Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Келәмдә – “Башҡорт”
Келәмдә – “Башҡорт” Ғинуар башында ҡатнаш көрәш сәнғәте буйынса профессиональ спортсы, яҡташыбыҙ Илфат Әмиров судьяларҙың берҙәм ҡарары менән Ҡытайҙа WLF сиктәрендә уҙған ярышта еңеүсе тип танылды. Сара Ченьжоу ҡалаһында үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты сәфәр йомғаҡтары буйынса йәш чемпион менән матбуғат конференция­һын ойошторҙо.
Илфат әйтеүенсә, көрәштә 26 ҡытай спортсыһы һәм 26 баш­ҡа дәүләт вәкиле ҡатнашҡан. Ул илебеҙҙән берҙән-бер спортсы булған, бер үк ваҡытта Рәсәй, шулай уҡ Башҡортостан исеменән сығыш яһаған. 27 йәшлек Илфат 70 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһына инә. “Башҡорт” ҡушаматлы спортсы еңеүсе кубогын ҡамсат бүрек кейеп алған. Аҡсалата бүләкте Илфат спорт карьераһын артабан үҫтереүгә тотонорға ниәтләй.
– Мин Күмертауҙа тыуғанмын. Тәүге еңеүем – тыуған ҡаламда дзюдо буйынса ярыштарҙа өсөнсө урын яулауым. Ул саҡта миңә 11 йәш ине. Артабан Ишембайҙағы кадет корпусында уҡыным. Көрәш менән шунда шөғөлләнә башланым, – тип хәтерләй Илфат. – Ил кимәлендә тәүге награданы 2008 йылда панкратион буйынса Бөтә Рәсәй турнирында алдым.
Илфат Әмиров – ҡатнаш көрәш сәнғәте, грепплинг буйынса Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе. Ҡатнаш көрәш сәнғәте менән ул 2007 йылда, Мәскәүгә күскәс, шөғөлләнә башлай. Үҙәк күнекмәләр базаһы ла ошонда урынлашҡан. Йәш спортсы бер үк ваҡытта БДУ-ның тарих факультеты аспи­рантураһында уҡып та өлгөрә.
Илфат Америкала сығыш яһарға хыяллана.
– Көрәшсе өсөн иң мөһиме – ул түҙемлек. Башта еңелергә лә тура килде, әммә был мине туҡтатманы. Әле йәшмен, шөғөлөмдө ташламаясаҡмын, – ти спортсы.


Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 752

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 375

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 277

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 236

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 424

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 282

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 261

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 423

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 225

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 094

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 198

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 068