Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әрметтән дә чемпиондар сыҡмаҫ тимә
Әрметтән дә чемпиондар сыҡмаҫ тимә Башҡортостан халҡының 40 проценты ауыл ерендә йәшәй. Шуға республикала ауыл ерлегенә иғтибарҙы арттырыу зарур. Был тәңгәлдә төбәктә эшләп килгән проект-программалар күңелде тынысландыра, ер кешеләрендә өмөт уята.
Мәҫәлән, аграрийҙарға тәғә­йен­ләнгән программалар эшләй, субсидиялар бирелә, инвестициялар йәлеп ителә. Инвестиция тигәндән, урындағы халыҡ үҙ тормошон, ауылдың инфраструк­тураһын яҡшыртыуға үҙе лә ғәйәт ҙур өлөш индерә. Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашып, төҙөкләндереү буйынса эштәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн теләк нәҡ халыҡтың үҙендә уянырға тейеш. Теләк кенә түгел, шарт буйынса, проект сығымдарының бер ни тиклем өлөшөн дә урында йәшәүселәр ҡаплай. Иң мөһиме – миллион һумлыҡ ҙур проектты башлап ебәрергә, үҙ өлөшөн индерергә ҡурҡмаһындар ғына. Башҡарылған эш һөҙөмтәһе ситкә китмәй, балалар майҙансығы булһынмы ул, юлға, һыу линия­һына ремонт башҡарылһынмы, бағаналарға ут лампалары беркетелһенме – шул ерлектә ҡала. Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәк.
Был программала Ишембай районы ауылдары, мәҫәлән, әүҙем ҡатнаша. Кемдер ауыл клубына ремонт эшләргә йыйына, икенселәр һыу торбаларын яңырта, өсөнсөләр урамдарҙы кис яҡтыртыу проектын әҙерләүҙә ҡатнаша. Мәҫәлән, Түбәнге һәм Үрге Әрмет ауылдары халҡы (Әрмет ауыл Советы) программаны спорт майҙансығы эшләүҙә ҡуллана. 2016 йылда комиссия эше һөҙөмтәләре буйынса проект хупланған һәм финансланған. Әлеге көндә майҙансыҡ эшләнә, ҡорамалдар ултыртыла. Әйткән­дәй, улар (ҡорамалдар) ике ауылда ла урынлаштырыла. Шуға, мәҫәлән, Үрге Әрмет балаларына майҙансыҡта уйнау өсөн Түбәнге Әрметкә килергә кәрәкмәйәсәк.
Әрметтән дә чемпиондар сыҡмаҫ тимә– Сираттағы йыйында программа хаҡында ентеклерәк аңлат­ҡас, ауыл халҡы уның мөмкинлектәре буйынса ғына түгел, шарттары менән дә ихлас килеште, – тип проекттың нисек башланғанын төшөндөрә Әрмет ауылы хакимиәте башлығы Әнүр Шаһиев. – Ике ауылда ла спорт ҡорамалдары майҙансығы булдырыу ниәте күптән бар ине, сөнки балаларҙы, йәш быуынды физик культураға ылыҡтырыу өсөн был мөмкинлектәр аҙ. Ә сәләмәтлектең башы спортта ятҡанын барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Шуға программа ауыл халҡының сәләмәтлеген нығытыуҙа баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙе тип әйтергә мөмкин. Быйыл программала ҡатнашып, мәктәптең спорт залын ремонтларға теләйбеҙ.
Ысынлап та, был тиклем проект­тың тормошҡа ашыуы – әрметтәр өсөн ҙур бүләк. Ошондай ҡупшы майҙанда шөғөл­ләнгән йәштәрҙән киләсәктә спорт буйынса чемпиондар сыҡмаҫ тимә. Һәр хәлдә, әле ҡорамал­дарҙы ултыртып бөтмәҫ элек үк бер төркөм ҡыҙҙар һәм егеттәр уларҙы һынап ҡарарға килеп тә еткәйне.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың VI Муниципаль берәмектәр съезындағы (2016 йыл) сығышынан:
– Урындағы башланғыстарға булыш­лыҡ итеү программаһы нигеҙендә быйыл 500 проект ғәмәлгә ашырға тейеш. Был урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярты миллиард һум ярҙам тигән һүҙ. Әммә халыҡтың тормошон яҡшыртыуҙа миҫалдарҙы тағы ла байытырға мөмкин. Тик халыҡҡа ла, урындағы етәкселәргә лә берҙәмерәк һәм етеҙерәк булырға кәрәк. Бының өсөн йышыраҡ халыҡты ҡабул итеү саралары, граждандар сходы үткәреү мөһим.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 750

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 375

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 276

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 232

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 421

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 281

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 259

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 421

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 223

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 092

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 197

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 067