Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
“Швед стенаһы” “Ҡара һыҙат” башланды тип ҡурҡҡайныҡ... Континенталь хоккей лигаһындағы тәнәфестән һуң юлаевсыларҙың юлы уңманы шул. Рәттән өс тапҡыр – Ҡазанда, Тольяттиҙа, Өфөлә отолдолар.

“Лада” командаһы турнир таблицаһы аҙағында һөйрәлә. Шулай ҙа ҡайһы берҙә сағыу уйын күрһәтеп ала. “Салауат Юлаев”ты ла көтөп кенә торғандай булдылар. Матч башланғас та бер минут эсендә ике шайба индереп, нығынып алдылар ҙа, йәнлектең һыртына батырғандай, аҙаҡҡаса тештәрен ысҡындырманылар. Етмәһә, осрашыу бөтөргә өс минут ҡалғас, өсөнсөгә уңышҡа өлгәштеләр – 3:0.
Көнбайыш конференция лидерҙарының береһе “Локомотив”тан да еңелеп ҡуйҙы юлаевсылар – 2:4. Шуныһы ғына ҡыуандырҙы: капитаныбыҙ Игорь Григоренко йүнәлеп, ҡабаттан боҙға аяҡ баҫты.
Ә шунан “Лада” үҙе беҙгә ҡунаҡҡа килде. Уны өфөләр ҙур иҫәпкә отто (5:1). Әммә был уйын күңелгә бер аҙ моңһоулыҡ өҫтәне, сөнки матч төрлө ваҡытта ике команданы ла етәкләгән данлыҡлы тренер Сергей Михалев иҫтәлегенә бағышланды. “Өфө-Арена”ның түбәһе аҫтына уның исемле свитеры эленде. 2008 йылда юлаевсыларҙы Рәсәй чемпионы иткән Сергей Михайлович быйыл 21 апрелдә Силәбенән Өфөгә автомобилдә ҡайтып килешләй аварияла һәләк булғайны.
Шәмбелә иһә көйәрмәндәрҙе яуаплы эш көтә ине. Шулай тимәй, Ҡазандың “Аҡ Барыҫ”ы килә бит! Ун көн элек кенә уларҙан еңелеп ҡуйғайнылар. Ошоно иҫләгәндәй, тәүге минуттан уҡ юлаевсылар йәнтәслим һөжүмгә ташланды, хатта бер бәрелештә ҡунаҡтарҙың ҡапҡасылары йәрәхәт алып ҡуйҙы. Хәйерһеҙ башланған матч улар өсөн насар бөттө лә. Иҫәп “Салауат Юлаев” файҙаһына 4:2 булды.
Күҙ ҡыуана: беҙҙекеләр күпселектә нисек шәп уйнай! Швед легионерҙары һоҡландыра. Икмәктәрен бушҡа ашамайҙар. Ҡапҡасы Сведберг таш стеналай торһа, Леписте менән Умарктың оҫталығына, мәргәнлегенә тел шартлатып ҡына ҡуяһың...





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 739

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 361

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 273

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 230

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 418

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 279

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 258

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 418

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 221

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 089

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 194

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 064