Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дөйөм тырышлыҡ менән
Республиканың күп төбәктәрендә киң яҡлау һәм хуплау тапҡан урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы үҙенең заман талаптарына тулыһынса яуап биргәнлеген йылдан-йыл анығыраҡ раҫлай. Берҙән, ул халыҡты йәмәғәт үҙидараһына, барыһына ла ҡағылған проблемаларҙы хәл итеүҙә туранан-тура ҡатнашыуға йәлеп итһә, икенсенән, дөйөм мәнфәғәт өсөн кәрәкле эштәрҙе тәү сиратта башҡарыуға этәргес булараҡ та ҙур әһәмиәткә эйә.


Программаға ҡала 2016 йылда ҡушылған. Был йүнәлештәге сараларҙы әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу хакимиәттең даими иғтибар үҙәгендә тора. Былтыр конкурста еңеп сыҡҡан биш проект уңышлы тормошҡа ашырылһа, ағымдағы йылда баһалауға 20 башланғыс тәҡдим ителеп, шуның 14-е хупланды. Улар башлыса социаль инфраструктураны яҡшыртыуҙы һәм үҫтереүҙе үҙ эсенә ала. Шуға ла граждандарҙың был программала ҡатнашыуға дәғүә иткән объекттарҙы билдәләүгә бағышланған йыйылыштарын сифатлы итеп әҙерләү һәм тейешле кимәлдә үткәреү ҙур әһәмиәткә эйә. Бының өсөн теге йәки был биҫтәлә, ҡала округына ҡараған ауылдарҙа йәшәүселәр программа хаҡында ныҡлы хәбәрҙар булырға, бер үк ваҡытта үҙҙәрендә хәл итергә кәрәкле проблемалар тураһында белергә тейеш. Хакимиәттең тейешле бүлектәре етәкселәренә һәм яуаплы хеҙмәткәрҙәренә, депутаттарға ошо йәһәттән мөһим бурыс йөкмәтелә. Төрлө мәғлүмәт технологиялары киң таралыу алған заманда, әлбиттә, уларҙы маҡсатҡа ярашлы ҡулланыу ҙа ярҙам итә. Шуға ла ҡалала урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһының “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмө материалдары әүҙем файҙаланыла, хакимиәттең рәсми сайтында махсус асылған биткә тейешле норматив-хоҡуҡи документтар тупланған, бында шулай уҡ сара барышы тураһында мәғлүмәттәр даими яңыртылып тора, уларҙы дәлилләгән фотоһүрәттәр ҡуйыла. Урындағы телевидение каналдары, “Красное знамя” ҡала гәзите халыҡ башланғыстарын тормошҡа ашырыу барышын яҡтыртыуға тейешле иғтибар бирә. Бөтә был эштәрҙең һөҙөмтәһе быйылғы программаға инергә дәғүә иткән тәҡдимдәр һанының ике тиҫтәнән артып китеүендә лә сағылыш таба.
Дөйөм тырышлыҡ менәнБыға тиклем тормошҡа ашырылған башланғыстарға килгәндә, былтыр ҡала округы буйынса 5 миллион һумға яҡын сығым талап иткән эш башҡарылған. Ә кешеләрҙең шатлығы, үҙҙәре күтәреп сыҡҡан мәсьәләләрҙең тулыһынса хәл ителеүе менән бергә йыйған аҡсаларының дөйөм мәнфәғәткә хеҙмәт итеүен күреү ҡыуанысы бынан да ҡиммәтерәк түгелме ни?! “Көнсығыш-4” биҫтәһенең Таһир Кусимов урамында физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн ҡулайлаштырылған ҡорамалдар ҡуйылған спорт-уйын майҙансығы, Әмзә мәктәбендәге тулыһынса яңыртылған “Ҡышҡы баҡса” һәм Энергетик ауылындағы балалар майҙансығы киләсәк быуын тураһында хәстәрлек күреү булһа, Әмзәләге спорт залы менән Леонид Кудрявцев исемендәге стадионды төҙөкләндереү халыҡтың сәләмәтлеген ҡайғыртыу маҡсатын күҙ уңында тота. Һәр ҡайһыһының хаҡы бер миллион һумдан ашыуыраҡ булған был проекттарға талап ителгән сумманың күпселек өлөшө бюджеттан бүленгән ярҙам иҫәбенә ҡапланһа ла, уларҙың һәр береһен тормошҡа ашырыу өсөн урындағы халыҡтың 50-60-шар мең һум йыйып өҫтәүе маҡтауға ғына лайыҡ.

Айсар ҮҘӘНБАЕВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 738

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 360

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 272

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 229

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 418

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 278

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 256

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 417

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 219

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 088

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 194

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 064