Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Байығың килһә, таш булһа ла һат
Байығың килһә, таш булһа ла һат “Бөтә гениаль нәмә лә ябай”, – тигән бер бөйөк кеше. Ысынлап та, ҡайһы берҙә ҡатмарлы мәсьәләнең сиселеше уйламағанда яп-ябай булып сыға. Аптырарлыҡ яҡтары күп был донъяның.
...Уҙған йомала “Салауат Юлаев” хоккей клубы үҙенең 55 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ул көндө Континенталь хоккей лигаһының сираттағы матчы ла уҙҙы. Өфөләр Мәскәүҙең “Динамо”һын ҡабул итте. Беҙҙең ҡапҡаны Андрей Гаврилов һаҡланы. Был хоккейсы бығаса ике йыл “Сочи” командаһы уйынсыһы булды. Әле “Салауат Юлаев”та Никлас Сведбергтан ҡала икенсе ҡапҡасы. Дөрөҫөн әйткәндә, уны илдәге көйәрмәндәр йүнләп белмәй ҙә. Уйнаймы, уйнай шунда Сведбергты алмаштырып... Ә бына йома көндө Андрей бөтә Рәсәйгә, хатта барлыҡ спорт донъя­һына танылды. Юлаевсылар ҡапҡаһына мәскәүҙәрҙең өс хоккейсыһының һөжүм итеүенә иҫе лә китмәй, арты менән боролоп һыу эсеп торҙо ул. Тегеләре бындай ҙа оятһыҙлыҡҡа, һөмһөҙлөккә түҙмәйенсә, шайбаны яҙа һуҡты... Шул мәлдә беҙҙең ҡапҡасының өҫтөнә ғүмерҙә лә көтөлмәгән дан ишелеп төштө. Ике көн эсендә Интернетта “Ютуб” каналында ғына был видеояҙманы миллиондан ашыу кеше ҡарап өлгөрҙө.
...Әле яңыраҡ ҡына Бөрйән уҡыусылары бәләкәй генә төбәкте бар планетаға та­нытҡайны. Уларҙың ҡырағай йәнлектәрҙән һаҡланыр өсөн ҡулға балта тотоп мәктәпкә барған өс минутлыҡ видеояҙмаһы бығаса йылдар дауамында Ер шарына таратырға тырышҡан Бөрйән балы, Шүлгәнташ мәмерйәһе данын бер нисә көн эсендә томалап та ҡуйҙы. Етмәһә, бер көн килеп Өфө блогерҙары ошо ваҡиғаға пародия рәүешендә балта тотоп баш ҡала урамдарына сыҡты. Халыҡ был сәйер кеше­ләрҙе машина туҡталҡаһында, банкоматҡа сиратта, боҙ аренаһы трибунаһында, парк­та, сәнғәт галереяһында, кафела күреп ғәжәпләнде – фотоға төшөрҙө, социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итте, таныш-белеш­тәренә һөйләне. Әлеге лә баяғы бында ла Балта даны төрлө тарафҡа таралды.
Был ике миҫал бөгөнгө виртуаль донъяның көсөн күрһәтә. Хәҙер еңел, өйҙән сыҡмай ғына байырға, исемеңде яңғыратырға, бөйөк булып китергә мөмкин, тиерһегеҙ. Ә элек нисек булды икән? Ул ваҡытта ла башлы кешеләр юлын тапҡан.
...1975 йылда американ Гэри Даль йорт хайуаны сифатында ...таш һатып байый. Алты ай эсендә биш миллиондан ашыу тауар етештереп, ул хәҙерге аҡса менән 56 миллион доллар табыш ала. Кешеләр ни өсөн был ябай йомро ташты һатып ала һуң? Гэри уны “идеаль йорт хайуаны” тип нарыҡлай. Йәғни таш һеҙҙең өйҙәге бесәй йә эт кеүек тәрбиә талап итмәй, ашарға таптырмай, ауырымай, тышҡа сығырға һорамай. Ғөмүмән, бер тапҡыр һатып алғандан тыш сығымы юҡ. Ваҡыт­тары күберәк эштә, аҡса артынан сабыу менән үткән кешеләргә, ысынлап та, идеаль йыуаныс бит был!
Ни өсөн шулай кемдер анһат ҡына дан ҡаҙана йә байып китә, ә башҡалар көн-төн тир түгеп тә осто-осҡа ялғап йәшәй? Бөтәһен дә даланға, бәхетле осраҡҡа ғына һылтамайыҡ. Бөгөн көн үҙәгендә – маркетинг ғәли йәнәптәре. Йәғни етештерелгән тауарҙы йәки күрһәтелгән хеҙмәтте сауҙа баҙарында таратыу, йәйелдереү процесын ойоштороу. Хатта заманына күрә маркетолог һөнәре иң мөһиме кеүек тә күренә әле.
Беҙ етештерә беләбеҙ, өйрәндек. Әммә күп осраҡта һата алмайбыҙ. Хәтерләйһе­геҙҙер, элек ҙур магазиндар, сауҙа үҙәктәре булмағанда гел баҙарға йөрөнөләр. Кемдер унда тауарын сәғәт эсендә “осороп” бөтә, ә икенсе берәү көнө буйы тороп та бер дана һата алмай. Сөнки тегеһе үҙе­некен үлтереп маҡтай, сифатының шәпле­генә дәлилдәр килтерә, баштан ҡыйбат хаҡ һораған булып, һатыулашыу мәлендә уны ҡырҡа ғына төшөрөп тә ебәрә. Оҫта­лыҡ, тәжрибә тиергә лә була был һәләтте, үткерлек, хәйләкәрлек тиергә лә. Хәҙер ҙә был шөғөл көнүҙәк. Исеме үҙгәрһә лә, есеме үҙгәрмәне. Бары заманса итеп уны маркетинг тип атап йөрөтә башланылар. Һәм бының менән шөғөлләнгән “йомробаштар” етди компанияларҙа бик юғары баһалана.
Һуңғы йылдарҙа туризмды үҫтерергә, сифатлы тауарыбыҙҙы экспортҡа оҙатыр­ға, республика брендтарын донъяға та­нытырға тырышабыҙ. Ошо йүнәлештә күп эш башҡарыла. Ләкин отошло маркетинг алымдарын өйрәнәһе бар әле. Шул иҫәптән “Бөрйән балтаһы” феномены миҫалында ла. Уйынлы-ысынлы әйткәндә, бөгөн уны шул атама аҫтында сит илгә һатыуға сығарғанда байтаҡ килем алырға булыр ине... Ә ниңә, Гэри Даль кеүектәр юҡмы ни беҙҙең башҡорт араһында?..




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 750

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 375

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 276

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 232

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 421

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 281

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 259

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 421

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 223

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 092

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 197

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 067