Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Шторм” ҡыҙҙарын танып торалар
“Шторм” ҡыҙҙарын танып тораларҠаланың 4-се лицейында эшләгән “Шторм” баскетбол клубы командаһы өсөнсө тапҡыр Волга буйы федераль округының “КЭС-БАСКЕТ” мәктәп баскетбол лигаһы чемпионатында еңеү яуланы. Тренер Ринат Муҡаев етәкселеген­дә­ге ҡыҙҙар командаһына иң көслөләр менән алышырға тура килһә лә, бирешмәйҙәр. Был ярышта Башҡортостан данын Баймаҡ ҡалаһы ҡыҙҙары уйнаған “Шторм” менән Белореттан “Металлург” үҫмер егеттәр командалары яҡлай.
Баймаҡтарҙың еңеүе ниге­ҙендә тренерҙың оло хеҙмәте ята.
— Ҡыҙҙар спорт залында йыл әйләнәһенә алһыҙ-ялһыҙ шөғөлләнә. Йәйгеһен башҡа балалар ял иткәндә лә күнекмәләр менән мәшғүлдәр, – ти Ринат Муҡаев.
Баймаҡ һылыуҡайҙарының уңышында шулай уҡ ата-әсәләренең дә өлөшө шаҡтай ҙур. Балаларын көн һайын күнекмәләргә йөрөтөргә, уларҙың уйынын Интернеттан онлайн тәртибендә күҙәтеп барырға ла, ҡыҙ­ҙары менән бергә көрәшергә, еңергә лә өйрәнә улар. Иң мөһиме – балаларына ныҡлы терәк, ярҙамсы булып, ышаныс биргәндәр ҙә тап улар.
Ҡаршы уйнаған команда­ларҙың көслө булыуы лицей ҡыҙҙарына сәм генә өҫтәй. “Көрәшеүе еңелдән түгел, әммә беҙ һәр саҡ Баш­ҡортостан спортының данын яҡлағаныбыҙҙы онотмайбыҙ һәм еңелергә хаҡыбыҙ юҡлығын аңлап торабыҙ”, — тип йылмая улар.
Күптән түгел “Шторм” командаһы йәнә оло уңыш менән ҡайтты. Пермдә үткән “КЭС-БАСКЕТ” мәктәп баскетбол лигаһы чемпиона­тының суперфиналында бай­маҡтар Владимир, Мәскәү, Ленинград өлкәләре, Ҡыр­ғыҙстан командаларын еңеп, 4-се урынды яуланы. Команда капитаны Әлфиә Ғә­лим­йәнова – оҫталыҡ конкурсында еңеүсе, Элиза Исмәғилева иң яҡшы үҙәк һөжүм итеүсе булып танылды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 738

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 360

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 272

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 229

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 418

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 278

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 256

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 417

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 219

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 088

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 194

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 064