатлығы һәм етеҙлеге, иркенлек менән бәйле. Йылҡы малын да тар майҙанда көтөп булмаған кеүек, ярһып типкән йөрәк, хыял һәм уйҙар өсөн дә сиктәр ҡуйыу ят күренеш. Йылҡы өйөрө һәм уйҙар етеҙлеге, азатлыҡ – заманыбыҙ ағышын кәүҙәләндереүсе төп төшөнсәләрҙең береһе. Шул саҡ танышымдың, килер бер көн, заман башҡорттары ла йылҡы үрсетеп, ҡымыҙ бешеп, тәбиғәткә яҡын һоҡланғыс ерҙәрҙә яһалма түгел, ә ысын тирмәләр ҡороп йәшәргә насип булыр, тигән һүҙҙәре иҫкә төшә. Килер көн, булыр ундай милли асылыбыҙға тоғро заманса башҡорттар. Ә быйылғы һыбай уҡ атыу бәйгеһе киләсәктә ошо уйҙарҙы тормошҡа ашырыуҙа бер матур аҙым булғанына иманым камил.
Халҡыбыҙҙа һәр эштә, йәшме ул, оломо, ҡеүәтләү тигән әйбер бар. Бейеүселәрҙе таҡмаҡ әйтеп ҡеүәтләйҙәр, йырсыларҙы алҡыштарға күмәләр. Байрам бәйгеләренең дә халыҡ тарафынан ҡеүәтләнеүе – һоҡланырлыҡ күренеш. Һай, афарин, һай, дәртле халҡыбыҙҙың ул-ҡыҙҙары, ҡеүәтләп күтәреп алыусы халҡы ла. Тап үҙенсәлекле һынауҙары менән бәйгеселәрҙе лә, ҡарарға килгән халыҡты ла ҡыҙыҡтырҙы “Мәргән уҡсы”. Бәйгесе тарафынан сәпкә тейгән уҡ халыҡ тарафынан алҡышланды, уларҙың шат тауыштарынан мәргәндәр үҙҙәре лә ҡеүәт алды.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән бик матур мәҡәл бар беҙҙең халыҡта. Кем нисек, ә бына ҡайһы бер мәргән егеттәребеҙ һәм ҡыҙҙарыбыҙ уҡ атыу буйынса ла, “Ай, Уралым, Уралым” этнофестиваленең “Сал быуаттар ауазы”, “Урал батыр тоҡомдары” бәйгеләрендә лә ҡатнашып өлгөрҙө. Үҙҙәре йәш кенә булыуҙарына ҡарамаҫтан, “Ирәмәл” халыҡ бейеүҙәре ансамблен етәкләгән оҫта бейеүселәр Гөлиә һәм Фәнис Кәримовтар хаҡында һүҙем. Икеһе лә уҡтан ата, был бәйгегә хатта үҙҙәренең тырышлыҡтары менән милли кейем дә тегеп өлгөргәндәр. Ә улар етәкләгән балалар бейеү ансамбле һәр йыйында, район сараларында барыһын да һоҡландырып бейей. Афарин, йәштәр! Һеҙҙең эштәрегеҙ, ысынлап та, күптәргә үрнәк булырлыҡ.
Халыҡ-ара фестивалдәр лауреаты, йырсы, музыкант Тюрген Камдың сығышы этнофестиваль мөхитен тулыландырып, боронғолоҡ рухын тойорға ярҙам итте, тиһәм бер ҙә хата булмаҫ. Өзләү һәм ҡумыҙҙа уйнаусылар беҙҙең илдә бармаҡ менән һанарлыҡ, боронғо төрки халыҡтары ауазын ишеттергән Тюргендың сығышы, тонйорап батҡан ҡояштың нурҙарына сорналып, Баҡшай ерлеген уратҡан Янтыҡбаш, Бөркөт-оя, Боғасты тауҙары сигендә яңғырап ишетелгәндәй тойолдо. Алтай, Тыва халҡының боронғо йырҙарын башҡарыусы Тюрген Камды бәйгеселәр менән аралашҡандағы ябай ихласлығы өсөн дә, ә тамаша ҡылған халыҡ оло һәләте өсөн дә ихтирам менән ҡабул итте.
Ошо урында мин тағын бер нәмәгә иғтибар иттем. Ысынлап та, ҡунаҡсыл икән ул беҙҙең халыҡ. Үҙ сәхрәләренә матур сара уңайынан килгән меңдәрсә халыҡты һыйҙырған Учалы ере лә, ҡайтыр юлға оҙатҡансы Омск ҡалаһынан килгән уҡсылар командаһына, Беларусь, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан вәкилдәренә ҡунаҡ йөҙө күрһәткән Өфө ҡалаһы һәм Ҡыйғы районы башҡорттары оло ихтирамға лайыҡ. Бына ул ихласлыҡ һәм ябайлыҡ, ошоларҙың барыһы өсөн йәмле Учалы еренә, ошо оло йыйынды ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән һәр кемгә, һәр ҡатнашыусыға ҙур рәхмәт. Һәр халыҡ үҙенсәлекле һәм тап халҡыбыҙ араһында ошондай киң күңелле, дәртле, ихлас, һәләтле, иманлы, тырыш кешеләрҙе күреү – оло ҡыуаныс!
Өс көн дауамында барған оло сара башҡорт уҡсыларының һәм хәҙер инде күптәребеҙгә дуҫ-ҡәрҙәш булып өлгөргән мәргәндәренең сәмле бәйгеһе, башҡорт халыҡ моңон сәхнәгә сығарған этноколлективтарҙың “Сал Ирәмәл ауазы”, ил күрке булыуҙарын иҫбатлаған башҡорт ир-егеттәренең “Урал батыр тоҡомдары”, боронғо кәсеп-шөғөлдәрҙе тергеҙеүсе ихтирамға лайыҡ оҫталарының “Семәр” милли кейем һәм ҡул эштәре кеүек матур һәм үҙенсәлекле бәйгеләре булып, шаулап-гөрләп үтеп китте. Һоҡландырҙы, ҡанатландырҙы, сәмләндерҙе һәм рухландырҙы. Йәйҙең ҡабатланмаҫ көндәрен матур һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрҙе ҙур сараға килгән барыһы ла, халыҡ йыйынын һанлап, күңел зауығын ҡандырып, хозур тәбиғәт ҡосағында йән ҡеүәте, тән сихәте һәм халыҡсан рухи көс алды. Тарихыбыҙҙың тауышын ишетер, бөгөнгөбөҙҙөң йөҙөн күрһәтер, иртәгәһе көнөбөҙгә ҡарашыбыҙҙы билдәләр сараларҙың береһе булды ул.
Киләсәктә лә ил-ер халҡын бергә туплар оло йыйын үткәндәрҙән үрелгән рухиәтебеҙ заман балҡышы булып, халҡыбыҙ йәшәйешен яҡтыртһын, бөгөнгөбөҙгә һәм килер көндәргә рухи дәрт, сәм, ҡеүәт, үҙебеҙҙе тыуған еребеҙҙә бәхетле итеп тойоу мөмкинлеген бирһен.

Розалия ЗАРИПОВА.

“Мәргән уҡсы-2017” фестивалендә ҡатын-ҡыҙҙар араһында I урын яулаусы Лилиә Хужәхмәтова (Учалы районы):
– Был бәйгегә мин ике йыл әҙерләндем, күнекмәләргә йөрөп, уҡ атыу серҙәренә төшөндөм. Әлбиттә, ниндәйҙер уңышҡа өлгәшеү өсөн иң тәү сиратта ҙур теләк һәм тырышлыҡ булырға тейештер тип уйлайым. Был үҙенсәлекле шөғөл минең өсөн ҡыуаныстар алып килә, үҙ-үҙемде ышаныслы тоторға, ныҡышмал, сабыр булырға өйрәтә. Уңыштарым өсөн тренерым Илдар ағай Исхаҡовҡа һәм атай-әсәйемә рәхмәтлемен, уларҙың ярҙамы һәм тырышлыҡтары менән килдем мин был еңеүгә.
I халыҡ-ара “Евразия кубогы” фестивале сиктәрендә үткән һыбай уҡ атыу бәйгеһендә I урын яулаусы Кубан Томотоев (Ҡырғыҙстан):
– Тыуған еребеҙгә бары ыңғай тәьҫораттар менән юлланабыҙ. Башҡортостандың шундай саф һауалы, хозур тәбиғәтле булыуына һоҡландым. “Мәргән уҡсы” фестиваленең юғары кимәлдә ойошторолоуы бик оҡшаны. Ҡырғыҙҙар ҙа, башҡорттар ҙа – йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән туғандаш халыҡтар. Һәм ошолай ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙе күреп, аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу үҙе бер оло ваҡиға. Киләсәктә лә халыҡ-ара дуҫлыҡ, теләктәшлек, туғанлыҡ ептәре ныҡ булһын, тип теләйем.
II республика “Мәргән уҡсы” фестиваленең иң оло ҡатнашыусыһы Зәйет Шакиров (Учалы районы):
– 87 йәштәмен. Уҡ атырға улым Фәһим ҡыҙыҡһындырҙы. Тик ятҡансы, барайым, тип килдем шунан. Урамда саң борхотоп ҡушйүгереш, шунан атышып уйнау була торғайны элекке замандарҙа. Бәләкәй саҡта малайҙар менән муйылдан ян-уҡтар эшләп, үҙ-ара ярыштар үткәрә торғайныҡ. Бына шул саҡтарҙы иҫкә төшөрөп, белмәгәнен өйрәнеп, ярышта ҡатнашырға дәртләнеп киттем. Хәрәкәттә – бәрәкәт бит ул. Дәртең, һаулығың булһа, оло булыу бер ҙә ҡамасауламай.
I халыҡ-ара “Евразия кубогы” фестивалендә ҡатнашыусы Морат Ғәбделсәлимов (Ҡаҙағстан):
– Башҡортостанда үткән матур бәйгегә дуҫтарымдың саҡырыуы буйынса килдем. Һүҙ менән генә әйтеп бирерлек түгел, фестивалде ойоштороуҙан алып тәбиғәттең ошолай матур булыуына тиклем шул хәтлем ныҡ оҡшаны миңә. Беҙҙең Ҡаҙағстанда ла был милли шөғөл яйлап ҡына тергеҙелә. Ошолай илдәребеҙҙә берҙәм булып, бәйгеләр ойошторһаҡ, халыҡ та ныҡлап ылығыр, балаларыбыҙ милли шөғөлдәрҙе белеп үҫер тип уйлайым.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 731

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 353

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 271

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 228

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 415

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 275

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 254

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 415

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 218

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 085

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 192

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 062