Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Батырҙар сыҡты алышҡа
Батырҙар сыҡты алышҡа Арҡауыл ауылында СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры Харис Йосопов иҫтәлегенә – үҫмерҙәр, “Башҡортостан” гәзите кубогына милли көрәш буйынса III республика асыҡ турнирҙары үтте.

Салауат районы хакимиәте башлығы Ғәли Хәйрет­динов, Харис Йосоповтың улы, билбаулы көрәш буйын­са Бөтә Рәсәй Федерацияһы президенты, Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Морис Йосопов, Башҡортостандың көрәш һәм билбаулы көрәш буйынса федерацияһының башҡарма директоры Юнир Ильясов, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәр­рире Азамат Юлдашбаев, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың ярҙамсыһы Гөлнур Ҡолһарина һәм башҡа ҡунаҡтарҙың тәбрик һүҙҙәренән һуң батырҙар келәмгә сыҡты. Республикабыҙҙың Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский ҡалаларынан, Салауат, Ды­уан, Ҡыйғы, Мәсетле, Федоровка, Мәләүез, Стәрлебаш, Ауырғазы райондарынан, Силәбе өлкәһенән 100-ән ашыу көрәшсе килгәйне.
Батырҙар сыҡты алышҡаАлыш сәмле башланды. Бына егеттәр таҫтамалды бер-береһенең биленә һалды. Уларҙың һәр хәрәкәтен ҡыҙыҡһынып, янып күҙәткән көйәрмәндәр майҙан батырҙарын дәртләндереп, ҡеүәт биреп алҡышланы.
– Әйҙә, әйҙә!
– Илһам, бирешмә!
– Биленән ал, биленән!
Шул саҡ өлкән йәштәрҙәге ағай күршеһенә:
– Беҙҙең Салауат егеттәре бығаса һынатмай торғайны, быйыл нисек булыр? – тип һораулы ҡараш ташланы.
Танышабыҙ. Арҙаҡлы көрәшсе Харис Йосоповтың ҡорҙаштары Фәрит менән Рәшит Фәйзуллиндар икән. Улар данлыҡлы уҙамандың юлын йәштәрҙең дауам итеүенә ҡыуанысын белдерҙе.
Батырҙар сыҡты алышҡа– Ауыл өсөн күпте эшләне, мәсет һалдырҙы, әллә күпме көрәшсе тәрбиәләп үҫтерҙе, – тине Фәрит ағай.
– Харис менән бергә уҡыныҡ. Ғәжәп көслө булыуы менән хәтерҙә ҡалған. Тәнәфестә мәктәп ихатаһында тайҙың ике аяғынан тотоп күтәреүенә хайран ҡала торғайныҡ. Уларҙың нәҫелен “айыу” тип йөрөтә торғайнылар, – тип бала саҡ иҫтәлектәре менән уртаҡлашты һабаҡташы.
...Ярыш тамамланғас, әле генә шау-гөр килеп торған зал бер аҙға тынып ҡалды. Бына йомғаҡ яһалып, еңеүселәрҙе иғлан итә башланылар. 1998 – 2000 йылғы үҫмерҙәр араһында тәүге урындарҙы үҙ ауырлыҡ үлсәмендә Батыр Мөхәмәҙиев, Динар Саниев, Алмас Бәхтигәрәев, Фәрхәт Ғиниәтов яуланы. “Башҡортостан” гәзите призына уҙған турнирҙа Ридан Хажиморатов, Илнур Ғәйнанов, Айгиз Зәйнетдинов, Денис Нурмө­хә­мәтов пьедесталдың иң юғары баҫҡысына күтәрелде. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса республиканың төп баҫмаһының күсмә кубогын Салауат районы командаһы яуланы.
Киләсәктә был бәйгене Рәсәй Физик культура һәм спорт министрлығының планына индереп, оҫталыҡ турниры итеп үткәреү хаҡында ла әйтелде. Тимәк, ярыштың мәртәбәһе йәнә артасаҡ.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 752

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 375

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 277

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 236

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 424

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 282

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 261

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 423

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 225

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 094

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 198

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 068