Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҙнаға һуҙылған байрам
Аҙнаға һуҙылған байрам 15 ғинуарҙан 22-һенә тиклем “Өфө-Арена” илдең төп спорт үҙәгенә әйләнде. Континенталь хоккей лигаһының “Йондоҙҙар матчы” туғыҙынсы тапҡыр ойошторолһа ла, баш ҡалабыҙҙа ул тәүгә уҙа. Әммә был сара хоккей тарихына эре хәрефтәр менән яҙып ҡуйыласаҡ, сөнки элек ике көнгә һыйған байрам беренсегә Хоккей йондоҙҙары аҙнаһы рәүешендә үтә.
Хәйер, күп саралар беҙҙә тәүгә була. Мәҫәлән, 17-19 ғинуарҙа следж-хоккей буйынса Континент кубогына халыҡ-ара турнир уҙа, 19-ында – Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының “Йондоҙҙар матчы”. Аҙна аҙағында, 22 ғинуарҙа, КХЛ-дың “Йондоҙҙар матчы” ла яңы форматта ойоштороласаҡ: дүрт дивизионды кәүҙәләндергән дүрт команда (элек көнсығыш һәм көнбайыш конференцияларҙан ике йыйылма команда ғына уйнай ине) еңеү өсөн сәкәләшәсәк.
Хоккей йондоҙҙары аҙнаһын тантаналы асыуҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты. Артынса Йәштәр хоккей лигаһының “Саҡырыу кубогы”на матч уҙҙы. Унда “Көнсығыш” ко­мандаһы составында Өфө тәр­биәләнеүселәре – данлыҡлы яҡташыбыҙ Николай Цулыгиндың улы Кирилл Цулыгин һәм Никита Цыркуль да уйнаны. Йәл, беҙ­ҙекеләр буллит буйынса 1:2 иҫә­бенә отолоп ҡуйҙы. “Көнбайыш” командаһынан ике гол индергән Андрей Алтыбармакяндың ҡулын­дағы бармаҡтары, ысынлап та, бишәү генә түгел тиерһең...
Шулай ҙа Кирилл Цулыгин, һөҙөмтәле пас биреп, осрашыуҙың иң яҡшы дүрт уйынсыһы исем­легенә инде һәм аҙнаның йом­ғаҡлау өлөшөндә – КХЛ-дың “Йондоҙҙар матчы”нда ҡатнашыу хоҡуғын яуланы. Афарин!
Шул уҡ ваҡытта, кемдәр “йондоҙ­ҙар” командаларына эләкмәгән, улар өсөн тәнәфес юҡ – КХЛ чемпионаты дауам итә. “Салауат Юлаев” Түбәнге Новгородтың “Торпедо”һынан 1:6 иҫәбенә ҡыйратылғас, кисә Ҡаҙағстандың “Барыҫ”ы менән осрашты. Их, байрам кәйефен боҙмаһындар ине ул...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 732

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 354

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 271

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 229

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 415

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 276

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 254

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 415

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 218

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 086

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 192

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 062