Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ул беҙҙең Әминбәк ине...
Ул беҙҙең Әминбәк ине... – Әгәр мине сатрашта еңһәң, тәхеткә ултырасаҡһың. Ә инде еңелһәң – башыңды киҫәм! Һин ризамы? – тип һораған батша.
– Риза! – тигән Әминбәк. – Уйнайбыҙ...


Бәйге бик ҡыҙыу барған, ти: йә батша өҫтөнлөк ала, йә егет. Тик зирәк Әминбәк барыбер еңеп сыҡҡан. Вәғәҙә – иман, тиҙәр бит: батша барлыҡ вәзирҙәрен саҡырып алған, ҡала халҡын йоҡонан уятҡан, барабан ҡаҡтырып, музыка уйнатып, байрам яһаған да Әминбәкте тәхеткә мендереп ултыртҡан, ти. Шулай итеп, егет батша булып киткән.
“Әминбәк” исемле был башҡорт халыҡ әкиәте барығыҙға ла таныштыр. Шахмат уйнай белгән зирәк кеше бер ҡасан да юғалып ҡалмаясаҡ тигән мәғәнә ята унда. Бөгөн дә был хәҡиҡәткә тоғро ҡалғандар бар.
Мәҫәлән, Өфөлә дүртенсе йыл рәттән Ренант Ғүмәров иҫтәлегенә шахмат турниры ойошторолоп килә. Уның даирәһе киңәйгәндән-киңәйә. Быйылғы ярышта ҡатнашырға Екатеринбург, Төмән, Ҡурған, Силәбе, Сорғот ҡалаларынан, хатта Чехия, Әрмәнстан илдәренән дә килгәндәр.
– Атайыбыҙҙы Башҡортостан­да ғына түгел, Рәсәйҙә лә яҡшы беләләр ине, – тип хәтирәләргә бирелде билдәле шахматсының улы Илшат. – Заманында ул Мәскәү чемпионы булып та танылды. Шуға ла күптәр атайым менән алышҡа сығырға шөрләй ине. Хәҙер уның эшен дауам итерҙәй шәкерттәре бар. Киләсәктә Фәрхәт ағайым менән атайыбыҙ тураһында китап сығарырға уйлайбыҙ.
Ренант Ғүмәров – республикабыҙҙа шахматты үҫтереү йә­һәтенән күп эш баш­ҡарған шәхес. Ошо төр уйын буйынса дүрт тапҡыр Башҡор­тостан чемпионы булыуы, халыҡ-ара бәйге­ләр­ҙә еңеү яулауы – быға аныҡ дәлил. Ренант Хәйҙәр улының шәкерте, баш судья Денис Мамин әле ос­тазының юлын лайыҡлы дауам итә.
– Шахматтың кеше өсөн ни тиклем файҙалы булғанын һәр кем беләлер, – ти ул. – Уйын зиһенде нығыта, мейе эшмәкәрлеген яҡшыр­та. Ғәҙәттә, ҙур асыш яһаған ғалим­дар йә билдәле дәүләт эшмәкәрҙәре сатрашта яҡшы уйнай. Миндә шөғөлләнгән балаларҙың барыһы ла шахматсы булып китмәһә лә, күптәре Мәскәү, Санкт-Петербург университеттарына уҡырға инә.
Ике көн барған ярыштың һөҙөм­тәләре билдәләнде. Уҡыусылар араһында – Магнитогорск ҡала­һынан килгән Алексей Польщи­ков­ҡа, ветерандарҙан Юрий Копейкин (Өфө) менән Владимир Савчукка (Карпинск) етеүсе булманы.
– Хәҙер балаларҙың күбеһен компьютерҙан айырып булмай, – тине ойоштороусыларҙың береһе, Өфөнөң “Мәрхәмәт” хәйриә ойош­маһы рәйесе Гөлшат Нуриәхмәтова. – Атыш, үлтереш уйындары йәш бы­уындың зиһенен ҡаҡшата, психо­ло­гия­һын боҙа. Уларҙы шахматҡа ылыҡтырырға кәрәк.
...Шундай легенда бар. Геракл 13-сө еңеүен нәҡ шахмат таҡтаһында күрһәткән. Афина Палладаны еңеп, Олимп тауына күтәрелгән, тиҙәр. Сатраш уйнап үҫкән балалар ҙа тормоштоң бейек үрҙәренә артыласаҡ.



Автор: А. АБҘАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 739

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 361

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 273

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 229

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 418

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 278

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 257

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 417

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 220

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 089

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 194

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 064