Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ярһып сапты толпарҙар...
Ярһып сапты толпарҙар... Арҙаҡлы яҡташыбыҙ Исмә­ғил Ғәбитов нигеҙ һалып, хә­ҙер инде традицияға әйләнгән санаға егелгән аттар ярышы быйыл Бөрйәндә 48-се тапҡыр ойошторолдо. Ярышҡа тамаша ҡылырға халыҡ дәррәү кил­де. Йылҡысылыҡты үҫте­реү итен, ҡымыҙын етеште­реү­ҙе генә аңлатмай шул. Бына ошон­дай бәйгеләр аша ла баш­ҡорт атының даны тарала.
Район хакимиәте башлығы Р. Шәрипов, йыйылған кеше­ләр­ҙе һәм ярышта ҡатнашыу­сыларҙы тәбрикләп, уңыштар һәм тыныс күк йөҙө теләне:
– 1969 йылдан алып беҙҙең районда ғына үткәрелгән ҡыш­ҡы ат ярыштары Бөрйәндең ғорурлығы, үҙенсәлеге булып тора. Халыҡ был байрамды йыл һайын һағынып көтөп ала. Бөгөнгө ярыш еңеүсе­һенә “Әхтәр Ғәлин” крәҫтиән (фермер) хужалығы төп бүләк – тай әҙерләне.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары В. Яхин ярыш шарт­тары менән таныштырып сыҡҡас, Бөрйәндә йылҡысы­лыҡ тармағы үҫешә барыуы, бөгөн районда 3468 баш йыл­ҡы малы булыуы, уҙған йылда туғыҙ урында бейә бәйләп, 267 центнер ҡымыҙ етештере­леүе хаҡында әйтеп үтте.
Бына һәр кем түҙем­һеҙ­лә­неп көткән ярыштар башланды. 18 ат сыҡты бәйгегә. Беренсе булып санаға егелгән оло аттар теҙелеп баҫты. Старт бирелеүен көтөп урындарында үрәпсеп торған аттар уҡтай алға атылды. 12 саҡрым арауыҡты беренсе булып Әтектән Толпар ҡушаматлы атында Ғизетдин Әбүбәкиров үтте. Инсур Баймөхәмәтов Буяны менән (“Баймөхәмәтов” КФХ-һы) финиш һыҙығын икенсе булып киҫте, Баймаҡ егете Рәмил Мурзинға (Талис­ман) өсөнсө урын бирелде.
Ярһып сапты толпарҙар...Саналы юртаҡтар һигеҙ саҡрым арауыҡҡа ярышты. Бәйге шарты буйынса аттар был араны юртып ҡына үтергә тейеш ине. Ә инде сабып, ҡағиҙәне боҙған осраҡтарҙа бер минут ваҡыт өҫтәлә барҙы. Бында Мирфат Әбйә­лиловтың Буяны (“Бикбулатов” КФХ-һы) иң етеҙе булып сыҡты. Тайфур Шәмиғолов­тың Буяны (“Урал” АХК-һы), Фаяз Ҡулбирҙиндың Гром ҡу­шаматлы аттары икенсе-өсөн­сө урындарҙы бүлеште.
Сананы биҙәү ярышында Ғизетдин Әбүбәкировтың са­на­һы иң матуры тип табылды. Инсур Баймөхәмәтов – икенсе урында, Айгиз Мөхәмәтғәлин – өсөнсө.
Ат һөйөүселәрҙе дәртлән­дереү маҡсатында икенсе тапҡыр ойошторолған йылҡы­сылар ярышы байрамдың күркәм өлөшөнә әүерелде. Старт бирелгәс, туғарылған аттарын тиҙлеккә егеп, дүрт саҡрым арауығында әйлә­неште Рәфис Дауытов беренсе үтеп килде. Унан саҡ ҡына ҡалышҡан Ришат Әбүбәкиров икенсе урын алды, Роберт Баймөхәмәтов өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Халыҡ саф һауала рәхәт­ләнеп ял итеп, ярыш сәменә сорналып, күтәренке кәйефтә таралышты.
Ҡыш байрамы сиктәрендә “Урал” физкультура-һауыҡ­тырыу комплексында ла спорт ярыштары үтте. Сарала алты ауыл биләмәһе һәм һигеҙ ойошма командалары ҡат­наш­ты. Район хакимиәте башлығы Р. Шәрипов былтыр ойошма-учреждениелар араһында иғлан ителгән ра­йон спартакиадаһының дөйөм һөҙөмтәләре буйынса еңеүсе­ләргә Маҡтау ҡағыҙҙары һәм 15, 10 һәм 5-әр мең һумлыҡ сертификаттар тапшырҙы. Йыл дауамында ярыштарҙа әүҙем ҡатнашҡан һәм яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән район үҙәк дауаханаһы – беренсе, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе менән балалар ижады үҙәге – икенсе, Иҫке Собханғол мәктәбе өсөнсө урынға лайыҡ тип табылды.
Артабан ҡатнашыусылар армспорт, гер күтәреү, милли көрәш, шахмат, арҡан тартышыу, шорт-трек һәм саңғы эстафетаһы төрҙәре буйынса ярышты.
Көсөргәнешле ярыштарҙа дөйөм йыйылған мәрәйҙәр һаны буйынса команда бе­ренселегендә Иҫке Монасип ауыл биләмәһе, армспорт, шахмат уйыны буйынса иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, дөйөм өсөнсө урынды яуланы. Милли көрәш, саңғы уҙышын­да – беренсе, шорт-тректа – икенсе, ә ҡалған төр ярыш­тарҙа өсөнсө урын алған Байназар командаһы хаҡлы рә­үештә дөйөм икенсе урынға лайыҡ тип табылды. Ҡыпсаҡ командаһы быйыл да беренселекте бер кемгә лә бирмәне. Гер күтәреү, арҡан тартыу буйынса уларға етеүсе булманы. Милли көрәш, саңғы уҙы­шы, армспорт буйынса – икенсе, шорт-тректа өсөнсө урындар яулаған команда спортсы­лары, яҡшы һөҙөмтәләр күр­һәтеп, беренсе урынды билә­не. Ойошма-учреждениелар араһында урындар түбән­дә­гесә билдәләнде: көрәш, шахмат, шорт-трек, саңғы буйынса һынатмаған район мә­ғариф бүлеге командаһы дөйөм өсөнсө; гер күтәреүҙә, арҡан тартыуҙа, армспортта биреш­мәгән юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығы – дөйөм икенсе; көрәш, шахмат, армспортта пьедесталға күтәрелгән Иҫке Соб­ханғол мәктәбе команда­һы беренсе урынға лайыҡ булды.
Бәйге һуңында һәр ярыш төрө һөҙөмтәләре буйынса шәхси беренселектә еңеүсе­ләрҙең барыһы ла диплом һәм миҙалдар менән бүләк­ләнде, ә командаларға дипломдар һәм кубоктар тапшырылды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 689

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 312

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 255

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 215

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 399

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 264

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 240

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 399

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 198

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 070

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 174

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 048