Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңелдәрҙе ҡандыраһың да ул, Ҡандракүл...
Күңелдәрҙе  ҡандыраһың да ул, Ҡандракүл...Күлле ерҙә мөғжизә йәшәгәндәй. Риүәйәт-легендаларҙағы кеүек, серле урындың төпһөҙ тәрәнлегендә ниндәйҙер донъя барҙыр, төнөн Һыуһылыу өҫкә йөҙөп сығып, ай яҡтыһында сәсен тарайҙыр, ҡапыл бер өйөр йылҡы малы ҡалҡып, йәшәйешкә бәрәкәт өҫтәү өсөн ер өҫтөнә таралалыр... Ә инде таңға шаршау кеүек аҡ томан төшөп, күл уның артында яңы “кино” күрһәтергә әҙерләнә кеүек. Эйе, бер аҙҙан бында яңы күренеш асыла, һиллек тантана итә.
Рәхәтләнеп һыу инергә генә түгел, тыныс мөхиттән кинәнес, аһәң алыу, оҙаҡ ваҡытҡа көс туплау өсөн килә бында халыҡ. Мөғжизәле серлелек тә арбайҙыр. Һәр хәлдә, мәҫәлән, Ҡандракүл буйы әле кешеләр менән шығырым тулы.



Даны – борондан

Күңелдәрҙе  ҡандыраһың да ул, Ҡандракүл...Төбәгебеҙҙә ҙурлығы буйынса икенсе урынды биләгән был һыу ятҡылығы тура­һында төрлө риүәйәт-легендалар йәшәй. Шуларҙың береһендә һөйләне­үенсә, күл бик боронғо Палеодеамик йылғаһы үҙә­нендә барлыҡҡа килә. Тупраҡтың тектоник хәрәкәте Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыу­лы­ғы­ның күтәрелеүенә булышлыҡ итә. Мең­дәр­сә йылдан һуң боронғо ятҡылыҡ бер нисә йылғаға, ике күлгә бүленә. Улар, Ҡан­дракүл һәм Асылыкүл, бер-береһе менән ер аҫты һыуҙары аша тоташҡан, ошо нигеҙҙә даими туҡланып тора, тиҙәр. Шул уҡ ваҡытта күлдәрҙең килеп сығыуын башҡа төрлө фаразлаған ғалимдар ҙа бар.
Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығындағы был ерҙән элек-электән халыҡ өҙөлмәгән. Уҙған быуат башында, мәҫәлән, күлдән йыраҡ түгел ҡымыҙ менән дауалау курорты эшләгән. Сирленең һаулығын нығытыуға милли эсемлек менән бергә ылыҫлы ағастарҙың, саф һауаның шифаһы ныҡлы йоғонто яһаған. Күл буйы ошондай көсө менән башҡорт ерен башҡа тарафтарҙа ла танытҡан.
Биләмә 1995 йылда “Ҡандракүл” милли тәбиғәт паркы тип аталып, айырым ҡурсалауға алынған. Уның дөйөм майҙаны – 5174,6 гектар. Күлдең үҙенеке иһә – 15,6 квадрат километр. Ятҡылыҡтың иң тәрән урыны 17 метрға ҡәҙәр барып етә. Сульфат-натрий тибындағы аҙ тоҙло, ифрат таҙа, үтә күренмәле һыуы балалар өсөн дә, өлкәндәргә лә файҙалы.

Паркка асфальт кәрәкме?

Күңелдәрҙе  ҡандыраһың да ул, Ҡандракүл...М-5 “Урал” федераль автомобиль юлы буйлап Өфөнән Ҡандракүлгә ике сәғәттән саҡ ҡына ашыу ваҡытта килеп еттек. Ҡандра-Ҡотой ауылына боролған ергә тиклем 146 саҡрым тирәһе.
Трассанан ташлы юлға төшкәс, ма­ши­наның тиҙлеге ныҡлы кәметелде. Ял итеү базаһына тиклем ошолай барасаҡбыҙ икән. “Бынау ҡәҙәр бай районда шул ғына араға асфальт йәйә алмайҙармы? Төрлө яҡтан ағылған туристар алдында уңайһыҙ түгелме икән?” тигән уй үтте баштан. Ләкин уның артынан уҡ Бөрйән райо­нын­дағы Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы директорының һүҙҙәре иҫкә төштө. “Юлдар ҡәнәғәтләнерлек. Туристар ҙа беҙгә тап ошондай тигеҙ­һеҙ, көрт баҫҡан йә соҡор-саҡырлы урын­дарҙан үтеү теләге менән киләлер, – тигәйне ул. – Ғөмүмән, ҡурсау­лыҡтарҙа, тәбиғәт парктарында асфальт булырға тейеш түгел. Ул йәнлектәргә лә, ҡоштар өсөн дә зарарлы. Мәҫәлән, һуйыр­ҙар ҡырсынлы юлға сығып ултырырға ярата. Заман уңайлылыҡтары һөҙөмтә­һендә уларҙың байтағын юғалттыҡ...”
Ә бындағы һыуҙа, ана, аҡҡоштар йөҙөп йөрөй! Ишетеп-белеүебеҙсә, улар йыл да Ҡан­дракүлгә ҡайтып бала сығара, йәй бу­йы күлде йәмләп йәшәй. Бында нәҡ шу­ларҙы күреү өсөн генә килгән кешеләр ҙә бар, тиҙәр. Ҡанатлы йән эйәләре биләмә­нең айырым ҡурсаланыуын, тимәк, үҙҙә­ренә һис кем теймәҫен һиҙеп-беләлер. Таҙа һыулы күлде элек-электән ҡондоҙҙар ҙа үҙ иткән, ошо урында быуалар яһа­ған­дар. Күлдең атамаһы тап шул йәнлеккә бәй­ле барлыҡҡа килгән тигән фараз да йәшәй.
Әйткәндәй, атаманың килеп сығышына бәй­ле йәнә бер вариант бар. “Ҡандра” һү­ҙе “хан” һәм “тора” тигән өлөштәрҙән ха­сил, тиҙәр. Икенсеһе (“тора”) иҫке төрки телендә ҡәлғә төшөнсәһен биргән. Йәғни Ҡан­дракүл “хан ҡәлғәһе күле” тигәнде аңлата.
Кем тиҙерәк –
шул беренсе


Күңелдәрҙе  ҡандыраһың да ул, Ҡандракүл...Ҡандра-Ҡотойға еттек. Күлгә терәлеп тигәндәй ятҡан бер генә урамлы боронғо башҡорт ауылында өйҙәр йылдан-йыл төҙөкләнә, заманса төҫ ала. Ике магазин бар икән. Береһенең янында өлкән йәштәге ағай тап булды.
– Сауҙа урындары артыу менәнме ни... Мәктәп башланғысҡа ҡалдырылып ҡуйҙы, – тип тәүге яҡшы тәьҫораттан ҡанатланған күңелде тиҙ арала “ергә төшөрҙө” ул. – Һүҙ юҡ, һәйбәт йәшәйбеҙ. Ауыл, район ха­кимиәттәре халыҡ үҙ ерендә ҡалһын өсөн барлыҡ мөмкинлекте булдырырға әҙер. Әле беҙҙә, мәктәп менән магазин­дар­ҙан тыш, мәсет, клуб эшләй, колхоз бар. Рейс автобустары ла ауылдыҡыларҙы инеп алып китә. Шуға ҡарамаҫтан, ха­лыҡ­тың күпселеге ситтә аҡса табырға тырыша. Мәҫәлән, Ҡандра ауылына, Туйма­зы, Октябрьский ҡалаларына, Себер яҡ­та­рына йөрөп эшләйҙәр. Үҙебеҙҙә шәхси кәсеп йәйелдерергә теләгәндәр юҡ тиерлек. Ә бының өсөн күпме мөмкинлек бар! Тыуған еренә йәбешеп ятҡандар күп булһа, мәктәп тә башланғысҡа ҡалдырылмаҫ ине бит.
Ысынлап та, ауыл кешеләре ниңә шәхси эш асырға йөрьәт итмәй һуң? Туристар бит ауылдың уртаһынан үтеп йөрөй – улар­ҙан күпме файҙа алырға мөмкин! Баҡ­һаң, сәбәбе шул икән: күл ҡунаҡтарын хеҙмәтләндереү юлдары бизнес “акулалары” тарафынан күптән яуланған. Әйткә­небеҙсә, был ауылда ике ҙур магазин эш­ләй, ял базаларында туристар өсөн бөтөн мөмкинлектәр бар, шул иҫәптән аҙыҡ-түлеккә лә ихтыяж кисермәйҙәр. Бындай уңайлыҡтарҙы тыуҙырғандарҙың күбеһе – Туймазы, Октябрьский ҡалалары йүнселдәре.
Ауыл халҡы әйтеүенсә, күлдең бире яғында ятҡан, элек-электән нефтселәр, тимер юлсылар төйәге булараҡ дан алған Ҡандрала ла магазиндар аҙым һайын. Эш рәтен белгән тәжрибәле йүнселдәр бихисап унда. Ауыл хужалығы йәрмин­кәләре йыш ойошторола. Туристар күп килгән саҡта сауҙа айырыуса гөрләп бара. Һөт продукциялары ғына түгел, еләк-емеш, йәшелсә, бал, миндек, дарыу үләндәре, балыҡ, ҡул оҫталарының сувенирҙары – барыһы ла йылдамлыҡ менән үтә. Ҡандракүлгә йыш килгән ҡунаҡтар ундағы сауҙагәрҙәрҙе танып-белеп бөткән, тиерлек.
Баҙар шулай яуланғанлыҡтан, Ҡандра-Ҡотой халҡы ситтәрәк тороп ҡалған.
– Быға башҡа берәү ҙә түгел, ә фәҡәт үҙе­беҙ ғәйепле, – тип белдерҙе әлеге өл­кән йәштәге әңгәмәсебеҙ. – Кем тиҙерәк – шул беренсе. Ләкин, нисек кенә бул­маһын, Ҡандра-Ҡотойҙоң да үҙ йүнселдәре ҡалҡып сығырына ышаныс ҙур. Көн дә урамыбыҙ аша үткән, тимәк, тупһабыҙға саң ҡундырмаған ҡунаҡтарыбыҙҙы ситтә сәйләтеп йөрөү яҙыҡ булыр.

“Тәбиғәтебеҙгә мәрхәмәтле
булһындар ине”


Күңелдәрҙе  ҡандыраһың да ул, Ҡандракүл...Урындағы халыҡты туристарҙың күплеге, йылдан-йыл арта барыуы бер яҡтан һөйөндөрһә, икенсенән, хафаға һалып та ала. Ни өсөн тигәндә, базаларға юл ошо ауылдан үткәнлектән, хәүефһеҙлек мәсьәләһе тыуа. “Ҡайһы саҡта, айырыуса йоманан йәкшәмбегә тиклем, хатта урам аша сығып булмай, – ти халыҡ. – Автотрассамы ни: машиналар бер-бер артлы геүләп үтеп тора. Хатта балаларҙы уйнарға сығарыу ҡурҡыныс булып китә”.
Ҡандра-Ҡотой халҡы бәғзе туристарҙың тәртибе менән дә ҡәнәғәт түгел. Баҡтиһәң, ял иткәндәрҙең байтағы, айырыуса палатка ҡороп йәшәгәндәр, усаҡ яғып ултырғандар үҙ артынан өймәләм сүп-сар ҡалдыра икән. Милли парк хеҙмәт­кәрҙәре уларҙың артынан йыя, әлбиттә. Ләкин һәр урынға өлгөрөү мөмкин түгел. Элегерәк ауыл халҡы үҙ яғын таҙалауға күмәкләп сығып ярҙам итешкән, әммә был эштең парк хеҙмәткәрҙәренең бурысы икәнлеген белдереп, бер-бер артлы баш тартырға тотонғандар. Уларҙың урынына мәктәп уҡыусылары сығарыла башлаған. Үҫмерҙәр ярҙамында йылына ике тапҡыр өмә уҙғарыу йолаға ингән. Хәҙер ҙә балаларҙы эшкә йәлеп итергә тырышалар. Тик, мәктәп башланғысҡа ҡалдырылғас, бәләкәйҙәр ул тиклем ни эшләй алһын?
Ғөмүмән, бында уҡытыусылар йәш быуынды тәбиғәткә ҡарата ихтирамлы итеп үҫтереүгә күп көс һала. Мәктәптә тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар, ер-һыуҙы үҙләштереүгә нигеҙләнгән фәнни-тикшеренеү эштәре ойошторола. “Туризм мәҙәниәте” тигән төшөнсәгә айырыуса етди иғтибар бирелә.
– Әлегә күптәр ошоно аңлап ет­кер­мәй, – ти уҡытыусылар. – Туризм һәр яҡлап матур тармаҡ булырға тейеш. Ә беҙҙә нисек? Ситтән килеп, күлебеҙҙә рәхәтләнеп һыу инә, ҡо­монда кинәнеп ҡыҙына, урманында ләззәтләнеп ял итәләр ҙә алмашҡа бысраҡ өйөп ҡалдырып китәләр. Ошо буламы туризм? Бөтөн ерҙә бит мәҙә­ниәт идара итергә тейеш. Уҡыу­сыларыбыҙға ошоно аныҡ миҫалдар нигеҙендә аңлатырға тырышабыҙ. Улар, ошо ерҙең буласаҡ хужалары, тыуған төйәгенең ҡәҙерен белеп, башҡаларҙан да шуны талап итергә өйрәнеп үҫергә тейеш.
Ҡандракүл беҙҙең йөрәгебеҙ кеүек. Ата-бабабыҙҙан ҡалған изге ҡо­март­ҡылай ҡабул итәбеҙ уны. Ситтән килгән ҡунаҡтар ошоно аңлаһын, күлебеҙгә, тәбиғәтебеҙгә ҡарата мәрхәмәтле булһын ине, тип теләйбеҙ. Туризм ярҙамында төбәгенең матурлығын һаҡлаған илдәр бар бит, шуларҙың тәжрибәһен өйрәнергә кәрәк беҙгә.

Тапанырға
тура килмәйәсәк

Бына – ял базалары. Береһенән-береһе күркәмерәк, затлыраҡ йорттар. Һоҡланғыс коттедждарҙа йәшәү өсөн тәүлегенә 15 мең һум түләтеүҙәре мөмкин.
Урта хәллеләргә иҫәпләнгән йорттар ҙа барлыҡ заман уңайлыҡтарына эйә. Уларҙа тәүлегенә уртаса 500 һум түләп йәшәргә була. Дөйөм алғанда, 50-нән ашыу база эшләй бында. Өҫтәүенә “Гайдар” лагеры бар, ул йәй балаларҙы өс сменала ҡабул итә.
– Уҡыусылар бөтөн республиканан килә, – тине милли парк директоры урынбаҫары Айҙар Лоҡманов. – Лагерға быйыл да ныҡлы ремонт яһалды, тәрбиәселәр, вожатыйҙар, тренерҙар – барыһы ла тулы сафта, һәммәһе лә тейешле курс үткән.
Республиканың, райондың төрлө ведомстволары вәкилдәре ныҡлы тикшереү үткәреп, әҙерлекте яҡшы баһаланы. Ғөмүмән, беҙҙең өсөн иң мөһиме – балаларҙың хәүефһеҙлеге. Лагерҙың ҙур һыу ятҡылығының тап ярында урынлашыуы барыбыҙҙан да саманан тыш уяулыҡ, яуаплылыҡ талап итә. Хеҙмәткәрҙәр балаларҙың бер аҙымын да күҙ уңынан ысҡындырырға тейеш түгел.
Лагерға килгән балаларҙан тыш, бында ата-әсәһе менән ял иткән малай-ҡыҙҙар ҙа бихисап. Өлкәндәргә уяу, иғтибарлы булыу кәрәклеген даими иҫкәртәбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар араһында үҙе кинәнеп ял итеп, балаһын ҡарарға онотҡандар ҙа осрап ҡуя. Ошо һәм башҡа осраҡтарҙы күҙ уңында тотоп, күл буйында тренерҙар, инструкторҙар алмашлап дежур итә. Ғөмүмән, ата-әсә күл буйында ял итеүгә еңел ҡарамаһын ине. Үҙең генә түгел, балаларыңды ла алып килгәнһең икән, яуаплылыҡ, уяулыҡ тағы ла көслөрәк булырға тейеш бит.
Айҙар Кәшфулла улы әйтеүенсә, күл ярында махсус йыһазландырылған өс пляж бар. Һыуҙың, ҡомдоң торошо айырым ойошмалар тарафынан даими тикшерелә, контролдә тотола.
– Кешегә үҙе өсөн эшләү мөмкин­леге киңәйгәс, шулай уҡ ойошма-предприятиеларҙа штат ҡыҫҡарыуға бәйле көнәркәшлек артҡас, йәмғиә­тебеҙҙә көнө-төнө хеҙмәттән буша­мағандар күбәйҙе. Улар эшенә күрә ялға ла хоҡуҡлы. Халҡыбыҙҙың ошо ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә бурыс­лыбыҙ, – ти Айҙар Кәшфулла улы. – Ҡунаҡтарға ниндәй хеҙмәт күрһәтә алабыҙ һуң? Улар һыу инә, ҡыҙына, катамаранда, кәмәлә йөрөй. Велосипед, канат юлдары бар. Ҡыш саңғы шыуыу мөмкинлеге тыуҙырылған. Әлбиттә, беҙҙең аудитория Шүлгән­таш, Мораҙым, Ямантау, Яҡтыкүл һәм башҡаларҙыҡынан ныҡ айырыла. Халыҡты тауҙарға, мәмерйәләргә – ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, яңы үрҙәр яулау, ерҙәр күреү, мөғжизәгә тарыу, ә шифаханалы урындарға дауаланыу маҡсаты килтерә. Беҙгә иһә кешеләр һыу инеү, рәхәтләнеп ятып ял итеү ниәте менән генә йөрөй. Шуға ла күптәр йоманан йәкшәмбегә тиклем булыусан. Ә хәҙер, күлле-диңгеҙле бәғзе илдәргә юл ябылғас, беҙгә оҙайлыраҡ ваҡытҡа, өҫтәүенә ҙурыраҡ шарттарға дәғүә итеп килеүселәр артырына шик юҡ. Тимәк, инфраструктураны яҡшыртыу мөһимлеге көн­үҙәккә баҫты. Мәсьәләне хәл итеүҙең төрлө юлдарын эҙләйбеҙ, туризмдың ошо йүнәлеше менән уңышлы шөғөлләнгәндәрҙең тәжрибәһен өйрәнәбеҙ, хеҙмәтләндереү өлгөләрен үҙләштерәбеҙ. Ғөмүмән, беҙгә бер урында тапанырға тура килмәйәсәк.
Етәксе әйтеүенсә, милли паркта йылына уртаса йөҙ мең самаһы кеше ял итә. Йәйге эҫе мәлдәрҙә халыҡтың көнөнә өс меңдән ашып киткәне бар. Афған, Чечен һуғыштары ветерандары, хаҡлы ялдағылар, күл буйындағы ауылдарҙа йәшәүселәр бушлай ял итә.
Тау шыуыу комплексында әлегә һил мәл. Шулай ҙа ундағы ҡунаҡ­ха­на­нан кеше өҙөлмәй. Менеджер Фә­риҙә Миңзакир ҡыҙы әйтеүенсә, заманса бинала 34 бүлмә бар. Ике кешегә бер тәүлеккә иҫәпләнгән иң арзаны – 1900 һум. Был хаҡҡа иртәнсәк һәм кис туҡланыу ҙа индерелгән. Ҡунаҡхананың “Шале” исемле кафеһы бар. Атама, инглиз теленән тәржемә иткәндә, “ҡала ситендәге өй” тигәнде аңлата икән...
Был комплекстың биләмәһе хайран ҡалмалы матур. Бейек ҡарағайҙар ара­һындағы түңәрәк аҡланды хеҙмәт­кәрҙәр бөтөн күңелен һалып матур­ла­ған. Һәр ерҙә – күҙҙең яуын алырҙай сәскәләр, декоратив ағастар, ағастан һырлап яһау оҫталарының, рәссам­дарҙың ҡул эштәре. Ә урталағы сатыр­ҙа никах, туй тантаналары, кәңәш­мәләр, конференциялар ойошторола икән.
– Комплекстың асылыуына ете йыл булды, – ти менеджер. – Унан йыл әй­лә­нәһенә халыҡ өҙөлмәй. Утыҙ ке­ше­гә эш урыны булдырылған. Хеҙмәт­кәрҙәребеҙ – эргә-тирәләге ауыл­дарҙан.
Ҡунаҡханала Тольятти ҡалаһынан Ирина Кондрашова менән осрашып һөйләшергә насип булды. Ул 12 йәшлек ҡыҙы менән килгән.
– Оля байтаҡтан астма сире менән яфалана, – тип бәйән итте әсә. – Икенсе йыл инде Ҡандракүлгә киләбеҙ. Бындағы ылыҫлы ағастарҙың шифаһы тейә. Ошоно күҙ уңында тотоп, күл буйында ниндәйҙер дауалау учреждениеһы асылмаҫмы икән тигән теләктәмен.

* * *

Базалар алдында бихисап машина теҙелгән. Күбеһенең дәүләт номерында “116 rus” тип яҙылған. Мәҫәлән, Рамазановтар ғаиләһе Бөгөлмәнән килгән. “Йыл да ошо ваҡытта бер аҙна ял итеп ҡайтабыҙ, – ти улар. – Ара яҡын, хеҙмәтләндереү һәйбәт, хаҡ та юғары түгел. Күлдең шул ҡәҙәр тыныслығы, тап-таҙа һыуы һоҡландыра”.
Ә Һамар ҡалаһынан ике балаһы менән килгән Григорьевтар йәштәрҙең ныҡ шаулауына, аҙып-туҙып йөрөп көн үткәреүенә зарланып алды. “Ял итеү урынында дөйөм мәҙәни ҡағиҙәләр булырға тейештер, – ти улар. – Башҡаларға ҡамасаулап, көноҙоно музыка ҡысҡыртыу, артыңдан сүп-сар ҡалдырып китеү – ҙур тәрбиәһеҙлек билдәһе. Ял итеү түгел ул”.
Благовещен районынан килгән йәш пар аҡҡоштарға һоҡланыуын ихлас бәйән итһә, Йәрмәкәй егете Динар велосипедта уҙышыуҙан алған тәьҫо­раттарын уртаҡлашты, Октябрьскийҙан Лариса Петровна аҡланда еләктең күплеген ғәжәп итеп һөйләне, Ҡан­дранан Хәлит ағай тотҡан балығын күрһәтеп маһайҙы...
Эйе, һәр кемдең күңелен ҡандыра Ҡандракүл. Тик барыһы ла уның изге­легенә яҡшылыҡ менән яуап бирәме һуң? Бына бит әле лә хеҙмәткәрҙәр бөгөн иртән ҡайтып киткәндәрҙең артынан ике арба сүп-сар түгеп килде. Был, һис шикһеҙ, Ҡандра-Ҡотой ауылы халҡы күтәргән мәсьәләгә барып төртөлә. Дөрөҫ әйтә улар: ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул, тигәндәй, ҡырҙан килгәндәрҙән тәбиғәтебеҙгә ҡарата ихтирам талап итеү мөһим. Бының өсөн урындағы халыҡ ситкә китмәҫкә, ошо ерҙә төп хужа икәнен онотмаҫҡа тейеш. Юғиһә тәбиғәттең матурлығын күрһә­тергә, аҡса эшләргә теләп, киреһенсә, уны яралау, һуңғы сиккә еткереү ихтималлығы бар бит.




.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 689

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 312

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 255

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 213

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 399

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 263

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 240

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 399

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 197

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 070

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 173

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 048